Колхида ҡурсаулығы
Колхида ҡурсаулығы — Грузияның көнбайышында Поти ҡалаһы янында ҡасандыр булған һәм хәҙер юҡҡа сыҡҡан ҡурсаулыҡ.
Колхида ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 1935 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Майҙан | 500 гектар |
Тарихы
үҙгәртергә1935 йылда Риони йылғаһы тамағында Поти ҡалаһы һәм Патара-Поти ауылы араһында 1000 гектар майҙанда комплекслы Поти ҡурсаулығы булдырылған. 1947 йылда ҡурсаулыҡ Пичори йылғаһының уң ярына күсерелгән. Яңы майҙан биләмәһе 500 гектар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ һаҙлыҡ һәм уйһыулыҡтағы булдырыу өсөн колхида урман ландшафттарын һаҡлау маҡсатында булдырылған. 1951 йылда Колхида ҡурсаулығы бөтөрөлә. 1959 йылдың ғинуарында элекке биләмәһендә ҡайтанан тергеҙелгән. 1972 йылдан административ яҡтан Сатаплий ҡурсаулығына[1]буйһондоролған.
1999 йылда Колхида ҡурсаулығы яңы ойошторолған Колхети милли паркы составына инә.
Флораһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһының ҙур өлөшөн лианалар баҫҡан уйһыу ерек урманы биләй. Ҡурсаулыҡ территорияһында төрө үҫә, Грузин СССР-ның Ҡыҙыл китабына индерелгән: Гартвис имәне, колхида томбойоғо, һары томбойоҡ, яр буйы молинияһы, диңгеҙ панкрацийы, ҡанатлы емешле лапина лапина крылоплодная һәм инжир[1]үҫкән.
Фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ бик күп ҡоштар һаны менән айырылған. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Грузин СССР-ының Ҡыҙыл китабына индерелгән: аҡҡойроҡ диңгеҙ бөркөтө белохвост орлан, көсөгән орёл могильник, кәлмәргән скопа, һунағара йәки йылан ыласыны змееяд, оло һәм кесе аҡ селдәр цапля һәм мыйыҡлы ҡарабаш турғай усатая синица[1]төрҙәре йәшәгән.
Һөтимәрҙәрҙән ҡурсаулыҡ территорияһында кавказ һәм ябай ҡама, сүл бүреһе шакал, ҡабан, илек йәки ҡоралай косуля һ. б. йәшәгән[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Грузия милли парктары исемлеге
- Грузия фаунаһы