Кильдишева Клавдия Сергеевна
Кильдишева Клавдия Сергеевна (1917-1994) — совет инженер-һынаусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
Кильдишева Клавдия Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 март 1917 |
Тыуған урыны | Вязьма[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 май 1994 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Котляковское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | инженер |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКлавдия Сергеевна Кильдишева 1917 йылдың 6 мартында Вязьма ҡалаһында (хәҙер — Смоленск өлкәһе) тыуған. 1934 йылда урта мәктәпте, 1940 йылда — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай, шунан һуң А. Н. Туполевтың конструкторҙар бюроһында самолеттарҙың ныҡлығын иҫәпләү буйынса инженер булып эшләй[1].
1941 йылдың февраленән А. С. Яковлевтың тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында самолеттарҙы ныҡлыҡҡа иҫәпләүсе-инженер булып эшләй. 1943-1946 йылдарҙа авиация заводтарының береһендә профком етәксеһе була, 1946—1949 йылдарҙа самолеттарҙы статик һынау лабораторияһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылдан А. С. Яковлев Тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында начальник урынбаҫары, ғилми-тикшеренеү бүлеге етәксеһе вазифаларын биләй. 1966 йылдан ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса баш конструктор урынбаҫары сифатында эшләй. 1972 йылда уға Ленин премияһы, ә 1977 йылда — СССР Дәүләт премияһы бирелә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының ябыҡ указы менән 1981 йылдың 23 июнендә «авиация техникаһын төҙөүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Клавдия Сергеевна Кильдишева Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла[1].
1982 йылда Кильдишева хаҡлы ялға сыға, Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер статусын ала. Мәскәүҙә йәшәй. 1994 йылдың 2 майында вафат була, Мәскәүҙең Котляковский зыяратында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ике Ленин ордены,
- күп миҙалдар менән бүләкләнгән[1].