Йәлил (Жәлил, Джалиль, Залил) — ғәрәптәрҙән таралған төрки халыҡтар араһында киң ҡулланыш алған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йәлил — «бөйөк», «оло», «ҙур», «хөрмәтле», «шөһрәтле», «атаҡлы» мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме[1]. Был исемдең Джалиль, Жәлил, Залил варианттары бар.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Йәлил Әхмәт улы Сөләймәнов (16 март 1968 йыл) — рәссәм, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы (1991), профессор Әхмәт Сөләймәновтың улы.

Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөкөв (20 сентябрь 1960 йыл) — ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Йәлил Ғиниәт улы Кейекбаев (Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы) (25 октябрь 1911 йыл — 19 март 1968 йыл) — күренекле башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1961), профессор (1961). БАССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Ленин (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Муса Йәлил (тулы исеме Муса Мостафа улы Йәлилов; 2 февраль (15 февраль) 1906 йыл — 25 август 1944 йыл) — СССР шағиры. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1956, үлгәндән һуң), Ленин премияһы лауреаты (1957, үлгәндән һуң).

Йәлил (ҡасаба) (татар. Җәлил) — Татарстан Республикаһының Сарман районындағы ҡала тибындағы ҡасаба.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ