Кауричев Иван Сергеевич
Кауричев Иван Сергеевич (3 декабрь 1913 йыл — 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тупраҡты өйрәнеүсе белгес. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия капитаны. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1976). СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Кауричев Иван Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 декабрь 1913 |
Тыуған урыны | Дугна[d], Калужский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2003 |
Эшмәкәрлек төрө | тупраҡ |
Эш урыны |
К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d] |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Сергеевич Кауричев 1913 йылдың 3 декабрендә хәҙерге Калуга өлкәһенең Ферзиков районындағы Дугна ҡасабаһында тыуған.
1938 йылда хәҙерге К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын агрохимия факультетын тамамлаған.
1939 йылдан алып 1946 йылға тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1], 7-се айырым запас инженер полкында, артабан 64-се инженер-сапер бригажаһының 19-сы гвардия минерҙарҙың айырым батальонында һуғыша, гвардия капитаны[2].
1946 йылдан Тимирязев академияһында эшен дауам итә: ассистент, тупраҡ ғилеме кафедраһы доценты, 1976 йылдан — профессор. 1976—1978 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире булып була. 1965 йылда «Особенности генезиса почв временного избыточного увлажнения» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[3] 40-тан ашыу кандидат һәм һигеҙ фән докторы әҙерләй. 400-ҙән ашыу ғилми эш, ун дәреслек һәм «Тупраҡ тураһында фән» темаһы буйынса монографиялар[1], шулай уҡ бер уйлап табыу авторы[4].
И. С. Кауричевтың фәнни тикшеренеүҙәре СССР-ҙың Ҡара тупраҡлы булмаған һәм дала зонаһында тупраҡтың уңдырышлығына һәм генезисы проблемаларына арналған. Ул академияның тупраҡ-геоботаник экспедицияһы менән етәкселек итә, элювиаль-глейланыу процесының теорияһын эшләй, тупраҡ типтарының окисланған-тергеҙелгән торошоноң тулы характеристикаһын һәм окисланған-тергеҙелгән режим буйынса уларҙың төркөмдәрен бирә[5] Шулай уҡ Кауричев лизиметрик тикшеренеүҙәр практикаһында киң билдәле булған сорбцион лизиметрҙарҙың алымын эшләй. Халыҡ-ара симпозиумдарҙа һәм Болгариянан, Венгриянан, Польшанан, ГДР-ҙан һәм башҡа илдәрҙән сит ил коллегалары менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша.
Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, миҙалдар, шул иҫәптән «Берлинды алған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 1977 йылда СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ПРОФЕССОР ИВАН СЕРГЕЕВИЧ КАУРИЧЕВ (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ И 65-ЛЕТИЮ НАУЧНОЙ, ПЕДАГОГИЧЕСКОЙ И ОБЩЕСТВЕННОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ). Журнал «Почвоведение», № 11, 2003 год, ISSN 0032-180X.
- Иван Сергеевич Кауричев : выдающиеся ученые (выпускники, профессора) Петровской (Тимирязевской) академии, Российского государственного аграрного университета — МСХА имени К. А. Тимирязева. / Федеральное гос. бюджетное образовательное учреждение высш. образования «Российский гос. аграрный ун-т — МСХА им. К. А. Тимирязева». — Москва : Изд-во РГАУ-МСХА, 2015. — 89 с.; ISBN 978-5-9675-1330-5.