Католик сиркәүе

(Католик сиркәү битенән йүнәлтелде)

Католик сиркәүе[1] (лат. Ecclesia Catholica), шулай уҡ Ри́м католи́к сиркәүе (лат. Ecclesia Catholica Romana) — 1,25 миллиардтан ашыу ағзаһы булған донъялағы иң ҙур христиан сиркәүе[2]. Иң боронғо дини ойошмаларҙың береһе, Көнбайыш цивилизацияһы тарихында мөһим роль уйнаған сиркәү[3]. Үҙәкләштерелгән ойоштороу һәм иң күп һанлы эйәреүселәре менән айырылып тора. Көнбайыш литургик йолаларҙы яҡлаусы Рим католик сиркәүе, үҙен 23 көнсығыш католик сиркәүе менән бергә берҙән-бер бөтә Ҡотолоу сараларына ла эйә Католик сиркәүе тип иҫәпләй.

Католик сиркәүе
Католик сиркәүе

Изге Пётр соборы, Ватикан
Башҡа исемдәре:

Рим католик сиркәүе

Дин:

Христианлыҡ

Ағым:

Католицизм

Нигеҙләнгән:

б.э. I быуаты

Ағзалар һаны:

1,25 млрд

Глава:

Рим папаһы

Штаб-квартира:

Ватикан

Төп храм:

Изге Пётр соборы

Структура:

Католик сиркәүе иерархияһы

Идара органдары:

Изге тәхет

Бүлектәре:

Епископлыҡтар

Подконтрольные организации:

Кардиналдар

Рәсми сайт:

vatican.va

Эске документтарҙа Рим католик сиркәүе үҙ атамаһы булараҡ «Сиркәү» йәғни «Ғаләм сиркәүе» (notae ecclesiae) ҡулланыла. Үҙен дүрт мөһим һыҙат — берҙәмлек, апостол Павел менән аныҡланған кафоликлыҡ (Еф. 4:4-5), илаһилыҡ һәм апостоллыҡ менән билдәләй.

Тәғлимәтенең төп ҡарарҙары Апостол, Никео-Цареград һәм Афанасьев дини символдарында, һәм шулай уҡ Ферраро-Флоренция, Тридент һәм Беренсе Ватикан собоҙарында ҡабул ителгән декреттарында һәм ҡанундарында яҙып бирелгән. Дөйөмләштерелегән доктрина «Католик сиркәүе катехизисы» нда бирелгән.

Рим тәхете эргәһендә ойошҡан сиркәүҙең уртаҡ ҡабул ителгән «Католик» (йәғни башҡа әйтелештә «кафолик») һүҙе грек теленән (бор. грек. καθ όλη — «бер бөтөн буйынса») алынған. «Католик сиркәүе катехизисы» буйынса, был термин «ғаләм» («барлыҡ» йәғни «ғөмүми» мәғәнәһендә) тип аңлатыла[4]. Католик сиркәүҙең Катехизиһына ҡарап, әлеге термин «вселенская», «всеобъемлющий», «дөйөм» булараҡ аңлана . Катехизис аңлатканса, бөтә ғәләм сиркәүе, сөнки унда Христос бар.

Айырым сиркәүҙәр (йәғни, беренсе сиратта, диоцезлдар)— тулыһынса уларҙың береһе — Рим Сиркәүе менән аралаша ала. Был айырым сиркәүҙәр «Вселенская Церквь» образы буйынса төҙөлгән.

Был термин беренсе тапҡыр II быуат башында сикәүҙе һүрәтләү өсөн ҡуллынылған. «Кафолик сиркәү» тураһында Кирилл Александрийский ҙа яҙған.[5] 1054 йылда сиркәү тарҡала. Римдә католик сиркәү үҙәге, Константинополдә көнсығыш православие сиркәүе үҙәге барлыҡҡа килә. XVI быуаттаға реформация һуң айырыдып сыҡҡан төрлө протестант төркөмдәоенән айырыу өсөн сиркәү католик һүҙен ҡуллана. "Католик сиркәү" исеме Католик Сиркәү Катехизисы исемендә лә күренә. Бынан тыш, был термин Павел VI тарафынан Икенсе Ватикан Соборының ун алты документына ҡултамға ҡуйғанда ла файҙаланылған.[6][7][~ 1].

Христиан дине Иисус Христостың тәғлимәтенә нигеҙләнгән. Христос беҙҙең эраның беренсе быуатында Рим империяһының йәһүд провинцияһында йәшәгән һәм пәйғәмбәрлек иткән.[8] Католик доктрина хәҙерге Католик сиркәү Иисус нигеҙләгән боронғо христиан йәмғиәтенең дауамы булып тора тип өйрәтелә. Христианлыҡ, мәжүсиҙәр эҙәрләүҙәре һәм низағтарына ҡарамаҫтан, Рим империяһы буйлап таралған. Бөйөк Константин I 313 йылда христианлыҡты законлаштыра, ә 380 йылда ул дәүләт дине булып киткән. V һәм VI быуаттарҙа империя территорияһын баҫып алған варварҙарҙың күбеһе быға тиклем үк ариан христианлығын ҡабул иткән, артабан католицизмға күсә.

Хәҙерге Рим-католик сиркәүе 1054 йылдағы Сиркәү тарҡалышына тиклемге тарихты үҙенеке тип иҫәпләй.

Сиркәү тәғлимәте, католиктар фекеренсә, I быуаттағы апостолдар ваҡытынан башлана.

Урта бауаттар һәм Яңырыу осоро

үҙгәртергә

Католик Сиркәүе Көнбайыш цивилизацияһында антик осорҙоң аҙағынан Яңы осор башланған ваҡытта өҫтөнлөккә сыҡҡан. Уның йоғонтоһонда роман, готика, Ренессанс, маньеризм һәм барокко стилендә сәнғәт, архитектура һәм музыка өлгөләре барлыҡҡа килгән[9]. Мәҫәлән, Рафаэль Санти, Микеланжело, Леонардо да Винчи, Сандро Боттичелли, Фра Беато Анджелико, Тинторетто, Тициан кеүек бик күп эшмәкәрҙәр католик сиркәү эшенә булышлыҡ иткән[10].

XI быуатта папа Григорий VII тарафынан папа һайлау хоҡуғы Кардиналдарҙың Коллегияһына бирелә. Ошондай һайлауҙар үткән кардиналдар йыйылышы конклав тип ата (лат. con clave - асҡыс йөрөтөүсе).

Ойоштороу һәм идара итеү

үҙгәртергә

Башҡа тарихи сиркәүҙәреҙәге кеүек Католик сиркәүҙә лә Изге иерархия ябай халыҡтан айырылған һәм өс дәрәжәгә бүленә:

Иерархия , күп һанлы сиркәү дәрәжәләре һәм вазифаларын үҙ эсенә ала. Рим-католик сиркәүҙәрендә сиркәү һәм сәйәси дәрәжәләре бар, мәҫәлән:

Шулай уҡ ординария, викария һәм коадъютор вазифаһы бар— һуңғы ике вазифа урынбаҫар йәки ярҙамсы була, мәҫәлән, епископ функцияһын үҙ эсенә ала. Монахлыҡ ордендары ағзалары ҡайһы берҙә регуляр (лат. regula  - ҡағиҙә булараҡ) клир тип атала, әммә күпселек осраҡта епископ тарафынан тәғәйенләнә һәм диоцез, йәки секуляр булып тора. Территориаль берәмектәр:

Дини ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Рим-Католик сиркәүе мәңгелек Алла өс йөҙҙә булыуы мөмкин: Алла Атай (Бог Отец), уның улы (Бог Сын (Иисус Христос)) һә Алла Изге Рух (Бог Святой Дух). Католик догматика Никей иман символында (Никейский Символ веры) яҙылған һәм Католик сиркәү Катехизисында һүрәтләй. «Сиркәү — Иисус Христос йәшәүен дауам итә торған урын. Кешеләрҙе ҡотҡарыу бары тик католик сиркәүҙә генә ғәмәлдә, шулай уҡ Изге Рух кешеләрҙе ҡортҡарыу өсөн христиан йәмғиәттәрен ҡуллана ала», тип таный.[11][12].

Шарты (Тылсымлы дини ғәмәлдәр)

үҙгәртергә

Христос ете шарт (таинства, Тылсымлы дини ғәмәл) ҡуйған һәм сиркәүгә ышанып тапшырған. Былар Суҡындырыу (Крещение), изге май менән бәрәкәтләндереү (Миропомазание), Алла бәрәкәтенә ҡушылыу (Евхаристия), Тәүбәгә килтереү (Исповедь), Изге йолалар башҡарыу (Елеосвящение), Изге май һөртөү (Священство, сиркәү сиктәрендә тейешле йолалар башҡарыу хоҡуғы) һәм никах (Брак).

Рим-католик сиркәүе буйынса шарттар (таинства) — католиктар Аллаһтың барлығын барлығын билдәләй торған изгә ғәмәл һәм барлыҡ динде ҡабул итеүселәргә юл күрһәтеп тороусы. Иманға килгән кеше күҙгә күренмәй торған изгелек образы. Суҡыныуҙан башҡа, Изге Шарттарҙы (Тылсымлы ғәмәлдәрҙе) католик руханиҙар ғына башҡара ала. Суҡыныу — теләһә ниндәй христиан тарафынан башҡара алырлыҡ берҙән-бер шарт. Был ғәмәлде, суғындырыусы йәки суҡыныусы үлем хәлендә булғанда, хатта суҡынмай торған кеше лә башҡара ала.[13].

Үлгәндән һуң тормош

үҙгәртергә

Үлгәндән һуң тормошҡа ышаныу католик диненең бер өлөшө булып тора; «дүрт һуңғы нәмә» — үлем, хөкөм, ожмах һәм тамуҡ. Һәр кешенең йәне үлгәндән һуң ерҙәге тормош ғәмәленә нигеҙләнгән Хоҙай хөкөмөнә эләгә тип өйрәтә сиркәү. Шулай уҡ Христос Хөкөм көнөндә барлыҡ кешеләрҙе сиркәү тәғлимәте нигеҙендә бер юлы хөкөм итәсәк. Был ҡарар, Сиркәүенең тәғлимәтенә ярашлы, кешелек тарихының ахырын һәм Алланың яңы һәм яҡшыртылған ғәҙеллеген аңлата. Һәр кешенең рухы нисек баһаланасығы Матфей китабында (Евангелие от Матфея) һүрәтләнгән.[14][15][16].

Сиркәүҙең роле

үҙгәртергә

Иисус үҙенең сиркәүенә ун ике уҡыусыны йәғни апостол (илсе) һайлаған. Изге яҙма буйынса сиркәү — «Иисустың тәне» булып тора, шулай уҡ ерҙә һәм күктә диндарҙарҙың дөйөм тәне. Шулай итеп, тик сиркәүҙәр бер нисә түгел, тик бер генә Хаҡ сиркәү бар. Иң тәүҙә Сиркәү менән идара итеү Апостол Пётрға бирелгән, артабан Рим папаһы тип аталған епископтарға бирелгән. Католиктар Сиркәү һәр саҡ хәҡиҡәт юлында, йәғни, Иисус вәғәҙә иткән Изге Рух буйынса йәшәйәсәгенә ышана. Икенсе һүҙҙәр менән, Сиркәү һәр саҡ хаҡ ғибәҙәткә өйрәтә. Был хәҡиҡәттәрҙе үҙ традицияларына һәм традицияларына һаҡланып килә. Рим католик сиркәүҙәренә ҡушылыу өсөн Иисус Христос, Алла Улы, Ҡотҡарыусыға ышанырға һәм суҡынырға кәрәк.

Социаль доктрина

үҙгәртергә

Католик Сиркәүе социаль доктринаһы башҡа христиан конфессиялары һәм йүнәлештәре менән сағыштырғанда ныҡ үҫешкән. XVII быуатта немец теологы Руперт Мельдяс (1626), башҡа тикшереүҙәр буйынса Мару Антоний Доминис, ошондай максиманы яҙып ҡалдыра (1617): "In necessariis Unitas, in dubiis libertas, in omnibus caritas" — "кәрәк саҡта— берҙәмлек, шикләнерлектә - ирек, бар нимәлә — һөйөү (милосердие)" (мәғәнәһе: Иң мөһим нимәлә- берҙәмлек, бик мөһим булмаған нимәлә- ирек, бөтә нимәлә (һәр саҡ)- һөйөү, изгелек, милосердие)

Билдәле теолог Йозеф Хёффнер "Католик Сиркәүенең социаль тәғлимәте" булараҡ, кешелек йәмғиәтенең асылы һәм ҡоролошо, айырым йәмәғәт мөнәсәбәттәренә һәм төҙөлөш бурыстарына ҡарата ҡулланырлыҡ социаль-философик (төрлө тәбиғәтле дини тәғлимәт) һәм социаль-теология (христиан дине тураһындағы тәғлимәттәр) төшөнсәләрен билдәләне.

Католик Сиркәүенең социаль тәғлимәте тәүҙә августизмға, һуңынан томизмға һәм бер нисә принципҡа нигеҙләнә, улар араһында персонализм һәм солидаризм айырылып тора. Католик сиркәүе дини һәм гуманистик идеяларҙы туплаусы тәбиғи хоҡуҡ теорияһының үҙенсә аңлата. Шәхестең тәүге дәрәжәһе һәм хоҡуҡтары - Алла, әммә кешенең есемен, рухын шәхси һәм социаль яҡтан кәүҙәләндерә, ул уны айырылғыһыҙ дәрәжәгә һәм хоҡуҡтарға эйә итә. Был бөтә кешеләрҙең дә бер тигеҙ, уникаль һәм Аллаға мөнәсәбәте булғанлығы һөҙөмтәһе булды, әммә кешенең ирекле ихтыяры һәм һайлау ирке бар. Гонаһлы булыу кешенең тәбиғәтенә тәьҫир итә, ләкин уның тәбиғи хоҡуҡтарын боҙмай, ә уның (кеше) тәбиғәте кешелек тулыһынса Ҡотҡарылғансы үҙгәрешһеҙ ҡала, хатта Алла ла кеше иркен сикләй, йәки тартып ала алмай. Иоанн Павел II фекеренсә, «кеше шәхесе— барлыҡ социаль йәмғиәттең принцибы һәм субъекты һәм ул шулай булып ҡалырға тейеш тә». Икенсе Ватикан соборы һәм энциклик Иоанн Павел II ҡарарҙары тарафынан хөкүмәттең һәм хоҡуҡи характерға бүленеүе яҡланда, вазифалы кешеләрҙең теләге түгел,закондар беренсел булырға тейеш тип билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта дәүләттең һәм сиркәүҙең тәбиғәте төрлө булыуын иҫкә алып католик теологтар, үларҙың үҙаллылығын танырға кәрәклеген билдәләй, сөнки дәүләттең һәм сиркәүҙең дөйөм маҡсаты - "хеҙмәт итеү". Бер үк ваҡытта Католик Сиркәүе ябыҡ дәүләткә ҡаршы, йәғни "милли йолаларҙы" дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ҡаршы ҡуя.

Көнсығыш католик католик сиркәүҙәренең социаль тәғлимәте тарихи доктриндар Рим империяһының социаль доктринаһы менән айырылмай тип әйтерлек, шулай ҙа ҡайһы бер урындағы сиркәүҙәр халыҡтың тарихи һәм ижтимағи-мәҙәни ысынбарлығына бәйле булған социаль проблемаларға үҙ ҡарашын белдерә. Атап әйткәндә, Украина Грек-Католик Сиркәүе сәйәси мөнәсәбәттәрҙең биоэтикаға һәм этикаға айырым иғтибар бирә.[17].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Подпись папы появляется в латинской версии.
Сығанаҡтар
  1. Lumen gentium. Глава III
  2. Vatican statistics report church growth remains steady worldwide. National Catholic Reporter (2 май 2015). Дата обращения: 1 июль 2015.(недоступная ссылка)
  3. O’Collins, p. v (preface).
  4. Катехизис Католической Церкви, § 830—831. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года. 2012 йыл 23 июль архивланған.
  5. Кирилл Александрийский, свт. На святой символ
  6. Катехизис Католической Церкви. — Libreria Editrice Vaticana, 2003.
  7. Документы Второго Ватиканского собора. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 25 май 2013 года.
  8. Vatican congregation reaffirms truth, oneness of Catholic Church. Catholic News Service. Дата обращения: 17 март 2012. 2007 йыл 10 июль архивланған.
  9. Woods, pp. 115-27
  10. Duffy, p. 133.
  11. John Paul II, Pope Laetamur Magnopere. Vatican (1997). Дата обращения: 9 март 2008. Архивировано 25 май 2013 года.
  12. Катехизис Католической Церкви, § 777—778. Дата обращения: 19 май 2013.
  13. Катехизис Католической Церкви, § 1256. Дата обращения: 18 май 2013. 2013 йыл 24 май архивланған.
  14. Катехизис Католической Церкви, § 1021—1022, 1051. Дата обращения: 18 май 2013.
  15. Катехизис Католической Церкви, § 1023—1029, 1042—1050. Дата обращения: 18 май 2013.
  16. Катехизис Католической Церкви, § 1030—1032, 1054. Дата обращения: 18 май 2013.
  17. Социальное учение УГКЦ. Дата обращения: 19 май 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә