Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы (1905 йыл — 9 февраль 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[1], «Батырлыҡ өсөн»[2] миҙалдары менән бүләкләнеүсе.

Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Бөрйән районы
Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 февраль 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тайып Мөхәмәтғәле улы Йәнғәлин 1905 йылда Ҡалғаһау (Ҡолғона тип тә йөрөтөлгән), (Оло Кәбәс тарихынан[3]) ауылында тыуған. Һайранда 3 йыл уҡый[4]. 1930 йылдың 30 апрелендә «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле сафына ҡабул ителә. Артель рәйесе, бригадиры, рәйес урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1942 йылдың 1 ғинуарында һуғышҡа алына. Сержант дәрәжәһендә отделение командиры, пулеметсы булып, 4-се Украин фронтында 219-сы дивизияның 375-се полкында подполковник Шалопутин етәкселегендә һуғыштарҙа ҡатнаша[5]. Украинаны азат итеүҙә иткән осорҙа, 1943 йылдың 16 ноябрендә, ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, һуғышҡа ҡабаттан инә, тағы 2 тапҡыр яралана.

Йәнғәлин Тайып 1945 йылдың июль—август айҙарында Бухенвальд концентрацион лагерын америка ғәскәрҙәренән Совет командованиеһы һәм НКВД ҡарамағына күсереүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 25 сентябрендә демобилизациялана[6].

Тайып Мөхәмәтғәле улы Йәнғәлин һуғыштан һуң Ғәлиәкбәр ауылында «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә етәксе һәм Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе вазифаларында эшләй. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты һәм 1947 йылда Бөрйән районы Советына Ғәлиәкбәр ауылынан депутат[7] итеп һайлана.

1950 йылда Яңы Мөсәт ауылынан Ғүмәрова Шәһәрбоҫтан менән донъя ҡороп, 12 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡолғана (Ҡалғаһау) ауылы[1]
  1. Ҡолғана (Ҡалғаһау) ауылы(недоступная ссылка)