Кабо-Вердела ислам
Кабо-Вердела ислам(порт. O Islã em Cabo Verde, ғәр. الإسلام في الرأس الأخضر) ― Кабо-Верде дәүләтендә тарафдарҙары булған аҙ һанлы, әммә тиҙ үҫеш ала барыусы дин[1].
Кабо-Вердела ислам | |
Дәүләт | Кабо-Верде |
---|
Тарихы
үҙгәртергәКабо-Верде йәшәүселәрҙең күбеһе ― христиандар. Католик дине тарафдарҙары, күп быуатлыҡ Португалия хакимлығы йоғонтоһонда нығыған, илдә берҙән-бер ҙур дини йәмәғәтте тәшкил итә: 2010 йылға ― ил халҡының ~80 % — ы[2].
Ислам
үҙгәртергәИслам ― илдә иң ҙур әҙселек дине булып тора[3]. Кабо-Вердиҙың мосолман йәмәғәте ― әҙ һанлы, әммә тиҙ үҫеш ала барыусы дини йәмәғәт[1]. Ислам был илгә Көнбайыш Африканан үтеп кергән. Кабо-Верде мосолмандары ― күпселектә Сенегалдан һәм башҡа Африка илдәренән күскән мөһажирҙәр йәки элекке мөһәжирҙәрҙең бында төпләнгән нәҫеле. Мосолмандар Кабо-Вердела сауҙа (ваҡ сауҙа, сувенирҙар һатыу) менән шөғөлләнә. Кабо-Вердела мосолмандарының теүәл тураһында дөрөҫ мәғлүмәт сығанаҡтары юҡ[1].
Урындағы A Semana (Аҙна, en) баҫмаһында сыҡҡан мәғлүмәт буйынса, Кабо-Верде мосолмандары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн (Мәүлит байрамы) билдәләп үтәләр[4].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ISLAM CABO VERDE (фр.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Cape Verde, U.S. Department of State. 12 декабрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ State.gov
- ↑ International Religious Freedom Report 2007: Cape Verde. United States Bureau of Democracy, Human Rights and Labor (September 14, 2007). This article incorporates text from this source, which is in the public domain.
- ↑ Comunidade Islâmica em Cabo Verde celebra o nascimento do profeta - Primeiro diário caboverdiano em linha - A SEMANA . www.asemana.publ.cv. Дата обращения: 12 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2016 года.