Төп менюны асырға

Айыр (Оло Аир) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан биләмәләрендә, Салауат районы 2-се Иҙелбай ауылы эргәһенән аға, тауҙар араһында сыҡҡан шишмәләрҙән башлана, Кесе Айыр (Кесайыр) тигән һул ҡушылдығы бар, һыуы өҫкө ағышында һалҡын һәм таҙа. Йылға Йүрүҙәнгә һул яҡтан, тамағынан 122 км өҫтәрәк ҡушыла. Айырҙың оҙонлоғо 16 км.

Айыр (Оло Аир)
Характеристика
Оҙонлоғо 16 км
Һыу ағымы
Тамағы Йүрүҙән
 · Координаталар 55°25′09″ с. ш. 57°48′11″ в. д.
Урынлашыуы
Һыу бассейны Йүрүҙән → Павлов һыуһаҡлағыс → Ҡариҙел → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Илдәр Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан,

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Айырҙа төрлө балыҡ, шул иҫәптән бәрҙе, суртан, шамбы һ.б. бар ине, хәҙер бик ныҡ һайыҡҡанлыҡтан, балыҡ бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Йылғаның Йүрүҙәнгә ҡушылған тирәлә генә оло йылғанан ингән ташбаш кеүек ваҡ балыҡ осрай. Йылға ярҙары буйлап күпләп ерек, муйыл һәм тал ағастары, балан, гөлйемеш һәм ҡарағат кеүек ваҡ ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Йылғаның төбө башлыса ташлы.

Һыу реестры мәғлүмәттәреҮҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Нязепетровск гидроузеленән Павловск гидроузеленә тиклем Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[1].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[1]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100023521
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102352
  • Бассейн коды — 10.01.02.011
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә