Колхида милли паркы

Грузияның милли паркы

Колхида милли паркы (груз. კოლხეთის ეროვნული პარკი) — Грузияның милли паркы, илдең көнбайышында Колхида уйһыулығында урынлашҡан. Парк Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш яр буйы райондарын һәм Палеостоми күле бассейнын үҙ эсенә ала. 1998 йылда булдырылған, Колхида ҡурсаулығы[1] ла парк биләмәһенә инә.

Колхида милли паркы
Нигеҙләү датаһы 1998
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Грузия
Майҙан 289,4 км²
Карта
 Колхида милли паркы Викимилектә

Составы үҙгәртергә

Милли парк Грузияның биш муниципалитеты биләмәһендә урынлашҡан: Зугдид, Хоб, Сенак, Абаш һәм Ланчхут — административ йәһәттән биш районға бүленә. Һаҡланыусы биләмәнең дөйөм майҙаны — 446 км². Паркта визит-центр һәм ҡунаҡхана эшләй, һуҡмаҡтар һәм һыу ятҡылыҡтары буйлап туристик сәйәхәттәр ойошторола, балыҡ тотоу һәм экотуризм буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә

Географияһы үҙгәртергә

Парк составына Колхида һаҙлығы ла инә, ул — 10 миллион йыл элек Евразияла хөкөм һөргән реликт тропик һәм субтропик экосистема ҡалдығы. Палеостоми күле — 3 метрға тиклемге тәрәнлектәге ҡултыҡ, ул Ҡара диңгеҙҙән ҡом өйөмдәре һәм тоҙһоҙ һыулы Пичори[2] йылғаһы менән айырылып тора.

Флораһы үҙгәртергә

Колхида милли паркындағы үҫемлектәр төрлөлөгө уның биләмәһендә өс төрлө экосистема булыуға бәйле: һаҙлыҡтар, ҡом өйөмдәре һәмһыу ятҡылыҡтары. Барлыҡҡа килеүендәге үҙенсәлегенә бәйле паркта Грузияның башҡа урындарында осрамаған ағастар һәм үҫемлектәр бар. Уларға өс төрҙәге торф мүге, түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, төклө күрән ҡарай. Дымлы урманда ерек, лапина, имеретин имәне, хартвис имәне, колхида сырмауығы, ҡом өйөмдәрендә — һырғанаҡ осрай.

«Грузияның Ҡыҙыл китабына» түбәндәге үҫемлек төрҙәре индерелгән:

  • Гартвис имәне (Quercus hartwissiana)
  • Лапина крылоплодная (Pterocarya pterocarpa)
  • Колхида самшиты (Buxus colchica)
  • Ябай дардар (Fraxinus excelsior)
  • Грузин имәне (Quercus iberica)
  • Ҡара ерек (Alnus barbata)
  • Мачек желтоватый
  • Панкраций морской (Pancratium maritimum)

Фаунаһы үҙгәртергә

Милли парктың хайуандар донъяһы ла уникаль һәм күп төрлө. Парк көньяҡтан төньяҡҡа, йәки киреһенсә осоусы ҡоштар өсөн ял итеү урын ла булып тора. Парктың үҙендә вальдшнеп, кроншнеп, бүрекле чернеть, аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡҡош-кликун, ышылдаҡ аҡҡош, бөҙрә пеликан, ҙур подорлик, колхида фазаны көн итә. Һөтимәрҙәрҙән сүл бүреһе, ҡабан, ҡоралай, ҡама йәшәй. Һөйрәлеүселәрҙән бһаҙ ташбаҡаһы, һыу кеҫәрткеһе, һыу туҙбаш йыланы, каспий сыбар йыланы бар. Паркта ағас тәлмәрйенен дә осратырға була. Һөтимәрҙәрҙең 16 төрө парк өсөн эндемик булып тора, улар түбәндәгеләр: көнсығыш европа терпеһе, кавказ һуҡыр сысҡаны һәм ярғанаттарҙың бер нисә төрө.

Палеастоми күлендә балыҡтың 88 төрөнөң булыуы теркәлгән. Улар араһында түбәндәгеләр ҙә бар: уҡморон, көмрө балыҡ, сельдь, кефаль, суртан, скумбрия. Диңгеҙ һөтимәрҙәренән бында афалиндарҙы, ябай дельфинды һәм диңгеҙ сусҡаһын осратырға була.

«Грузияның Ҡыҙыл китабына» паркта йәшәгән хайуандарҙың 6 төрө индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Колхидский национальный парк. Агентство охраняемых территорий Грузии. Дата обращения: 12 май 2015.
  2. Биоразнообразие Колхетского Национального Парка. Агентство охраняемых территорий Грузии. Дата обращения: 12 май 2015.