Карпунин Василий Александрович

Василий Александрович Карпунин (9 декабрь 1919 йыл1 сентябрь 1975 йыл) — совет ғалимы-механигы, йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы, профессор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Карпунин Василий Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Архангельская губерния[d], РСФСР
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Ижевск, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө механика
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Карпунин 1919 йылдың 9 декабрендә рСФСР-ҙың Архангел губернаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылдың сентябрь айында Василий Александрович Ҡыҙыл армия сафтарына алына. 25-се запас уҡсылар полкының саңғы әҙерлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың ноябрендә ул Үҙәк фронттың 1-се айырым саңғы батальонының взводын етәкләй. Разведка операция ваҡытында яралана һәм госпиталгә эләгә. Һауығып сыҡҡас 1-се Белорус фронты 25-се уҡсылар дивизияһының айырым рота командиры була; шул уҡ ваҡытта тағы ике тапҡыр яралана[2].

Карпунин Мәскәүҙән эвакуацияланған Томск ҡалаһына Медицина фәндәре академияһына тубығындағы снаряд ярсығын алдырыу буйынса операцияға ебәрелә. Василий Александрович операциянан баш тарта, һәм ҡалған ғүмеренең бөтә өлөшөн ошо ярсыҡ менән йәшәй. Госпиталдән сыҡҡас, Томск район комиссариатына 4-се частың начальнигы итеп ебәрелә. 1945 йылда «Атыу» курсын һәм Халы комиссариаты оборонаһының ВВО Төп идаралығы ҡарамағында офицерҙарҙың белемен арттырыу курстарын тамамлай.

Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылда Томск политехник институтының механика факультетына уҡырға инә, уны 1948 йылда «Эске яныулы двигателдәр» һөнәре буйынса тамамлай, бүлеү буйынса Красноярск ҡалаһына урындағы заводтарҙың береһенә эшкә ебәрелә. Предприятие етәкселәре белгескә иғтибар итә һәм уны Оборона министрлығы академияһына уҡырға ебәрә, уны ул уңышлы тамамлай. Бынан һуң академияла аспирантурала ҡала һәм 1955 йылда күренекле совет конструкторы Василий Гаврилович Грабин етәкселеге аҫтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Василий Александрович аспирантураны тамамлағас, Ижевск ҡалаһына механика институтына эшкә ебәрелә, унда уҡытыу һәм идара итеү эшмәкәрлегенең бөтә баҫҡыстарын үтә: өлкән уҡытыусынан алып профессорға тиклем. 1970 йылда «Усталостная прочность цилиндрических пружин» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4]. 1972 йылда Василий Александрович Ижевск механика институтында ректор итеп тәғәйенләнә. Юғары уҡыу йортонда эшләү осоронда ул 47 хеҙмәт яҙа һәм уйлап табыуҙың 4 автор таныҡлығын ала[4].

Василий Александрович шулай уҡ ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Машпром» ғилми-техник йәмғиәтенең өлкә идаралығы рәйесе, «Белем» йәмғиәтенең Октябрь районы бүлеге ағзаһы, СССР ФА Урал ғилми үҙәге Президиумы ҡарамағында тәбиғи һәм ижтимағи фәндәр буйынса фәнни тикшеренеүҙәрҙе координациялау буйынса ведомство-ара совет бюроһының азаһы булып тора[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Как воевал Ижевск. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  2. Иванов, 2007, с. 154
  3. Иванов, 2007, с. 155
  4. 4,0 4,1 Туганаев, 2008
  5. Иванов, 2007, с. 156
  • Карпунин Василий Александрович // Удмуртская республика: Энциклопедия / гл. ред. В. В. Туганаев. — 2-е изд., испр. и доп. — Ижевск : Удмуртия, 2008. — 767 с. — 2200 экз. — ISBN 978-5-7659-0486-2.
  • Вы — наша гордость / под ред. В. С. Иванова. — Ижевск: Изд-во ИжГТУ, 2007. — 432 с. — 300 экз.
Ҡалып:Ректоры
Алдан килеүсе:
Талантов, Николай Васильевич
Ректор ИжГТУ (ИМИ)
19721975
Һуңынан килеүсе:
Липанов, Алексей Матвеевич