Канадзава
Канадза́ва[12] (япон. 金沢市Канадзава-си )[13] — Японияла үҙәк ҡала, Исикава префектураһы үҙәге. Ҡала мэры — Тамоцу Ямадэ. Ҡала майҙаны 467, 77км² [14], халҡы — 464 420 кеше (2014 йылдың 1 июленән)[15], халыҡ тығыҙлығы — 992,84 кеше/км² тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәКанадзава ҡалаһы үҙенең тарихын 500 йыл элек башлай, будда сектаһы унда Икко «Канадзава Гоббо» ғибәҙәтханаһын төҙөп, Япония тарихында буддистарҙың беренсе бойондороҡһоҙ районын ойоштора. 1583 йылда беренсе башлығы барлыҡҡа килә — Тосииэ Маэд, ул идара иткән ваҡытта ҡала иҡтисади үҫеше менән Киото һәм Токио менән ярыша алған һәм иң үҫешкән ҡалалар араһында 4-се урынды биләгән.
Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡала бомбоға тотоуҙарҙан әҙ зыян күрә һәм тарихи биналарын һаҡлап ҡала.
Географияһы
үҙгәртергәФизик-географик урыны
үҙгәртергәКанадзава ҡалаһы Япон диңгеҙенең яры буйында Япон архипелагы үҙәгендә тиерлек, Хакусан милли паркынан алыҫ түгел урынлашҡан. Ҡала Сай һәм Асано йылғалары араһында ята.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы йомшаҡ. Температура ғинуарҙа — 4 °C; апрелдә 15 °C; июль-августа 25 °C, октябрҙә 15 °C, декабрҙә 5 °C тәшкил итә. 2002 йылда иң юғары температура -2,3 °C, һәм шул уҡ йылда максимум 37,5 °C тәшкил иткән. Дымлылығы уртаса 73%.
Канадзава климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 6,1 | 6,5 | 10,5 | 17,4 | 22,2 | 25,2 | 29,4 | 31,2 | 26,7 | 20,9 | 15,3 | 9,8 | 18,4 |
Уртаса температура, °C | 2,9 | 2,9 | 6,0 | 12,1 | 17,0 | 20,8 | 25,2 | 26,6 | 22,1 | 16,1 | 10,8 | 6,0 | 14,0 |
Уртаса минимум, °C | 0,1 | 0,0 | 2,0 | 7,3 | 12,2 | 17,0 | 21,6 | 22,7 | 18,5 | 12,2 | 7,0 | 2,8 | 10,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 293 | 195 | 156 | 147 | 150 | 207 | 250 | 171 | 247 | 202 | 265 | 305 | 2588 |
Сығанаҡ: World Climate |
Мәғарифы
үҙгәртергәКанадзава Японияның интеллектуаль үҙәктәренең береһе булып һанала. Канадзавала 12 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән тиҙләтелгән уҡыу менән институттар бар. Бынан тыш, уҡыу йорттарында сит ил студенттары һәм япон теле мәҙәниәте буйынса белгестәр бик күп. Канадзаваның Дәүләт университеты һәм муниципаль сәнғәт академияһы уҙҙәренең тарихи традициялары менән ғорурлана.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәНиндзя-дэра
үҙгәртергәКанадзаваның төп иҫтәлекле урындарының береһе — Ниндзя-дэра ғибәҙәтханаһы йәки Мерюдзи ҡорамы, ул Нитирэн будда мәктәбенә ҡарай. Ғибәҙәтхана 1643 йылда Маэда Тосицунэ бойороғо буйынса Канадзавала үҙенең нәҫелдән килгән замогына йәнәш төҙөлә. Ситтән ҡарағанда ғибәҙәтхана ике ҡатлы булып күренә, әммә был ысынында дүрт ҡатлы бина 23 бүлмәнән һәм 29 баҫҡыслы аралыҡтан тора. Ғибәҙәтханала эсәр һыу менән ҡоҙоҡ һәм Канадзава һарайына алып бара торған туннель бар.
Кэнроку-эн
үҙгәртергәКэнроку-эйн паркы Канадзаваның иң ҙур парктарҙың береһе һәм Японияла өс иң билдәлеләренең береһе. Кенроку-эн атамаһы Алты сифатлы баҡса тигәнде аңлата (ҙур территория, аулаҡ урын, кешенең мөмкинлектәре, борон заман аңҡышы, матур пейзаж һәм һыу ағымы). Был замок башта Канадзава һарайы баҡсаһы булған. Парк XVII быуатта барлыҡҡа килгән һәм 1875 йылда асылған. 25 акр ер биләмәһендә (100,000 м²) бик күп ағастар (8750 тирәһе), сәскәләр һәм башҡа үҫемлектәр (бөтәһе183 төр), быуа, шарлауыҡтар, йылғалар, күперҙәр бар. Парктың иҫтәлекле урындары араһында — боронғо фонтан һәм сәй өйө.
Һыу йылғанан 1632 йылда төҙөлгән ҡатмарлы һыу менән тәьмин итеү системаһы буйынса бирелә. Ҡышын Кэнроку-эн паркына айырым колоритты ағас түбәләренән һуҙылған арҡандар бирә, улар ағастарҙы ауыр ҡар аҫтында һынмаһын өсөн эшләнә.
Канадзава замогы
үҙгәртергәКанадзава замогы ҡаланың тарихи нигеҙе булып тора. Ул 1592 йылда кенәз Маэда тарафынан төҙөлгән. 1881 йылда замок яндырыла. Әлеге ваҡытта замок тергеҙелгән һәм Исикава ҡапҡаларынан тыш тарихи реконструкция булып тора. Ҡапҡалар 1788 йылда төҙөлгән. Замок 1881 йылдан яңынан ҡоролмаған.
Нагамати
үҙгәртергәНагамати районы балсыҡ стеналы, черепица менән ябылған ҡыйыҡлы күп һанлы яҡшы һаҡланған резиденциялар урынлашҡан таш түшәлгән бормалы урамдары менән самурайҙарҙың иҫке районынан —һарай емереклектәренән көнбайыштараҡ ята.
Самурай Номур йорто ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Район шулай уҡ «Юдзэн» ебәгенең үҙәге булып тора, унда кимоно өсөн ебәк буяуҙың тулы процесы күрһәтелгән.
Тэрамати
үҙгәртергәТэрамати районы («ҡала ғибәҙәтханаһы») Сай йылғаһынан көньяҡтараҡ, ҡаланың иҫке өлөшө ситтәрендә урынлашҡан
Канадзава музейы
үҙгәртергәКанадзавала бер нисә музей урынлашҡан. Кэнроку-эн паркының көньяғында 4 музей урынлашҡан. Сэйсон-акку резиденцияһы эргәһендә традицион әйберҙәр һәм һөнәрселек музейы урынлашҡан. Унда лаклы әйберҙәрҙең, керамиканың, Юдзэн ебәгенең һәм музыка ҡоралдарының ҡыҙыҡлы коллекциялары күргәҙмәгә ҡуйылған.
Парктың көньяғындағы сәнғәт музейында Кутани керамикаһының айырым коллекциялары, буялған ебәк кейемдәр, каллиграфия, лаклы әйберҙәр һәм башҡа традицион сәнғәт әйберҙәре бар.
Накамура иҫтәлегенә музей сәй церемонияһы өсөн әйберҙәр коллекцияһы, һөнәрселек әйберҙәре күргәҙмәгә ҡуйылған. Накамура Еисюн урындағы бай шарапсы булған.
Хонда ғаиләһе музейында был ғаиләнең ҡоралдары, һауыт-һабалары һәм сәнғәттең башҡа әйберҙәре ҡуйылған.
Шулай уҡ заман сәнғәтенә арналған «21-се быуат музейы» бар.
Туғадаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/kanazawa
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
- ↑ いしかわ統計指標ランド 石川県の統計情報ポータルサイト (яп.)
- ↑ https://www.nancy.fr/citoyenne/relations-internationales/nancy-partenaire-de-11-villes-dans-le-monde-516.html
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 https://www4.city.kanazawa.lg.jp/material/files/group/6/English2022.pdf
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 https://www4.city.kanazawa.lg.jp/material/files/group/6/sistercitiespark.pdf
- ↑ http://www2.portoalegre.rs.gov.br/cgi-bin/nph-brs?u=/netahtml/sirel/avancada.html&p=1&r=9&f=G&d=ATOS&l=20&s1=(CIDADE+IRMA)..RELA.
- ↑ https://stad.gent/nl/over-gent-stadsbestuur/stadsbestuur/wat-doet-het-bestuur/gent-internationaal/samen-internationaal-werken/bilaterale-partnerschappen/zusterstad-kanazawa
- ↑ https://www4.city.kanazawa.lg.jp/29004/ryokka/hantoki/sinokisuisyouka.html
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 214. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ 1
- ↑ 2
- ↑ 3
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На Викискладе есть медиафайлы по теме Канадзава
- Официальный сайт (яп.)
- Туристический гид по Канадзаве 2019 йыл 28 октябрь архивланған. (инг.)