Веселин Александров Топалов (15 март 1975 йыл) — болгар шахматсыһы, гроссмейстер (1992 йыл), FIDE версияһы буйынса шахмат буйынса донъя чемпионы (2005 йыл). Әүҙем, сағыу уйын стиле вәкиле.

Веселин Топалов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Болгария
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Болгария[1]
Тыуған көнө 15 март 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2] (49 йәш)
Тыуған урыны Русе[d], Болгария
Һөнәр төрө шахматсы
Шахматный титул гроссмейстер[d][1] һәм халыҡ-ара мастер[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2300[3]
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1994[d][3], Шахматная олимпиада 1996[d][3], Шахматная олимпиада 1998[d][3], Шахматная олимпиада 2000[d][3], Шахматная олимпиада 2008[d][3], Шахматная олимпиада 2010[d][3], Шахматная олимпиада 2012[d][3], Шахматная олимпиада 2014[d][3] һәм Шахматная олимпиада 2016[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Веселин Топалов Викимилектә

Биография үҙгәртергә

Веселин Топалов 1975 йылдың 15 мартында Болгарияла, Русела тыуа. 8 йәштән шахмат уйнарға өйрәнә һәм һәм арала уңышҡа өлгәшә. 1989 йылда Пуэрто-Рико ул 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы исемен яулай. 1990 йылда Сингапурҙа Топалов 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында икенсе урын ала. 1992 йылда Топалов гроссмейстер була.

1994 йылдың 6 декабрендә 31-се Мәскәү шахмат олимпиадаһында донъя чемпионы Гарри Каспаровты еңә һәм Михаил Чигориндың символик клубы ағзаһы була. 2015 йылдың 16 июнендә менән, донъя чемпионын Магнус Карлсен>ды еңгәндән һуң, донъяла дүрт донъя чемпионын еңгән берҙән-бер шахматсы булып тора.

1990 йылдар уртаһынан Топалов донъяның иң көслө гроссмейстерҙары төркөмөнә инә. Партия ваҡытында Топалов һәр ваҡыт көрәшкә туплана, компромисһыҙ уйын алып бара, ҡыҫҡа ваҡытта тигеҙ иҫәпкә уйнамай, хатта ҡаралар менән уйнағанда ла еңеү өсөн генә уйнай.

Веселин Топалов түбәндәге турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһай: Мадрид (1996) — 1-2-се урын, Амстердам — 1-2-се урын, Лион — 1-2-се урын, Новгород — 1-се урын, Вена — 1-3-сө урын, Дос-Эрманас — 1-3-сө урын.

1999 йылда Вейк-ан-Зеяла Гарри Каспаровтан еңелә. Был партия шахмат тарихында иң матуры тип һанала[4][5].

2002 йылда Дортмундта болгар гроссмейстеры дәғүәселәр матчында уйнау хоҡуғына өлгәшә. Был матч еңеүсеһе Профессиональ шахмат ассоциацияһы версияһы буйынса Владимир Крамник менән донъя чемпионы исеме өсөн көрәшергә тейеш була. финалда Веселин Топалов Леко Петерға 1,5:2,5 (+1-2=1) иҫәбе менән еңелә.

2005 йылда Вейк-ан-Зеяла Топалов Леко Петер һәм Вишванатан Анандтан ҡала, турнирҙа ҡаралар менән уйнап Владимир Крамникты 20 йөрөштән еңеп, өсөнсө урынға лайыҡ була.

2005 йылда Линареста, һуңғы турҙа Каспаровты еңеп, икенсе тигеҙ мәрәйҙәр йыйып (12 мөмкинлектән 8) менән турнир еңеүсеһе Гарри Каспаровтан өҫтәмә күрһәткестәр буйынса ғына ҡалышып, икенсе урын ала.

2005 йылдың майында Топалов София ҡалаһында үткән бик көслө турнирҙа (XX категория) Анандты бер мәрәй өҫтөнлөк менән еңә.

2005 йылдың 1 июлендә Веселин Топалов ФИДЕ рейтингында Ананд менән тиң — 2788 пункт рейтингына эйә була. Болгария шахматсылары араһында был иң юғары рейтинг.

2005 йылдың 28 сентябренән 16 октябргә тиклем Аргентинаның Сан-Луис ҡалаһында ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы исеменә матч-турнир уҙа. Топалов унда 14 мөмкинлектән 10 мәрәй йыйып, беренсе урын ала һәм ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ була. Әммә Топалов уйын барышында Rybka көслө компьютер программаһының ярҙамы менән ҡулланған тигән фараз тыуа. Һуңыраҡ был ғауға тына.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Панеях А. «Веду жизнь профессионала» (интервью с В. Топаловым) // 64 — Шахматное обозрение. — 1995. — № 1/2. — С. 34—35.
  • Гулиев С. Веселин Топалов : избранные партии экс-чемпиона мира по шахматам. — М. : Russian Chess House, 2016. — 454 с. — (Великие шахматисты мира). — ISBN 978-5-94693-471-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә