Кая Каллас (эст. Kaja Kallas; 18 июнь 1977 йыл, Таллин, Эстон ССР-ы) — эстон юрисы, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Реформалар партияһы рәйесе. 2021 йылдың 26 ғинуарынан Эстонияның ғәмәлдәге премьер-министры. Элек — Европа өсөн либералдар һәм демократтар альянсы (20142018) һәм Эстония парламенты составында (20112014, 20192021) Европа парламенты депутаты.

Кая Каллас
эст. Kaja Kallas
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Эстония
Тыуған көнө 18 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (47 йәш)
Тыуған урыны Таллин, Эстон ССР-ы[d][2]
Атаһы Сийм Каллас[d]
Әсәһе Кристи Каллас[d]
Хәләл ефете Arvo Hallik[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, эконом
Эш урыны TGS Baltic[d]
Ванемуйне[d]
TGS Baltic[d]
Viru-Nigula wind farm[d]
Borenius[d]
Эстонская школа бизнеса[d]
Рийгикогу[d]
Европейский парламент[d]
Биләгән вазифаһы депутат Европейского парламента[d][3][4], депутат Рийгикогу[d][5], депутат Рийгикогу[d][5], депутат Рийгикогу[d][6], премьер-министр Эстонии[d][7] һәм Верховный представитель Союза по иностранным делам и политике безопасности[d]
Уҡыу йорто таллинская гимназия в Лиллекюле[d]
Таллинский английский колледж[d]
Тарту университеты[d]
Эстонская школа бизнеса[d]
Университет Лоуренса[d]
Әүҙемлек урыны Страсбург, Брюссель һәм Таллин
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия реформ Эстонии[d][8]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Большой крест ордена Звезды Румынии орден князя Ярослава Мудрого II степени командор Большого креста ордена Полярной звезды
Эра XXI быуат
Рәсми сайт kajakallas.ee
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 220 862
 Кая Каллас Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Кая Каллас 1977 йылдың 18 июнендә Таллинда тыуған. Кая Каллас — Реформалар партияһының элекке рәйесе һәм Европа комиссияһының элекке вице-президенты Сийм Калластың ҡыҙы.

Кая Каллас 1995 йылда өлгөргәнлек аттестатына имтихан үтә. 1999 йылда Тарту университетының юридик факультетын хоҡуҡ өлкәһендә бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай, шунан һуң конкуренция өлкәһендә Европа һәм Эстония закондар сығарыуға махсуслашҡан адвокат булып эшләй (2011 йылда уның адвокат эшмәкәрлегенә хоҡуғы бөтә). Шулай уҡ 1996 йылдан театр режиссер ярҙамсыһы сифатында профессиональ эшләй. 2007 йылда Эстония бизнес мәктәбенә уҡырға инә, бында 2010 йылда иҡтисадта EMBA дәрәжәһен (эшлекле идара итеү магистры) ала[9].

Кая Каллас эстон, инглиз, рус, фин һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә[10].

Сәйәси карьераһы

үҙгәртергә

2010 йылда Каллас Эстонияның Реформалар партияһына ҡушыла һәм 7157 тауыш йыйып, 2011 йылда Эстония парламентына һайлана (Рийгикогу)[11]. XII саҡырылыш Эстония парламентында (2011 йылдан 2014 йылға тиклем) иҡтисади мәсьәләләре буйынса комитетты етәкләй.

2014 йылда һайлауҙарҙа Каллас, Европа парламентына кандидатураһын ҡуя, 498 21 тауыш йыя[12]. Европа парламентында Каллас Сәнәғәт, тикшеренеүҙәр һәм энергетика буйынса комитетҡа инә, эске баҙар һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитеты ағзаһы була. ЕС-Украина парламент хеҙмәттәшлеге комитетында делегация рәйесе урынбаҫары, шулай уҡ «Евронест» парламент ассамблеяһында делегация һәм АҠШ менән мөнәсәбәттәр буйынса делегация ағзаһы була[13]. Бының өҫтәүенә, Каллас Европарламенттың депутат-ара төркөмө ағзаһы[14] һәм Йәштәр төркөмөнөң вице-рәйесе була[15].

2017 йылдың 13 декабрендә Реформалар партияһы рәйесе Ханно Певкур 2018 йылдың ғинуарында был вазифаға үҙ кандидатураһын ҡуймаясағын иғлан итә, һәм уның урынын биләү өсөн Калласҡа тәҡдим итә[16]. 15 декабрҙә Каллас был тәҡдимде ҡабул итә һәм партия етәксеһенә һайлауҙарҙа үҙ кандидатураһын ҡуйырға ризалаша[17]. 2010 йылдың 14 апрелендә Каллас Реформалар партияһы рәйесе вазифаһын башҡара башлай.

Парламент һайлауҙарында 2019 йылдың 3 мартында һайлаусыларҙың 20083 тауышын алып, яңынан депутат мандаты ала, был кандидаттар араһында иң яҡшы һөҙөмтә булып тора. Реформалар партияһы һайлауҙарҙа 28,9 проценты тауыш менән еңеп сыға һәм Рийгикогула 34 урын ала. 5 апрелдә Эстония президенты Керсти Кальюлайд Калласты премьер-министр вазифаһына ҡуйып, уға яңы хөкүмәт ойошторорға тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта партия коалиция төҙөй алмай һәм хөкүмәт төҙөү хоҡуғы Юри Ратасҡа күсә, ул премьер-министр була[10]. Реформалар партияһы оппозицияла ҡала.

2021 йылдың 13 ғинуарында, Юри Ратас хөкүмәте отставкаға киткәндән һуң, Эстония президенты Реформалар партияһы лидеры Кая Калласҡа яңы хөкүмәт ойошторорға ҡуша[18][19]. 14 ғинуарҙа президент 2019 йылда парламентта һайлауҙарҙа күп тауыш йыйыусы Калласты  Реформалар партияһы рәйесе булараҡ премьер-министр вазифаһына кандидат итеп тәғәйенләү буйынса ҡарарға ҡул ҡуя[20]. 2021 йылдың 25 ғинуарында Каллас, Рийгикогу ағзаларының 70 тауышын алып, хөкүмәт формалаштырыу өсөн парламенттың хуплауын таба[21].

2021 йылдың 26 ғинуарында Эстонияның беренсе ҡатын-ҡыҙ премьер-министры була[22][23]. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Каллас хөкүмәтендә 14 министрҙың 7-һе  — ҡатын-ҡыҙ, был Эстония рекорд булып тора, ә Эстонияның президенты булып шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ Керсти Кальюлайд тора[24].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

2002—2006 йылдарҙа Эстония диңгеҙ академияһы хеҙмәткәре Роомет Лейгерҙа кейәүҙә була. 2011—2014 йылдарҙа уның юлдашы 2003—2005 йылдарҙағы Эстонияның финанс министры Таави Вескимяги була. 2011 йылда уларҙың улы тыуа. 2018 йылдың сентябрендә банкир Арво Халликҡа  (Arvo Hallik) кейәүгә сыға.

Кая спорт менән мауыға (саңғы, ролик, гольф). 2006 йылда Эстон гольф-клубы ағзаһы булып тора[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kaja Kallas // https://pantheon.world/profile/person/Kaja_Kallas
  2. Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
  3. http://www.europa-nu.nl/id/vjl53yqhzixl/kaja_kallas
  4. http://www.europarl.europa.eu/meps/de/124697/KAJA_KALLAS_history.html
  5. 5,0 5,1 https://www.riigikogu.ee/tutvustus-ja-ajalugu/riigikogu-ajalugu/xii-riigikogu-koosseis/juhatus-ja-liikmed/
  6. https://www.riigikogu.ee/riigikogu/koosseis/riigikogu-liikmed/
  7. Kaja Kallas // Vabariigi Valitsuse 51. koosseis (эст.)
  8. Search for a party memberCentre of Registers and Information Systems.
  9. Kaja Kallas | LinkedIn.
  10. 10,0 10,1 10,2 Каллас, Кая. ТАСС. Дата обращения: 13 ғинуар 2021.
  11. Biography. Kaja Kallase Blogi. Архивировано 16 июнь 2016 года. 2016 йыл 16 июнь архивланған.
  12. Archived copy. Дата обращения: 16 июнь 2016. Архивировано 16 июнь 2016 года. 2016 йыл 16 июнь архивланған.
  13. 8th parliamentary term | Kaja KALLAS | MEPs | European Parliament
  14. Members 2016 йыл 8 ғинуар архивланған. European Parliament Intergroup on the Digital Agenda.
  15. European Youth Forum. www.youthforum.org. Дата обращения: 18 апрель 2016. Архивировано из оригинала 4 май 2016 года. 2016 йыл 4 май архивланған.
  16. Pevkur not to run for Reform lead again, Kallas not announcing yet. ERR (13 декабрь 2017). Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  17. Kaja Kallas to run for Reform Party chair. ERR (15 декабрь 2017). Дата обращения: 22 декабрь 2017.
  18. Видео ⟩ Кая Каллас: я не вижу особых возможностей формировать правительство с EKRE. Rus.Postimees.ee (13 ғинуар 2021). Дата обращения: 13 ғинуар 2021.
  19. ERR. Керсти Кальюлайд предложит сформировать новое правительство Кае Каллас. ERR (13 ғинуар 2021). Дата обращения: 13 ғинуар 2021.
  20. Блог ⟩ Президент поручила Кае Каллас сформировать правительство. Rus.Postimees.ee (13 ғинуар 2021). Дата обращения: 14 ғинуар 2021.
  21. Каллас: цель нового правительства – по возможности сохранить Эстонию открытой, чтобы взрослые могли работать, а дети – учиться. Rus.Postimees.ee (25 ғинуар 2021). Дата обращения: 25 ғинуар 2021.
  22. ERR. Новое правительство Эстонии вступило в должность. ERR (26 ғинуар 2021). Дата обращения: 26 ғинуар 2021.
  23. Галерея ⟩ Правительство Каи Каллас принесло присягу. Rus.Postimees.ee (26 ғинуар 2021). Дата обращения: 26 ғинуар 2021.
  24. Эстония стала единственной страной в мире, которой управляют женщины. Jana (1611656835). Дата обращения: 26 ғинуар 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә