Комарова Домна Павловна
Комарова Домна Павловна (18 октябрь 1920 йыл — 31 декабрь 1994 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1967—1988 йылдарҙа РСФСР-ҙың социаль тәьминәт министры.
Комарова Домна Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 18 октябрь 1920 |
Тыуған урыны | Ламское[d], Становлянский район[d], Елецкий округ[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 1994 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДомна Павловна Комарова 1920 йылдың 18 октябрендә Липецк өлкәһенең Ламская ауылында тыуған. 1955 йылда ситтән тороп КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Комарова Липецк өлкәһендә пионервожатый, комсомолдың район комитеты секретары, район башҡарма комитеты секретары, ВКП(б)-ның район комитеты инструкторы булып эшләй.
— 1944—1954 йй. — ВКП(б)-ның Рогнединский район комитеты секретары, Брянск өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдир урынбаҫары.
— 1954—1960 йылдар — КПСС-тың Брянск ауыл район комитетының беренсе секретары,
— 1960—1967 йылдарҙа — Брянск өлкәһе халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе (1962—1964 йылдарҙа — ауыл өлкә башҡарма комитеты),
— 1967—1988 йй. — РСФСР социаль тәьминәт министры.
1940 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы, КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1966—1989).
СССР һәм РСФСР Юғары Советы депутаты, биш КПСС съезы делегаты. Брянск ҡалаһының почетлы гражданы (1967).
1988 йылдың июненән хаҡлы ялда. 1994 йылдың 31 декабрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була.