Ковалёва Ольга Кузьминична

Ковалева Ольга Кузьминична (1 июль 1899 йыл25 август 1942 йыл) — Сталинград алышында батырҙарса һәләк булған беренсе ҡатын-ҡыҙ тракторсыларҙың береһе һәм беренсе ҡатын-ҡыҙ-иретеүсе.

Ковалёва Ольга Кузьминична
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 июль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Суводская[d], Дубовский район[d], Сталинградский округ[d], Түбәнге Волга крайы[d], СССР
Вафат булған көнө 25 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Волгоград, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Волгоград
Һөнәр төрө металлург, тракторсы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Ковалёва Ольга Кузьминична Викимилектә

Йәш сағы

үҙгәртергә

Ольга Кузьминична Ковалёва 1899 йылда Һарытау губернаһы Царицын өйәҙенең Александровская станицаһында (хәҙер Суводская) күп балалы фәҡир крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ольга бала саҡтан батраклыҡта эшләгән, 12 йәшендә руханиҙа хеҙмәтсе булып эшләй башлаған, ә һуңыраҡ Дубовкала май һығыуҙа һәм балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй[1]. Тиҙҙән революциянан һуң Ольганың атаһы, Кузьма Алексеевич Ковалёв, коммуна ойоштора. 1921 йылда Ольга Кузьминична станицала партияға ингән беренсе ҡатын-ҡыҙ була[2][3]. Бер мәл, коммунаның Эльтон күленән тоҙ алып ҡайтыу йомошо менән ул боҙ аҫтына төшөп китә, әммә ҡотола һәм тоҙҙо станицаға алып килеп еткерә, үҙе үпкәһе шешеүҙән ауырып китә[3].

Сталинградта

үҙгәртергә

1927 йылдың көҙөндә Ольга Кузьминична Сталинградҡа китә[3]. Был ваҡытта Сталинград иҡтисади үҫешенең ҡыҙыу осорон кисерә — унда сәнәғәт предприятиелары төҙөлә һәм яңыртыла, улар тиҫтәләгән йылдарға ҡаланың иҡтисад нигеҙен тәшкил итә. Ольга Ковалёва Ҡыҙыл Октябрь заводында ташсы булып эшләй башлай, ә һуңынан ташсылар бригадаһын етәкләй. Ике йылдан һуң партия ойошмаһы Ольга Кузьминичнаны Урта Аҡтүбәгә колхозға эшкә ебәрә. Колхоз эше йомғаҡтары буйынса ул Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1933 йылда Ольга Ковалёва Сталинград крайының беренсе партия конференцияһы тарафынан край комитеты ағзаһы итеп һайлана[4]. 1934—1937 йылдарҙа Кузьминична Круглов машина-трактор станцияһының сәйәси бүлек начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. 1935 йылдың яҙында Круглов МТС-ы яҙғы сәсеүҙә трактор ҡуллана башлай[5].

1939 йылда Ольга Кузьминична заводтың партия ойошмаһы ярҙамында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы булып эшләй башлай[3]. 1940 йылда беренсе ҡатын-ҡыҙ -ҡорос иретеүсе була, ул мартен цехында үҙаллы иретеү башҡара (12-се мартен мейесе). Был кеше ышанмаҫлыҡ уңыш була, ғәҙәттә, ҡорос иретеүсе ярҙамсыһынан ҡорос иретеүсе юлына тиклем күп йылдар кәрәк була, ә Ольга Кузьминичнаның бигерәк тә махсус быға белеме булмай.

 
Ольга Ковалёва мартен эргәһендә («Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулығы фондынан

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу мәленән заводта сменалар 12 сәғәт дауам итә, әммә Ольга Кузьминична һәм уның ҡорос иретеүсе коллегалары төп завод «Металл бирәһең!» лозунгыһын тормошҡа ашыра. Ольга Ковалёва 1942 йыл башында уҙған ҡатын-ҡыҙҙар съезы ҡатнашыусылары араһында була, унда «Ковентри ҡатын-ҡыҙҙарына Сталинград ҡатын-ҡыҙҙарынан» китабына ҡул ҡуя. Китапты 1943 йылдың 20 ғинуарында Ковентри ҡалаһы мэры Эмили Смитҡа Бөйөк Британиялағы совет илсеһенең ҡатыны Майская ханым тапшыра[6]. Был көнгә Ольга Кузьминична Ковалёва инде һәләк була.

1942 йылдың 23 авгусында 4-се һауа флоты көстәре ҡаланы иң көслө бомбаға тота, уның барышында 90 меңдән ашыу кеше һәләк була һәм һуғышҡа тиклемге Сталинградтың яртыһынан күберәк торлаҡ йорттарын юҡ итә. Мөһим маҡсаттарҙың береһе «Ҡыҙыл Октябрь» заводы һәм завод ҡасабаһы тора. Бомбалар һөҙөмтәһендә мартендар сафтан сыға. Бер үк ваҡытта 6-сы немец армияһы Мокрая Мечётка һәм Сухая Мечётка йылғалары районында Волгаға, туранан-тура Сталинград трактор заводы эргәһенә сыға. Тревога буйынса эшселәр ополчениеһының завод отряды яугирҙәре йыйыла, улар РККА частары һәм башҡа заводтар отрядтары менән берлектә дошмандың һөжүмен кире ҡағырға тейеш була. Отряд командованиеһының ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, отряд яугирҙәре иҫәбенә Ольга Кузьминична ла инә һәм «Ҡыҙыл Октябрь» заводының истребителдәр отрядында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. Истребителдәр батальонын Г. П. Позднышев етәкләй[7].

Ольга Ковалёва Мелиоративный утарына һөжүм ваҡытында һәләк була[8], унда немец автоматсылары нығынған була. «Ҡыҙыл Октябрь» заводы батальоны комиссары К.М.Сазыкин хәтирәләрендә Ольга Кузьминична Ковалёваның үлемен былай тип хәтерләй:


Алыш ҡыҙған мәлдә пулемет менән нимәлер була: әллә таҫмаһы ҡыҫыла, әллә расчет яйлай. Ҡорос иретеүсе Ковалева пулеметсыларға ташлана, һәм тиҙҙән пулемет тағы ата башлай. Алыш ҡыҙғандан ҡыҙа. Беҙҙең рәттәрҙәге һалдаттар үлә. Һәм мин шул саҡ  Ольга Ковалёваны күреп ҡалдым. Ул ҡулдарын ташлап, йөҙ түбән ятҡан, башынан яулығы сиселгән, сәстәрен ел туҙғытҡан, уң ҡулында винтовка, һул ҡулынан төшөп киткән граната, йөҙө ҡанһыраған.... Һөжүмгә алға йүгереп барғанда уны үлтергәндәр икәнлеге күренеп тора. Немецтар был ваҡытта, минән бер нисә тиҫтә метр,  юл аша утарға йүгерәләр. Мин, был ҡыйыу ҡатын тураһында иҫтәлекте һаҡлап алып ҡалыр өсөн,  Ольганың винтовкаһын һәм гранатаһын алып өлгөрҙөм.

К. М. Сазыкин

Бына нимә тип яҙа Сталинградты обороналау эпизоды тураһында Сталинград өлкә комитеты һәм ВКП(б) ҡала комитетының 1-се секретары А.С.Чуянов:

Трактор заводы янында алыштар барғанда, сталингадлылар халыҡ ополчениеһының һәм истребителдәр батальонының күп яугирҙәрен юғалта. «Ҡыҙыл  Октябрь» заводы ҡорос иретеүселәре ҙур юғалтыу кисерә:  Ольга Ковалёва һәләк була. Ул, ҡурҡыу белмәй, фашист танктары менән алыша. 25 августың кисендә, фашист танктары үтергә маташҡан оборона сигендә  һәләк була. Ҡыҙыл Царицын героик оборонаһы традицияларына тоғро СТЗ эшселәре дошмандың юлын быуҙылар.

А. С. Чуянов[9]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ольга Кузьминична Ковалёва үлгәндән һуң Ленин ордены[10] һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы[10]. миҙалы менән бүләкләнә

 
«Сталинград һуғышы Геройҙарына» мемориаль комплексының Ҙур туғандаш ҡәберлектә мемориаль плита

Ольга Кузьминична Ковалёваның исеме Мамай ҡурғанында «Сталинград һуғышы геройҙарына» мемориаль комплексының Ҙур туғандаш ҡәберлегендәге 37 мемориаль плиталарҙың береһендә мәңгеләштерелгән.

Волгоградтың Краснооктябрьский районында Ольга Ковалёва урамы бар[11][12].

Завод майҙанында скверҙа «Ҡыҙыл Октябрь» заводының проходныйы менән йәнәшәлә Ольга Кузьминичнаның ҡәбере урынлашҡан[13]. Ҡәберҙә һәйкәл 1968 йылда «Ҡыҙыл Октябрь» заводы рәссамы Н.Т. Ножкин проекты буйынса төҙөлгән[14], архитекторҙары М.Д.Голубин һәм А.Н. Баринова . 1982 йылда һәйкәлде гранит менән ситләйҙәр. Һәйкәл тутыҡмай торған ҡоростан һәм граниттан, Ольга Кузминичнаның барельефы бронзанан эшләнгән. Ҡәберҙә шундай яҙыу бар: «Ольга Ковалёваға, беренсе ҡатын-ҡыҙ-иретеүсегә, Сталинград һуғышында батырҙарса һәләк булған истребителдәр батальоны яугирына. 1900-1942»[15].

«Ҡыҙыл Октябрь» заводының цехтарының береһендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Завод металлургтары ҡойған таҡтаташты 1968 йылдың 2 февралендә асалар, унда шундай яҙыуҙар бар: «Бында 12-се мейестә Ольга Ковалёва иретеүсе булып эшләй, 1942 йылдың 25 авгусында тыуған ҡаланы һаҡлап батырҙарса һәләк була»[16].

Ольга Кузьминичнаның ҡәбере һәм иҫтәлекле таҡтаташы[17] Волгоград ҡалаһының төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[18].

1962 йылда Волгоград дәүләт оборона музейы «Ольга Ковалёва [Сталевар завода „Красный Октябрь“, погибшая в боях за Сталинград]» брошюраһын баҫтырып сығара, ә 1975 йылда Волгоградта А. В. Пичугиндың «Ольга Ковалёва» документаль повесы сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Павлов В. В. Слово об Ольге Сталинградской // Сталинград: мифы и реальность. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2003. — С. 211-214. — 320 с. — (Архив). — ISBN 5-7654-2667-0.
  2. Отставнова В. В.Памятник истории – могила Ольги Ковалевой, погибшей при защите Сталинграда в 1942 г.. Памятники и памятные места Краснооктябрьского района города Волгограда. Мирознай.Дата обращения 27 марта 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Это все, что останется после меня, 2009
  4. Нина Кондакова (Лымарь).Ольга Ковалёва.Роль женщины в Великой Отечественной Войне.Женщины и информация.Дата обращения 13 марта 2015.
  5. Стас Мурашкин.История. Kruglovka.ru.Дата обращения 25 марта 2015.
  6. Послание из Сталинграда доставлено в Ковентри (1943). Дата обращения: 24 март 2015. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  7. Водолагин М. А. Враг рвется к Волге // У стен Сталинграда. — М.: Госполитиздат, 1958. — 100 000 экз.
  8. У стен Сталинграда, 1958
  9. Чуянов А. С.Коммунисты Сталинграда 2016 йыл 14 март архивланған..Сталинград. Книги о Войне 41 года.Дата обращения 13 марта 2015.
  10. 10,0 10,1 Сталинградская битва: энциклопедия, 2012, с. 304
  11. Постановление от 10 октября 2011 года № 3060 «Об утверждении Общегородского перечня наименований элементов улично-дорожной сети и иных территорий проживания граждан городского округа город-герой Волгоград». Администрация Волгограда (Волгоградская область)(10 октября 2011).Дата обращения 19 февраля 2015.
  12. 48°46′34″ с. ш. 44°33′37″ в. д.HGЯO
  13. 48°45′49″ с. ш. 44°33′56″ в. д.HGЯO
  14. Зоткина В. Ю.Хроника дат и событий Волгограда на 2013 год. Централизованная система городских библиотек Волгограда.Дата обращения 13 марта 2015.
  15. Могила Ольги Ковалевой. История Волгограда.Дата обращения 13 марта 2015.
  16. Зоткина В. Ю.Хроника дат и событий Волгограда на 2013 год.Централизованная система городских библиотек Волгограда.Дата обращения 13 марта 2015.
  17. Есть информация, что сейчас табличка отсутствует (см. Олеся Ходунова. Беспамятство. В год 425-летия в Волгограде закрыли памятники забором. АиФ-Волгоград (27 август 2014). Дата обращения: 13 март 2015.)
  18. Объекты культурного наследия регионального значения, расположенные на территории г. Волгоград. Комитет культуры Волгоградской области. Дата обращения: 13 март 2015.(недоступная ссылка)
  • Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 304. — 800 с.
  • Прописаны в Волгограде навечно (сборник). — Волгоград: Нижне-Волжское кн. изд-во, 1975. — 176 с. — 30 000 экз.
  • Богомолов В. М. За оборону Сталинграда. — М.: Малыш, 1976. — С. 19. — 34 с. — (Дедушкины медали).
  • Пичугин А. В. Ольга Ковалёва. Документальная повесть. — Волгоград: Нижне-Волжское кн. изд-во, 1975. — 78 с. — (Жизнь твоих земляков).
  • Волгоградский государственный музей обороны. Ольга Ковалева (Сталевар завода «Красный Октябрь», погибшая в боях за Сталинград). — Волгоград: Кн. изд-во, 1962. — 10 с. — 3000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә