Клинов Иван Елизарович

Клинов Иван Елизарович (19 октябрь 1924 йыл — май 1996 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1984 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Башҡорт АССР-ы Октябрьский ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм өс «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Клинов Иван Елизарович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө май 1996 (71 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Елизарович Клинов 1924 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡыҙғанбаш улусы Үрге Николаевка ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, медицина хеҙмәте лейтенанты, 123-сө уҡсылар дивизияһының 622-cе уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 31 авгусында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

Бөрө уҡытыусылар институтын (1949), КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты ҡарамағындағы өс йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай (1956).

Эш урындары

үҙгәртергә

1949—1953 — КПСС-тың Балтас район комитеты; 1953—1956 — партия мәктәбе уҡыусыһы; 1956—1961 — КПСС-тың Туймазы район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире; 1961—1963 — КПСС-тың Туймазы район комитетының икенсе секретары; 1963—1965 — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1965—1984 — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Октябрьский ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Клинов етәксе булған осорҙа ҡала халҡы һаны 100 меңгә барып етә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3],
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • өс «Почет Билдәһе» ордены[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә