Йүрүҙән
(Йүрүҙән (йылға) битенән йүнәлтелде)
Йүрүҙән (башҡорт теленең көнсығыш диалектында: юр үҙән, «өлкән йылға» мәғәнәһендә; рус. Юрюзань) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны — Ямантауҙың төньяҡ итәге, Белорет районында.
Йүрүҙән | |
---|---|
Йүрүҙән йылғаһы (Усть-Катав ҡалаһы янында) | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 404 км |
Бассейн | 7240 км² |
Һыу сығымы | 55 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Көньяҡ Урал |
Тамағы | Павловка һыуһаҡлағысы Ҡариҙел) |
· Координаталар | 54°17′39″ с. ш. 58°14′28″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
РДҺР | 10010201112111100023101 |
Йүрүҙән Викимилектә |
Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Белорет, Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап аға. Ҡариҙел йылғаһына һул яҡтан ҡушыла (тамағынан 262 км алыҫлыҡта).
Географияһы
үҙгәртергәЙылға буйында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ (рус. Усть-Катав) ҡалалары, Башҡортостандың Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылы, «Янғантау» шифаханаһы урынлашҡан.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәТөп ҡушылдыҡтары:: уң — Кошелевка (Йүрүҙән ҡушылдығы), Оло Көтөм, Оло Берҙәш, Миҫе (Йүрүҙән ҡушылдығы); һул — Ҡатай (Йүрүҙән ҡушылдығы), Көҫкәнде (Ҡондоҙтамаҡ), Айыр, Ҡотҡур, Илек (Йүрүҙән ҡушылдығы), Ҡарамалы (Вязовка) һ.б.[1]
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Йүрүҙән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |