Крамник Владимир Борисович

Владимир Борисович Крамник (25 июнь 1975 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, 2000—2006 йылдарҙа «классик» донъя чемпионы, шахмат буйынса донъяның 14-се чемпионы (2006—2007) Донъя кубогы эйәһе (2013). Рәсәй йыйылма командаһы составында өс тапҡыр Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1992, 1994, 1996), Европаның (1992) һәм донъяның (2013) команда чемпионаты еңеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Крамник Владимир Борисович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй[1]
Тыуған көнө 25 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2][3][4] (48 йәш)
Тыуған урыны Туапсе[d], Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шахматсы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шахмат[5]
Шахматный титул гроссмейстер[d][1]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2490[6]
Ҡатнашыусы Турнир претендентов по шахматам 2018[d], Шахмат олимпиадаһы (1992)[7], Шахматная олимпиада 1994[d][7], Шахматная олимпиада 1996[d][7], Шахматная олимпиада 2006[d][7], Шахматная олимпиада 2008[d][7], Шахматная олимпиада 2010[d][7], Шахматная олимпиада 2012[d][7], Шахматная олимпиада 2014[d][7], Шахматная олимпиада 2016[d] һәм Шахматная олимпиада 2018[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт kramnik.com
 Крамник Владимир Борисович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Борисович Крамник 1975 йылдың 25 июнендә Краснодар крайының Туапсе ҡалаһында тыуа. 11 йәшендә Ботвинник-Каспаров шахмат мәктәбенә инә.

Халыҡ-ара гроссмейстер (1991 йыл). 16 һәм 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы. Донъя беренселегенең дәғүәселәр ярыштарында ҡатнаша (1993 йылдан). Халыҡ-ара ҙур турнирҙар һәм матчтар еңеүсеһе.

2000 йыл Крамник Лондонда Гарри Каспаровты еңеп «классик» донъя чемпионы була. 2004 йылда был исемде Петер Леко менән уйнап яҡлай. 2006 йылда берләштереү уйындарында ФИДЕ-ның донъя чемпионы Веселин Топаловты еңә. «Классик шахмат» һәм ФИДЕ буйынса донъя чемпионы исемен яулап, шахмат буйынса донъяның 14-се чемпионы була. 2007 йылда Мехикола Ананд Вишиҙан еңелеп, чемпион титулын юғалта. 2008 йылда Боннда үткән донъя беренселегендә Анандтан еңелә.

2011 йылдың майында Ҡазанда Владимир Крамник шахмат буйынса донъя чемпионы титулына дәғүә итеүсләр турнирында ҡатнаша. «Классикала» көсөргәнешле алыштан һуң сирек 1/4 турнирҙа Теймур Раджабовты тай-брейкта еңә (төп партияларҙан һуң иҫәп 2:2, рапид 2:2, блиц 2½:1½). Әммә ярымфиналда — һәм тағы тай-брейкта — Рәсәйҙең икенсе шахматсыһы Александр Грищуктан еңелә (төп партиянан һуң иҫәп 2:2 (дүрт тигеҙ иҫәп), рапид — 2:2 (дүрт тигеҙ иҫәп), блиц — 0½:1½ (аҡтар менән уйнағанда еңелә, ҡаралар менән тигеҙ иҫәпкә уйнай).

2013 йылда Крамник дәғүәселәр турнирында Карлсен Магнус менән1-2-се урындарҙы бүлешә, әммә өҫтәмә күрһәткестәр буйынса (еңеүҙәр һаны) донъя беренселеге уйындарында Ананд менән уйнау хоҡуғын юғалта[8].

2019 йылдың 29 ғинуарында карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә