Фәррәхов Йосоп Тимербай улы

урмансы
(Йосоп Тимербай улы Фәррәхов битенән йүнәлтелде)

Фәррәхов Йосоп Тимербай улы (20 апрель 1935 йыл — 31 ғинуар 2001 йыл) — урмансы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).

Фәррәхов Йосоп Тимербай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иманғол ауылы, Үрге Бишенде ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 31 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө лесовод
Эшмәкәрлек төрө урман хужалығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Йосоп Тимербай улы Фәррәхов 1935 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иманғол ауылында тыуған. Уның олатаһы һәм атаһы урмансы булып эшләгән.

Йосоп иртә етем ҡала. 9 йәшендә ир-ат эшен башҡара: үгеҙ менән колхоз яланын һөрә, һыйыр һәм йылҡы көтә. Өйөнән 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Үрге Бишенде ауылында уҡый. Мәктәпте тамамлай алмай, сөнки уның иңендә тағы өс бала була.

Егет ҡорона ингәс, Йосоп урман әҙерләүҙә эшләй. Унан һуң Совет Армияһы сафына алына. Мәскәүҙә «Лужники» спорт ротаһында 3 йыл һәм 7 ай хеҙмәт итә.

Армиянан һуң белем алыуын дауам итә. 1962 йылда урман хужалығы мастерҙарының Николо-Березовская мәктәбенә уҡырға бара. Туп-тулы класта уҡыу өсөн Йосоп үҙенә парта яһап ала. Мәктәптә уҡытыуҙы 1937 йылда репрессияланған һәм Ленинград академияһынан Николо-Березовкаға һөргөнгә ебәрелгән квалификациялы профессорҙар алып бара.

Мәктәпте тамамлау менән Туймазы тәжрибә- күрһәтмә урман хужалығының Бишенде урмансылығында урмансы, һуңынан техник-ҡарауылсы, 1977 йылдан 15 мең гектар урманды хеҙмәтләндереп, урман мастеры булып эшләй.

1969 йылда республиканың көнбайыш райондарында урмандарҙы тергеҙеү буйынса бик күп үҫентеләр кәрәк булыу менән бәйле, ҙур базислы урман питомнигы ойошторорға кәрәк була. Яңы питомникты булдырыу Йосоп Тимербай улына ышанып тапшырыла.

Фәррәхов Йосоп Тимербай улы тарафынан яһалма һуғарыу менән 52 га майҙанда урман питомнигы ойошторола, унда йыл һайын 40-тан ашыу ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙың 9,5 млн штук үҫентеләре һәм сәсмәлектәре үрсетелә.

Ағастарҙы үҫтерҙеү өсөн, улар ылыҫлы ағастарҙың ҡыш алдынан сәсеү, ҡайын үҫентеләрен үҫтереү, орлоҡтарҙы йыйыу һәм сәсеү ысулдары технологияларын эшләй, В. Г. Каппер тубырсыҡ киптереү конструкцияһын камиллаштыра. Питомник Башҡортостандың бөтә көнбайыш төбәген ултыртыу материалдары менән тәьмин итә.

Йосоп Тимербай улы урман тураһында үҙенең белемдәре менән ихлас уртаҡлаша. Урмансының тәжрибәһен үҙләштерергә АҠШ, Канада, Кореянан хеҙмәттәштәре килә. 1974 йылдың июлендә урман хужалығының Туймазы тәжрибә-производство базаһында СССР бөтә союз урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең семинары үткәрелә. Унда бөтә союздаш республикаларҙан, шулай уҡ урман хужалығы идаралыҡтарынан 600 кеше ҡатнаша,

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Йосоп Фәррәхов егерме йыл дауаында Бишенде ауыл Советы депутаты була.

Нәҫелдән килгән урмансылар. Олатаһы һәм атаһы урмансы булып эшләй, улы Рафаил ошо традицияны дауам итә, 2010 йылда уға «Урман рыцары» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ҡатыны Бишенде питомнигының урман культуралары эшселәре бригадиры булып эшләй.

Олатаһы — Фәррәхов Фәррәх Ғәлиулла улы, атаһы — Фәррәхов Тимербай Фәррәх улы, ағаһы Мирсаф, ҡатыны Фәнүзә Шәхрәзи ҡыҙы, улы Рафаил, ейәне Таһир.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983) — «хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм урман ресурстарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн».
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986).
  • Бишенде урмансылығы питомнигына алдында Фәррәхов Йосоп Тимербай улына һәйкәл ҡуйылған.
  • Иманғол ауылында элек ул йәшәгән урам Фәттәхов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә