М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты
М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты (рус. Ижевский государственный технический университет имени М. Т. Калашникова, ИжГТУ имени М. Т. Калашникова, удм. Ижысь М. Т. Калашников нимо техникая кун университет) — Удмуртия баш ҡалаһы Ижевскта юғары уҡый йорто.
М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 22 февраль 1952 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Калашников Михаил Тимофеевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Октябрьский район[d] |
Урын | Ижевск |
Ойошма ағзаһы | Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Ижевск, Рәсәй |
Диапазон IPv4 | 217.14.204.0/24[2] |
Электрон почта | info@istu.ru |
Рәсми сайт | istu.ru |
М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1034-се ҡарары нигеҙендә 1952 йылдың 22 февралендә СССР Юғары белем биреү министрлығының квалификациялы инженер кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн Ижевск дәүләт техник университеты (ИжГТУ) (1994 йылға тиклем - СССР юғары белем министрлығының Механика институты, Ижевск механика институты) ойошторола.
Юғары уҡыу йортон ойоштороу буйынса башланғыс этапта, Ижевскиҙа инженерҙар әҙерләү тәжрибәһе булған (Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуациялана), Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының потенциалы киң файҙаланыла.
1952 йылдың сентябрендә беренсе тапҡыр 200 студент уҡырға ҡабул ителә. Әкренләп факультеттар һәм һөнәрҙәр исемлеге киңәйтелә, ә республика һәм төбәк ҡалаларында (Воткинск, Сарапул, Глазов, Чайковский, Камбарка) филиалдары асылды.
2012 йылда университетҡа М. Т. Калашниковтың исеме бирелә.
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергә"Ижевск дәүләт техник университеты" федераль дәүләт мәғариф учреждениеһының ойоштороусыһы — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте. Ойоштороусы вәкәләттәрен Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ ғәмәлгә ашыра. Ижевск дәүләт техник университеты менән вәкәлләтле Ғилми совет идарә итә. Уның вәкәләтлеге ғәмәлдәге ҡануниәт һәм Ижев дәүләт техник университеты уставы менән көйләнә. Шулай уҡ Уҡыу-методика советы һәм Уҡыу баҫмалары буйынса эксперт советы эшләй. Ректор университет эшмәкәрлеге менән туранан-тура идара итә.
64 кафедрала (уларҙың 50-һе профилле кафедра) 700-гә яҡын уҡытыусы эшләй. Уҡытыусыларҙың 60 проценттан ашыуының ғилми дәрәжәһе бар. Ойошторолғандан алып юғары уҡыу йортонда 50 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
Башланғыс этапта университет ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан булған. Хәҙерге Ижевск дәүләт техник университеты урман ситендә урынлашҡан. Студенттар ҡаласығы биләмәһендә компактлы рәүештә 8 уҡыу корпусы, стадион, "Интеграл" студенттар һарайы, 7 дөйөм ятаҡ, профилакторий, туҡланыу комбинаты, студенттар поликлиникаһы урынлашҡан. 2012 йылда төҙөлә башлаған бассейн 2013 йылдың 30 ғинуарында файҙаланыуға тапшырылды.
Рейтинг
үҙгәртергә2014 йылда "Эксперт РА" агентлығы юғары уҡыу йортон Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерҙе, был рейтингта уға "Е" рейтинг класы бирелде.[3]
Ректорҙар
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
2-се корпус янында сквер
-
2-се корпус янында ҡорал экспозицияһы
-
2-се корпус янында ҡорал экспозицияһы
-
6-сы корпус
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=217.14.204.0%20-%20217.14.204.255&type=inetnum
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.