Келдыш Людмила Всеволодовна

Людмила Всеволодовна Ке́лдыш (27 февраль [12 март1904, Ырымбур — 16 февраль 1976, Мәскәү) — совет математигы, физика-математика фәндәре докторы (1941), профессор (1964).

Келдыш Людмила Всеволодовна
рус. Людмила Всеволодовна Келдыш
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Людмила Всеволодовна Келдыш
Тыуған көнө 12 март 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ырымбур, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 февраль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][2]
Атаһы Всеволод Михайлович Келдыш[d]
Бер туғандары Мстислав Всеволодович Келдыш[d] һәм Юрий Всеволодович Келдыш[d]
Хәләл ефете Новиков, Пётр Сергеевич[d][1]
Балалары Леонид Вениаминович Келдыш[d] һәм Сергей Петрович Новиков[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө күмәклектәр теорияһы, геометрия, топология һәм математика
Эш урыны Мәскәү авиация институты
РФА-ның математика институты[d][1]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Рижский технический университет[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Диссертация Структура В-множеств[d][1]
Ғилми етәксе Николай Николаевич Лузин[d]
Аспиранттар Сосинский, Алексей Брониславович[d][3], Матвеев, Сергей Владимирович[d][3], Алексей Викторович Чернавский[d][3], Mikhail Anatolievich Shtan'ko[d][3], M. Sh. Farber[d][3], V. P. Kompaniets[d][3], Van Ni Kyong[d][3], R. Yu. Matskina[d][3], E. V. Sandrakova[d][3] һәм V. V. Solodov[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлаған (1926). Мәскәү авиация институтында (1930—1934) һәм СССР Фәндәр академияһының Математика институтында (1934 йылдан башлап) эшләй. Ысын үҙгәреүсәнле функциялар теорияһы һәм теоретик-күмәклектәр топологияһы өлкәһендә ҙур белгес. Төп хеҙмәттәре B-күмәклектәр (йомоҡ һәм асыҡ күмәклектәрҙән, сикле йәки иҫәпле һандағы күмәклектәргә ҡарата ҡулланылған берләштереү һәм киҫелеш операциялары ярҙамында алырға мөмкин булған күмәклектәр), күмәклектәр һәм топологияның дескриптив теорияһы буйынса.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. 2004 йылдың авгусында Мәскәүҙә (Фәндәр академияһының Математика институтында) Л. В. Келдыштың тыуыуының йөҙ йыллығына арналған «Геометрическая топология, дискретная геометрия и теория множеств» халыҡ-ара конференцияһы үтә.

Л. В. Келдыш — М. В. Келдыштың апайы (генерал-майор Всеволод Михайлович Келдыштың ете баланың береһе). Ире — математик Новиков С. П. (1934). Теүәл фәндәргә иҫ киткес һәләтте уның улдары, өлкәне (беренсе никахтан) — Леонид Вениаминович Келдыш, кесе улы — Новиков Сергей Петрович һәм уртансыһы — Андрей, Мәскәү физика-техник институтының элекке доценты мираҫ итеп алғандар. Ғаиләлә тағы ике ҡыҙы була, улар: Нина һәм Елена.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә