Кишер
Кишер (рус. Морковь посевная, лат. Daucus carota subsp. sativus) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек; йәшелсә. Июнь-июль айҙарында аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә орлоғо өлгөрә.
Кишер | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
|
Кишерҙең тыуған яғы Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан илдәр. Бөтә донъяла кишер сәсеп үҫтерелә.
Тасуирлама
үҙгәртергәИке йыллыҡ үлән үҫемлек, тамыры итләс, япраҡтары ныҡ киртләсле һәм бүлемле.
Сәскәләре — ваҡ, аҡ, һары йәки ҡыҙғылт тажлы.
Емеше — ваҡ, оҙонлоғо 3-5 мм эллипс рәүешле, икешәр ҡушарлы.
Үҫтереү
үҙгәртергәДүрт мең йыл буйына культурала ҡулланыла[1], хәҙерге ваҡытта төрҙәре һәм культиварҙары (сорт) бик күп.
Тәүге булып кишерҙе Афғанстанда үҫтерә башлағандар, унда әлегә тиклем кишерҙең бик күп төрлө төрҙәре үҫә. Яҡын төрө - ҡырағай кишер, йәғни, ҡуян тубығы: сәсеү кишерен унан селекция юлы менән сығарғандар.
Башта кишерҙе тамыры өсөн түгел, ә орлоҡтары һәм хуш еҫле япраҡтары өсөн үҫтергәндәр. Тәүге тапҡыр тамыры ризыҡҡа ҡулланғаны б.э. I быуатындағы сығанаҡтарҙа телгә алына.[2]
Кишер донъялағы иҡтисади яҡтан иң мөһим йәшелсә культуралары араһында. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылда 35658 миллион тонна кишер һәм шалҡан етештерелгән, дөйөм майҙаны 1,184,000 гектарҙа (2,926,000 гектар) .1
Кишерҙе күпләп етештереүселәр (млн тонна) | |||
---|---|---|---|
Илдә | 2016 йыл | ||
ҠХР | 20,5 | ||
Үзбәкстан | 2,3 | ||
Рәсәй Федерацияһы | 1,8 | ||
АҠШ | 1,4 | ||
Украина | 0,9 | ||
Польша | 0,8 | ||
Бөйөк Британия | 0,8 | ||
Бөтә донъя | 42,7 |
Файҙаланыу
үҙгәртергәКишер уңышы картуф менән сағыштырғанда бик юғары була (20-80)т/га[3]
Кишерҙе ҡыш дауамында дымлы һалҡынса урында йә бер нисә ай дауамында һыуытҡысҡа һаҡларға мөмкин. Оҙаҡ һаҡлау өсөн, йыуылмаған кишерҙе ҡомға, йә 50/50 юнысҡы, бысҡы вағы менән ҡом ҡатнашмаһына һалып һаҡлап була. Тәҡдим ителгән температура диапазоны (0-5)°С.
Каротин буйынса кишер татлы боростан ғына ҡалыша[4].
- халыҡ медицинаһында
Халыҡ медицинаһында эс йомшартыу, глистарҙы ҡыуыу, шулай уҡ радиоактив матдәләрҙе организмдан сығарыу сараһы булараҡ ҡулланыла[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По данным книги «Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения» (см. раздел Литература).
- ↑ Кишер: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL)
- ↑ Сорта и гибриды Моркови 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Донцов В. В., Донцов И. В. Лекарственные растения и продукты пчеловодства: Целебные свойства лекарственных трав и мёда. — Нижний Новгород: Флокс, 1992. — 352 с. — ISSN 5-87198-012-0
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Морковь// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 16-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения: Справочник / Отв. ред. К. М. Сытник. — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0.
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Морковь//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)