Оло Алаҡай - рус. Больши́е Алла́ки) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Оло Алаҡай
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Майҙан 8,27 км²
Вид в ночное время
Карта
 Оло Алаҡай Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Оло Алаҡай Кәҫле районындағы Төбәк ауыл биләмәһендә урынлашҡан, Кәҫле районы административ үҙәгенән 12 километр төньяҡ-көнсығыштараҡ ята [1]

Ҡылымыҡ аша Кесе Киҫегәс күле менән тоташа [2].

Кәҫленән алыҫлығы – 12 км, Силәбенән – 100 км, Екатеринбургтан – 110 км, Ҡурғандан – 365 км.

Координаттары: N 55° 57'32.68" E 60° 55'13.94"

Этимологияһы үҙгәртергә

Гидронимдың килеп сығышы буйынса фараздар төрлө.

Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович.Ул үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә был фараздар буйынса ярайһы тулы мәғлүмәттәр бирә:

Аллаки, Большое и Малое озеро - в документах именуется и как Алак, Алака, Аллакуль. Возможно, в названии запечатлен тюркский диалектный географический термин аллак, означающий обширную впадину крупного водоема (Э. Мурзаев). Можно предполагать и искаженный вариант топонима Алакуль, где ала — «пегий», «пестрый», кул — «озеро». В основе названия также может быть и тюркское мужское имя Аллакол, Аллакул — «божий», где алла — «бог» и типовая именная частица -кол (кул, гул)[3][4]

Ошо уҡ фекер башҡа сығанаҡтарҙа ла ҡабатлана.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Оло Алаҡай күренеше

Күлдең һыу көҙгөһөнөң абсолют бейеклеге 234,8 м булғанда ятҡылыҡтың майҙаны 8,27 км² тәшкил итә. Күлдең һыуйыйғыс майҙаны — 58,4 квадрат км. Максималь тәрәнлеге 7 метрға етә , уртаса тәрәнлеге — 4,7 метр. Һыу массаһы күләме — 39 млн м³ самаһы. Күл диңгеҙ кимәленән 233 метр бейеклектә[5].

Оло Алаҡай күленең ярҙары яҫы, тәпәш, көньяғы һаҙланған. Күл төбө ҡомло-ташлы, үҙәк өлөшө - ләмле. Күл һөҙәк, үҫемлектәр донъяһы ярлы. Яһалма ҡылымыҡ аша Кесе Киҫегәс менән тоташа[1]. Хәҙерге ваҡытта күлдән ағып сыҡҡан сығанаҡ юҡ, әммә тәүге тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, ҡасандыр ул Әрәпәнде күле аша үтеп, Ҡараболаҡ йылғаһына ҡоя торған булған [1].

Күлдең геологияһы үҙгәртергә

Күл эрозиялы-тектоник сығышлы соҡорҙа урынлашҡан. 1958-60 йылдарҙа күл буйында гранит плиталар һәм ҡырсынташтар сығарыла. Шуның һөҙөмтәһендә тәбиғи ландшафт боҙола, яр террасаһы 0,7 - 0,8 км һуҙымында 40-50 м киңлектә ҡырҡылған; Оло Алаҡай һәм Әрәпәнде күле араһындағы муйын тарайған. Күл сөсө һыулы,дөйөм минераллашыуы уртаса 600 мг/л тәшкил итә, химик составы кальцийлы-магнийлы.

Таш сатырҙар үҙгәртергә

 
Күл буйындағы таш сатырҙар

Оло Алаҡайҙың Көньяҡ-көнсығыш һәм көнбайыш ярҙарында Бей-Таш бар Кенәле-Таш тип аталған гранит ҡаялар бар, улар шулай уҡ Оло Алаҡай таш сатырҙары тип атала, боронғо ғибәҙәтхана тип нарыҡлау ҙа осрай. Ҡая ҡалдыҡтарының бейеклеге 10 метрға етә. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә боронғо һүрәттәр бар. Был археологик ҡомартҡылар 1914 йылда археолог Толмачев Владимир Яковлевич тарафынан асылған һәм тасуирланған. Ул табылған һүрәттәрҙе тотош һүрәткә төшөрөп алған булған, тик хәҙер уларҙың күп өлөшө юғалған, туристар ҙа боронғо рәсем сәнғәте өлгөләрен буяп, ҡоромлап бөткән.

Артабан, 1969 йылда, археолог Валерий Петрин уның менән йәнәш урынлашҡан ҡомартҡыларҙы ентекләберәк өйрәнә, һәм ҡаҙыныуҙар үткәрелә. Һөҙөмтәлә бик күп керамика фрагменттары, таш уҡ башаҡтары, түңәрәк формалы гранит плита, баҡыр һөңгө табыла [6].

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Үҫемлектәр донъяһы — ҡамыш, күрән.

Күп төр балыҡ : Бөгәрсә, шырт балыҡ,табан балыҡ, алабуға, ҡорман, сабаҡ, суртан, опто тереклек итә [7].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Большие Аллаки // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008. Т. 1. — А—Г. — С. 467. — ISBN 978-5-88771-069-3
  2. Озеро Большие Аллаки
  3. Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  5. Озеро Большие Аллаки 2019 йыл 20 май архивланған.
  6. Озеро Большие Аллаки 2016 йыл 8 декабрь архивланған.
  7. Озеро Большие Аллаки

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 131-се бит/ Белек