Франсуа Кенэ

(Кенэ Франсуа битенән йүнәлтелде)

Франсуа́ Кенэ́ (Кене, Кёне́, Кёнэ́; франц. François Quesnay; 4 июнь 1691 йыл, Мер — 16 декабрь 1774 йыл, Версаль ҡалаһы) — Франция ғалимы, иҡтисадсы, Физиократия мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Франсуа Кенэ
франц. François Quesnay
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған көнө 4 июнь 1694({{padleft:1694|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Мере[d], Франция короллеге[d][4][1]
Вафат булған көнө 16 декабрь 1774({{padleft:1774|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1][3][5][…] (80 йәш)
Вафат булған урыны Версаль (ҡала), Франция короллеге[d][1]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, иҡтисадсы, табип, энциклопедисты, хирург, тәбиғәт фәндәре белгесе, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Сәнғәт йүнәлеше Физиократия
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d] һәм Француз фәндәр академияһы[d]
Йоғонто яһаусы Конфуций[6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы François Quesnay
 Франсуа Кенэ Викимилектә

Париж фәндәр академияһы (1751; associé libre)[7], Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1752)[8].

Биографияһы

үҙгәртергә

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[9]12 йәшендә уны баҡса эшсеһе уҡырға һәм яҙырға өйрәткән. Шунан уны ауыл сиркәүендәге кюрела, күрше ҡалалағы башланғыс мәктәптә уҡыған. 17 йәштә ул Парижға китә, бер нисә йыл гравёр ярҙамсыһы булып эшләй һәм уҡый. 1710 йылда Кенэ медицина факультетында уҡый башлай[10].

1718 йылда ул Парижда бай бакалея кибете хужаһы ҡыҙына өйләнә, хирург дәрәжәһен ала һәм Мант-ла-Жоли ҡалаһы дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. Ҡала аристократияһы унда дауалана; улар ярҙамы менән Кенэ үҙенең тәүге хеҙмәтен баҫтырып сығара: «Observations sur les effets de la saignée» (Ҡан ағыҙыуҙың эҙемтәләре) (17291730). Был хеҙмәттә ул король һарайында ҙур абруйы булған табип Сильваны тәнҡитләп сыға.

1734 йылда герцог Вильруа ике балаһы менән тол ҡалған Кенэға Парижда үҙ өйөндә табип вазифаһын тәҡдим итә[11].

1737 йылда Кенэ профессор дәрәжәһен ала һәм Париж хирургия академияһының даими секретары итеп тәғәйенләнә.Был вазифала ул хирургтар цехының «факультет»ҡа ҡаршы көрәшендә ҡатнаша .Ул осорҙа рәсми медицина хирургтарға терапия менән шөғөлләнеүҙе тыя. Бынан тыш ул төрлө темаларға хеҙмәттәр яҙа (медицина этикаһына арналған тракта, теория менән табип практикаһы нисбәте).

Король фавориткаһы мадам де Помпадурҙың табибы булараҡ (1749 йылдан), ул король һарайына саҡырыла һәм 1752 йылда Франция короле Людовик XV-нең лейб-медигы итеп тәғәйенләнә. Уның салонына төрлө сәйәси партияға ҡараған кешеләр йөрөй— Д'Аламбер, Дени Дидро, Шарль Пино Дюкло, Жан Франсуа Мармонтель, Бюффон, Гельвеций, маркиз Мирабо (Өлкәне), Андре Морелле, Тюрго (һуңғы өсөһө Кенэның бик мөһим уҡыусылары була); 1766 йылда унда инглиз ғалимы, политэкономист Адам Смит булып китә.

Экономика буйынса тикшеренеүҙәрен Кенэ бик олоғайғас ҡына башлай. Уның икмәккә хаҡтар һәм һалымға бағышланған тәүге мәҡәләләре Дидроның «Энциклопедия»һында 1756 йылда «Fermiers» һә «Grains» рубрикаһында баҫылып сыға.

1758 йылда ул үҙ аңлатмалары менән «Экономик таблица» баҫтыра , 1766 йыладан редакторы Пьер Самюэль Дюпон де Немур булған «Journal de l’Agriculture, du Commerce et des Finances» менән хеҙмәттәшлек итә башлай. Был журналда һәм тағы физиократтарҙың «Éphémérides du citoyen» тигән тағы бер журналында (Николя Бодо нигеҙ һалған), Кенэнең иң мәһим мәҡәләләре донъя күрә : «Dialogues sur les travaux des Artisans» (Оҫталар ижады тураһында диалогтар), «Observations sur l’intérêt de l’argent» (Аҡса тураһында), «l’Analyse du gouvernement des Incas du Pérou» (Перу инктары хөкүмәте анализы), «Le despotisme de la Chine»(Ҡытай деспотизмы). Дюпон де Немур 1767—1768 йылдарҙа Кенэның хеҙмәттәрен «Physiocratie» тигән дөйөм исем аҫтында баҫтырып сығара. Бынан һуң Кенэ яҡлылар «физиократтар» тигән исем ала.

Үҙенең 1767 йылда яҙылған «Ҡытай деспотизмы» (Le Despotisme de la Chine) тигән хеҙмәтендә Кенэ Ҡытай сәйәсәтен һәм йәмғиәтен һүрәтләһә лә, был илдәге ысынбарлыҡты күрһәтмәй, ә көнсығыш деспотизмы йәмғиәткә файҙалы тигән үҙ фекерҙәрен яҙа. Ул Ҡытайҙа дәүләт е «тәбиғи закондар» нигеҙендә идара ителә икән тип уйлай[12].Кенэның Ҡытай тураһында яҙмаларына нигеҙләнеп, Laissez-faire (отпусти ситуацию) терминының киң таралыуына Венсан де Гурнэ булышлыҡ иткән тиҙәр. Николя Бодо конфуцианлыҡ тәғлимәтенә бирелгән Кенэның уҡыусыһы, уҡытыусыһын Европа «Конфуцийы» тип атай.

1773 йылда Кенэ үҙенең һуңғы хеҙмәтен сығара: «Recherches Philosophiques sur l’Evidence des Vérité s Geometriques», унда ул түңәрәктең квадратураһын табырға тырыша. Уҡыусылары Кенэның зиһене насарайғанын аңлай. Кенэ һарайҙағы табип вазифаһынан да бушатыла. Оҙаҡлаймай ул уҡыусыһы Тюргоның беренсе министр итеп тәғәйенләнеүен күреп шатлана;ләкин ул Тюргоның вазифаһынан ҡыуылыуын күреп өлгөрмәй, үлеп китә. Шулай итеп, физиократтар абсолют власть ярҙамында «йәмғиәтте ойоштороуҙың тәбиғи закондарын» тормошҡа ашырып булмағанын аңлай.

Төп идеялары

үҙгәртергә
 

Кенэ фекеренсә, донъяла Хоҙай тарафынан кеше файҙаһына булдырылған закондар хаким итә; тик ысынбарлыҡ тәбиғи һәм изге тәртип принциптары менән ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡта йәшәй. Был етешһеҙлекте Кенэ ирекле ихтыярҙы аҡыллы файҙаланмау һәм йәмғиәттә ике ихтыяж бәрелеш менән аңлата: тик шәхси нәмә (ләззәт алырға һәм ғазаптарҙан ҡасырға теләү) һәм аҡыл менән аңлап була торған (ул кешене үҙ-үҙең адындағы бурыстарҙан һәм үҙеңдең теләктәреңдән тыш тағы башҡа кешеләр алдында һәм Хоҙай алдында бурыстарың бар тип өйрәтә) араһындағы бәрелеш.

Тулы ирекле эшмәкәрлек булғанда аҡыл менән аңлап булған ихтыяж өҫтөнлөк ала, һәм бөтә йәмғиәт бәхетле була. Позитив хоҡуҡ (дәүләт булдырған хоҡуҡ) иң тәүҙә тәүге һәм иң мөһим законды — һәр кемдең иреккә хоҡуғын һәм үҙ мөлкәте менән бер сикләүһеҙ файҙалана алыу хоҡуғын танырға тейеш. Төрлө әйберҙәр менән файҙаланыуҙа тигеҙһеҙлектең килеп сығыу тарихын онотоп, Кенэ кешенең үҙ мөлкәте менән үҙе теләгәнсә файҙаланыу хоҡуғы бар тип иҫәпләй, сөнки ул —уның хеҙмәте һөҙөмтәһе .

Һәр кем йәшәргә хоҡуҡлы һәм йәмғиәттән хеҙмәткә (эшләргә) мөмкинлек талап итергә хоҡуҡлы; тие йәмғиәт уға йәшәр өсөн бик аҙ ғына әйбер бирергә бурыслы.Ҡалғанын ул үҙе нисек һәм ҡайҙа булыра ал, шулай табырға тейеш; тигеҙһеҙлек донъялағы хәлдәрҙән килеп сыға, Хоҙай тарайынан дөйөм гармонияны һаҡлау өсөн булдырылған һәм кешеләрҙең нимәнелер үҙенә ала алыу һәләтендәге айырмаға бәйле.

Дәүләт башында, Кенэ фекеренсә, абсолют (сикләнмәгән) власть торорға тейеш, ул ғына аҡыллы ихтыяжды ирекле үтәүгә нигеҙләнгән тәртипте тотоп һәм һаҡлап тора ала;тик сикләнмәгән монарх ҡына шәхси ихтыяждан азат, ул ғына халыҡҡа тәбиғи закондарҙы танып белергә ярҙам итә ала, ул ғына иң юғары жрец була ала. Йәмғиәт ойошмаһы нигеҙендә Кенэ өс синыф күрә: етештереүсе синыф (ер эшкәртеүселәр, башҡа синыфтарҙы үҙ иҫәбенә йәшәтеүсе, саф табыш биреүсе синыф); бер яңы нимә лә етештермәй торған файҙаһыҙ синыф, ул беренсе синыф тапҡанды төрлө ихтыяждарҙы үтәргә яраҡлы икенсе формаға әйләндереп эшкәртеүсе синыф; милек эйәләре, был синыф бер нимә лә булдырмай һәм эшкәртмәй, тик саф табыш менән файҙалана.

Кенэның фекере тик ерҙән алынған саф табыш тирәһендә генә урала. Ул ерҙең 4/7 милек эйәләренә , 1/7 сиркәүгә һәм 2/7 дәүләткә биреү дөрөҫ тип иҫәпләгән. Милек эйәләре йәшәүен ул рухи мәҙәнәиәт һәм дәүләт менән идара итеү өсөн ирекле һәм бер ним менән шөғөлләнмәгән көстәр кәрәк булыуы менән аңлатҡан. А. Смит һәм уның юлынан барыусыларға Кенэ системаһы бик көслө тәьҫир яһай .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118743163 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 François Quesnay // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 http://www.academie-sciences.fr/pdf/eloges/quesnay_p85_vol3573.pdf
  5. http://www.academie-sciences.fr/fr/Liste-des-membres-depuis-la-creation-de-l-Academie-des-sciences/les-membres-du-passe-dont-le-nom-commence-par-q.html
  6. http://eprints.lse.ac.uk/22479/1/wp12.pdf: A study of Eurasian economic thoughtЛондонская школа экономики и политических наук, 2005.
  7. Les membres du passé dont le nom commence par Q (фр.)
  8. Ҡалып:RS id
  9. В различных документах род занятий отца Франсуа также указывается как адвокат, мелкий торговец и мелкий землевладелец, но версия о том, что он был бедным земледельцем, считается наиболее вероятной (в биографиях Кенэ его последователи, начиная с его зятя врача Эвена, занимались «облагораживанием» его происхождения. См. G. Schelle, pp. 8—9.). Ғаиләлә 13 бала булған, Франсуа- һигеҙенсе.
  10. Schelle, pp. 15—17
  11. Schelle, p. 49
  12. Ina Baghdiantz McCabe. Orientalism in Early Modern France: Eurasian Trade, Exoticism and the Ancien Regime (инг.). — Berg Publishers (инг.)баш., 2008. — P. 271—272. — ISBN 978-1-84520-374-0.
 
Tableau economique

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Экономическая таблица Кенэ, 1758
  • Кенэ Ф. Избранные экономические произведения. — М.: Соцэкгиз, 1960.
  • Изд. соч. Кенэ: «Oeuvres économiques et philosophiques», с предисл. и примеч., сделано Августом Онкеном (П., 1888).
  • В серии «Антология экономической мысли» в 2008 году издательством «Эксмо» была выпущена книга: Ф. Кенэ, А. Р. Ж. Тюрго, П. С. Дюпон де Немур Физиократы. Избранные экономические произведения. (1200 с., ISBN 978-5-699-18767-6), в которой опубликованы следующие статьи Франсуа Кенэ:
    • Очевидность (с. 45—86);
    • Фермеры (с. 87—121);
    • Зерно (с. 122—182);
    • Население (с. 183—241);
    • Налоги (с. 242—278);
    • Объяснение «Экономической таблицы» (с. 279—287);
    • Философия земледелия (с. 288—326);
    • Естественное право (с. 327—339);
    • Ответ на мемуар г-на М. Х. (с. 340—349);
    • Анализ «Экономической таблицы» (вместе с существенными замечаниями) (с. 350—366);
    • О торговле (с. 367—406);
    • Общие принципы экономической политики земледельческого государства и примечания к этим принципам (с. 407—435);
    • О ремесленном труде (с. 436—458);
    • Китайский деспотизм (глава VIII) (с. 459—481);
    • Замечания относительно денежного процента (с. 482—487).

Библиография

үҙгәртергә
  • Аникин Андрей Владимирович. Глава восьмая. Доктор Кенэ и его секта // Юность науки: Жизнь и идеи мыслителей-экономистов до Маркса. — 2-е изд. — М.: Политиздат, 1975. — С. 153—169. — 384 с. — 50 000 экз.
  • Марк Блауг. Кенэ, Франсуа // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 128—130. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.
  • Кенэ // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  • Кенэ (Quesnay) Франсуа / С. М. Никитин // Кварнер — Конгур. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — С. 48. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 12).
  • Клюкин П. Н. Поворот к физиократической метафизике (к 250-летию «Экономической таблицы» Ф. Кенэ) // Ф. Кенэ, А. Р. Ж. Тюрго, П. С. Дюпон де Немур. Физиократы. Избранные экономические произведения. — М.: Эксмо, 2008. — С. 13-44. — ISBN 978-5-699-18767-6. — Серия «Антология экономической мысли».
  • Роза Люксембург. Глава вторая. Анализ процесса воспроизводства у Кенэ и у Адама Смита // Накопление капитала: Том I и II. — 5-е изд. — М.-Л.: Соцэкгиз, 1934. — С. 18—30. — XLIV, 463 с.
  • Миклашевский А. Н. Кене, Франсуа // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сперанская Л. Н. Экономические взгляды Ф. Кенэ // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: издательство Мысль, 1987. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 443—454. — 606 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00038-1.
  • Иосиф Адольфович Трахтенберг. Франсуа Кенэ и его «Экономическая таблица» // Капиталистическое воспроизводство и экономические кризисы (Очерк теории). — 2-е изд. — М.: Госполитиздат, 1954. — С. 9—17. — 199 с. — 150 000 экз.
  • Hasbach, «Die allgemeinen philosophischen Grundlagen der von F. Quesnay und Adam Smith begründeten Dolitisehen Oekonomie» (Лпц., 1990)
  • Статья Онкена в «Hwb. der Staatswissenschaften», изд. Конрадом и Лексисом.
  • Schelle G. Le docteur Quesnay, chirurgien, médecin de Mme de Pompadour et de Louis XV, physiocrate. — Paris, 1907. — 402 p.

Һылтанмалар

үҙгәртергә