Ковалёва Ольга Васильевна
Ковалёва Ольга Васильевна (23 июль [4 август] 1881, Любовка ауылы, Һарытау губернаһы — 2 ғинуар 1962 йыл, Мәскәү) — Рәсәй империяһы һәм СССР йырсыһы (контральто), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947)[2].
Ковалёва Ольга Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 4 август 1881 |
Тыуған урыны | Аткарский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1962[1] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Йырсы тауышы | контральто[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәОльга Васильевна Ковалева 1906 йылда Рус музыка йәмғиәтенең һарытау бүлексәһендә музыка класын тамамлай. 1907—1909 йылдарҙа Петербургта И. П. Прянишников опера курстарында шөғөлләнә. Опера труппаһы составында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына гастролдәргә йөрөй. Провинцияның опера театрҙарында йырлай (Ратмир — Глинканың «Руслан һәм Людмила», Зибель — «Фауст» Гуно).
Әммә уның ысын һәләте урыҫ халыҡ йырҙарын башҡарыу була. Билдәле фольклорсы Е.Линева етәкселегендә уларҙың нигеҙендә концерт программаһын әҙерләй, уның менән 1912 йылдан Мәскәүҙә сығыш яһай. Һөҙөмтәлә, 1913 йылдан Ковалева башлыса халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ сығыш яһай[3]. Был сифатта Европа (Швеция, Норвегия, Финляндия, Франция, Германия) буйлап гастролдәргә сыға.
1924 йылдан Бөтә Союз радиоһында солист булып эшләй һәм һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Ковалева — күп кенә популяр йыр текстары һәм музыкаһы авторы («Ой, цвети кудрявая рябина», «Волга-реченька глубока» и др.)[4].
Үҙ ваҡытында Ольга Васильевна беренсе булып радиомикрофонда рус йырҙары менән сығыш яһай һәм радиола күп эшләй, башта солист булып, ә ғүмере аҙағында Бөтә Союз радиоһында урыҫ йыры хорының әҙәби консультанты була.
1921 йылда Швецияла һәм Норвегияла Совет власы исеменән сығыш яһаған концерт төркөмө составында ул урыҫ йырын күрһәтә, 1925 йылда Парижға Бөтә донъя художество күргәҙмәһенә совет артистары делегацияһы составында һәм 1927 йылда — Франкфурт-на-Майне ҡалаһына сыға.
Ольганың ата-әсәһе матур тауышҡа эйә булған ҡыҙҙарының һәләтен күрә. Һуңыраҡ алыҫ туғандарында ул грамотаға өйрәнә, һуңынан 20 йәшендә фельдшер-акушерҙар курсына китә.
Ҡыҙы — актриса Марина Францевна Ковалева (1923—2007), режиссёр Леонид Аграновичта кейәүҙә була.
Введенское зыяратында ерләнә (9-сы уч.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ковалёва Ольга Васильевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Уварова Е. Д., Эстрада в России. XX век: энциклопедия. — М.: Olma Media Group, 2004. — 861 с. — С. 286. ISBN 5-224-04462-6
- ↑ Ковалёва Ольга Васильевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Энциклопедия Саратовского края (в очерках, фактах, событиях, лицах). — Саратов: Приволжское кн. издательство, 2002. C.521.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "МР" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.