Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин улы

Совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Политрук. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин(башҡа сығанаҡта Шәйхислам[1]) улы (1907 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Совет-фин[2], Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы артиллерия батареяһы тоҫҡаусыһы. Политрук[2].

Йәнбәков Исхаҡ Шәйхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Сыңғыҙ ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Тербун районы, Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Бәләбәй педагогия колледжы
Хәрби звание комиссар[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Исхаҡ Шәйхетдин улы Йәнбәков 1907 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ярлы ғаиләлә тыуған. Бәләбәй татар-башҡорт педагогия техникумын (1930), Өфөлә К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1935) тамамлай. Баймаҡ мәғариф системаһына ҙур өлөш индергән шәхес: 1930 йылдан — Баймаҡ башланғыс терәк, Бәхтегәрәй башланғыс мәктәптәре мөдире, 1932 йылдан — Татлыбай коммунистик йәштәре мәктәбе, 1935 йылдан — Иҫке Сибай, 1940 йылдан 1-се Этҡол крәҫтиән йәштәре мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор булып эшләй[2].

1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша.

 
Борки ауылындағы Туғанлыҡ ҡәберлеге

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға алына[2], һуғышҡа, ҡатыны Хәйернисаны һәм балаларын ҡалдырып, 1-се Этҡол ауылынан китә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 275-се кавалерия полкы артиллерия батареяһы тоҫҡаусыһы, һуңынан сәйәси мәсьәләләр буйынса комиссар урынбаҫары — политрук була. Ғаиләһенә һуңғы хатын 1942 йылдың 3 июлендә яҙа, 6 июлдә Курск өлкәһе (хәҙер Липецк өлкәһе) Тербун районындағы ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Ошо уҡ райондың Борки ауылында ерләнә[2].

Яугир һәм ҡурайсы Исхаҡ Йәнбәковтың исеме 112-се Башҡорт дивизияһы комиссары С. Р. Әлибаевтың «Көндәлек биттәренән» китабында бер нисә тапҡыр телгә алына[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео «УТЛЫ ЙЫЛДАР АУАЗЫ». Стәрлетамак драма театры артисы Әлфинур Ғәзимова уҡый.

Һылтанмалар

үҙгәртергә