Илек (Йүрүҙән ҡушылдығы)

Силәбе өлкәһендәге йылға

Илек — Рәсәй, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан йылғаһы. Оҙонлоғо 26 км, Силәбе өлкәһендәге өлөшө — 16 км[2][3].

Илек
Ҡайҙа ҡоя Йүрүҙән
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Карта

Бассейндары: ЙүрүҙәнҠариҙелАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе[4]

Географияһы

үҙгәртергә

Илек йылғаһы Силәбе өлкәһенең Әшә районында Ҡаратау һыртында баш ала. Йүрүҙән йылғаһына һул ярынан тамағынан 167 км алыҫлыҡта, Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Илтәй ауылы янында[5] ҡушыла[6].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡушылдыҡтары ҙур түгел, оҙонлоҡтары 10 километрҙан артмай. Силәбе өлкәһе биләмәһендә 11 ваҡ йылға ҡоя, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 29 км.

Һыу режимы буйынса — ҡәҙимге тау йылғаһы, шәп ағымлы, бигерәк тә шаршыларҙа, яҙ көнө — ҡар һыуҙарынан һәм йәй көслө ямғырҙарҙа ныҡ таша[7].

Йүрүҙән йылғаһына балыҡсыларға[8] барған кешеләргә юл өйрәткән мәҡәләлә, Мәсәғүт урман-далаһы буйлап үҙәне ныҡ һаҙлыҡлы Илек йылғаһы аша үтергә тура килә, тип яҙылған[9].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылғаның атамаһы тураһында былай тип яҙа: От башкирского слова илек — «косуля», «дикая коза». Название может указывать на место обитания этих животных, но скорее всего от именования башкирской родовой группы илек, входившей в состав племени табын, или древнего башкирского мужского имени Илек[10][11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Илек // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә