Кесе Ағарҙаш
Кесе Ағарҙаш - рус. Малый Агардяш - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.
Кесе Ағарҙаш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡарабаш |
Географияһы
үҙгәртергәКесе Ағарҙаш Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш һәм Ҡыштым ҡалалары араһында ятҡан күл.
Иң яҡын һыу ятҡылыҡтары: Арғужа һыуһаҡлағысы, Оло Ағарҙаш , Юшты, Алабуға күлдәре.
Ҡарабашҡа тиклем – 10 км, Силәбегә 90 км алыҫлыҡта ята.
Координаттары: 55°31′3.15″N 60°20′17.29″E .
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге — 5 м, иң тәрән урыны — 9 м.
- Һыу көҙгөһө - 80 га
- Оҙонлоғо - 700 м, киңлеге — 900 м
- Үтәҙеклеге - 3 м.
- Һыуы - сөсө.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүлде ҡуйы ҡатнаш урман уратып алған, тауҙар араһында ята.
Һыу үләндәренә бай: ҡамыш, екән, тростник (ҡыяҡлы ҡамыш), томбойоҡ үҫә.
Кесе Ағарҙаш балыҡҡа ла бай: карп, ҡарабалыҡ, табан балыҡ, суртан, аҡ амур, рипус, бәрҙе, алабалыҡ, опто, ябай һыла, бағыр, уҡбаш, бикре, ҡушбаш тереклек итә.
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе дәүләт университеты уҡытыусыһы Ғ.К. Вәлиев атаманың балыҡҡа килеүен былай аңлата:
Большой Агардяш, и его правый безымянный ручей, протекающий через Малый Агардяш, слившись, образуют озерную пару, что и подтверждают башкирские названия Ағарҙаш с аффиксом совместности -даш//-дəш//-ҙаш//-ҙəш//-таш//-тəш:. Русская передача аффикса с мягким согласным -д- (-дяш) говорит о возможном произношение слова башкирами в палатальном варианте: -Әгəрҙəш
[1].
Йәғни, халыҡ телендә гидроним Кесе Ағарҙаш булып та, Кесе Әгәрҙәш булып та йөрөүе ихтимал.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Г. К. Валеев. ТЮРКСКИЕ ТЕРМИНЫ В ГИДРОНИМАХ ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ. - Вестник Челябинского государственного университета. 2018. № 6 (416). Филологические науки. Вып. 113. С. 17—27
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Малый Агардяш 2019 йыл 28 июнь архивланған.
- Озеро Большой Агардящ 2019 йыл 24 июнь архивланған.