Йөрәккүл (милли парк)
«Йөрәккүл» милли паркы — рус. Зюраткуль — Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Һатҡы ҡалаһынан 30 км көньяҡта, Силәбе ҡалаһынан 200 км көнбайыштараҡ урынлашҡан милли парк. 1993 йылдың 3 ноябрендә ойошторолған[1]. Дөйөм майҙаны — 88 249 гектар, төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 49 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 28 км.
Йөрәккүл | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Майҙан | 882 км² |
Рәсми сайт | zuratkul.ru |
Йөрәккүл Викимилектә |
Башҡорт һүҙе Йөрәккүлдән алынған. Был ерҙәрҙә оло Табын ырыуының Ҡыуаҡан тармағы башҡорттары һәм был ырыуҙың кескәй ярсығы булған Һатҡы башҡорттары йәшәгән. Рус ғалимы Петер Симон: «Оло Һатҡы йылғаһынан көньяҡта урынлашҡан Йөрәктау үҙенең исемен юғарыға үркәсләнеп торған яланғас һәм ташлы тупаҡ түбәһенән алғандыр. Йәнәшәлә Йөрәктауҙан айырылып сыҡҡан уртаса дәүмәлдәге Һатҡытау. Һатҡытау башында бик күп шишмә-сығанаҡтар һыуҙарын ҡойған онотолмаҫлыҡ Йөрәккүл ята. Ошо күлдән Оло Һатҡы йылғаһы ағып сыға». Ваҡыт үтеү менән (урыҫ телендә боҙоп әйтеү сәбәплелер) Йөрәккүл[2].
Парк түбәндәге төп бурыстарҙы үтәй: эталонлы һәм уникаль тәбиғәт комплекстарын, тарих, мәҙәниәт, археологик һәм башҡа мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау; экологик яҡтан халыҡты ағартыу эшмәкәрлеге; рекреацион файҙаланыу шарттарында тәбиғәтте һаҡлауҙың фәнни ысулдарын эшләү һәм индереү; экологик мониторинг; боҙолған тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни комплекстарҙы тергеҙеү; яйға һалынған туризм һәм ял өсөн шарттар булдырыу.
Милли парк Рәсәй Федерацияһы Тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы ҡарамағында.
Географияһы
үҙгәртергәПарк территорияһында Йөрәккүл һыуһаҡлағысы — Көньяҡ Уралдың (диңгеҙ кимәленән 724 метр) көнбайыш битләүендәге берҙән-бер тау күле һәм бик күп тау һырттары, шул иҫәптән Йөрәккүл (оҙонлоғо 8 км, бейеклеге 1175,2 м), Нөргөш (1406 м бейеклектә) урынлашҡан.
«Йөрәккүл» паркы ике тәбиғәт зонаһы — тайга һәм урман-дала — сигендә урынлашҡанлығы флора һәм фауна байлығын билдәләй.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәПарк составына бейек тау башындағы Йөрәккүл һыуһаҡлағысы, Ҡалғазы һәм Берәҙәк йылғалары, Йөрәккүл Бағаналары тигән ҡаялар, Ҡарамалы сауҡалығы кеүек тәбиғәт һәйкәлдәре инә. Парктың күп һанлы иҫтәлекле урындары: Нөргөш һырты түбәһендәге 9 км² майҙанды биләгән тау-тундра яйлаһы, Кесе Һатҡы йылғаһының башындағы Фонтан артезиан сығанағы, Өрөңгә һәм Лукаш (Ноҡаш) һырттарындағы реликт ҡарағас урманы, Нөргөш һәм Ноҡаш һырттарындағы реликт шыршы урманы, Виноградов утары тәбиғи ыҙанындағы Берәҙәк йылғаһындағы «Тараҡ» ҡая остоғо, Кесе Һатҡы йылғаһының үрге ағымындағы һуған аҡланы, күл быуаһы, Магнитка ҡасабаһындағы күлдән ГЭС бинаһына тиклем 9 км оҙонлоғондағы деривационный (йүнәлтеүсе) канал, Кесе Москаль тау һыртында диңгеҙ кимәленән 850 м бейеклектә үҫкән реликт урман-дала үҫемлектәре, Долгий ельник моронондағы торф һаҙлыҡтары, Йөрәккүл тау һырттарындағы Айыу ҡаялары.
Үҫемлектәр донъяһы
үҙгәртергәТерриторияла шыршы һәм аҡ шыршы, шулай уҡ ҡайын урмандары өҫтөнлөк итә. Флораның байлығын үҫемлектәрҙең 653 төрө, шул иҫәптән себер һәм европа (себер аҡ шыршыһы, европа шыршыһы һ. б.) төрҙәренең булыуы иҫбатлай. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына парктың 70 һирәк осрай торған үҫемлеге, уларҙың араһында: башмачок настоящий, башмачок крупноцветковый, надбородник безлистный, ятрышник мужской, урал елбәгәйе, үпкә лобарияһы индерелгән.
Территорияның 90 %-н ҡара ылыҫлы тайга биләй, әммә айырым участкаларҙа ҡайын осрай.
Хайуандар донъяһы
үҙгәртергә«Йөрәккүл» дең хайуандар донъяһы 214 төрҙән, шул иҫәптән 40 төр һөтимәрҙән: йыртҡыстар — 14 (айыу, бүре, төлкө, һыуһар, аҫ һ.б.), тояҡлылар — 3 (мышы, илек, һирәгерәк ҡабан), ҡуянға оҡшағандар — 2 тора. Фауна составында шулай уҡ балыҡтар — 17 (ҡорман, алабуға, бәрҙе, шамбы, суртан һ. б.), ер-һыу хайуандары — 3, һөйрәлеүселәр — 6, ҡоштар — 145. Хайуандарҙың һирәк төрҙәре осрай: европа шәшкеһе, бөркөт, сапсан, ябалаҡ, европа бәрҙеһе, мнемозин һәм ябай аполлон бар. Был төрҙәр Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Археология
үҙгәртергәКүл буйында табылған боронғо палеолит дәүере кешеләренең: мезолит — 12 мең йыл, неолит — 6-3 мең йыл элек 12 торағы табылған. Төҙөмдәрҙең өлөштәре, эшләнмәләр таш балталар, бронза башаҡтар, ҡырғыстар, ҡул балтаһы һ.б. һаҡланған. Һатҡы крайҙы өйрәнеү музейының был осорға бағышланған экспозицияһында ҡаҙылмаларҙың күп кенә әйберҙәре күрһәтелгән.
Шулай уҡ, күптән түгел ер өҫтөндә 218 х 195 метр үлсәмендәге мышы рәүешендәге геоглиф табылды. Һүрәттең фаразланған йәше — яҡынса 8000 йыл.[3].
Туристик объекттар
үҙгәртергәТөп туристик объекттарға 5 тау һырты һәм бейек тау башындағы күл ҡарай. Йөрәккүл тау һырты итәгендә уңайлы «экологик һуҡмаҡ» һалынған.
- «Йөрәккүл экопаркы» Ял базаһында мини-зоопарк урынлашҡан. Ул формалаштырыу стадияһында. Зверинецтағы бөтә хайуандар ҙа Урал тәбиғәтендә тереклек итмәгән. Мәҫәлән, ҡара (гималай) айыуы, тамғалы (аҫыл) болан, дөйә һәм төньяҡ боланы башҡа тәбиғәт зоналарына күпкә хасыраҡ.
- Шулай уҡ Йөрәккүл менән Магнитский ҡасабаһы араһындағы милли паркта «Айыу шатлығы» тигән маралдар хужалығы бар, унда Алтайҙан килтерелгән ярым ҡырағай боландар үрсетелә.
- Бағры хужалығы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Рәсәйҙең милли парктары исемлеге
- Йөрәккүл
- Йөрәккүл һырты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров - Правительства РФ от 3 ноября 1993 г. N 1111 "О создании на территории Челябинской области национального парка "Зюраткуль" Федеральной службы лесного хозяйства России" (с изм. и доп. от 9 октября 1995 г.) . // jurbase.ru. Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано 19 июль 2013 года. 2014 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ Зюрак-Куль, ә һуңғараҡ хатта Зюраткуль булып киткән инде
- ↑ Геоглиф на Зюраткуле 2013 йыл 26 май архивланған. // Национальный парк Зюраткуль