Йомаҡай ҡаласығы
Йомаҡай ҡаласығы(рус. Юмакаевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Борай районы Йомаҡай ауылы эргәһендә урынлашҡан IV—VII быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Йомаҡай ҡаласығы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Борай районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәЙомаҡай ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Борай районы Йомаҡай ауылы көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып йылғаһының уң ярында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Борай) — 21 км, ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Оло Шуҡшан) — 6 км.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәЙомаҡай ҡаласығы майҙанының 592 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаласыҡ һөҙәк морон өлөшө яғынан 6 ур[4] һәм соҡор менән һаҡланған. Урҙарҙың оҙонлоғо 10—17 м, киңлеге 4—5 м, бейеклеге 0,5 м, соҡорҙоң киңлеге 3 м, тәрәнлеге 0,5 м тәшкил итә.
Көнсығыш битләүенән ике рәт соҡор менән нығытылған. Уларҙың оҙонлоғо 80 м, киңлеге 1,5 м, тәрәнлеге 0,3—0,4 м булған.
Оҙонса түңәрәк рәүешле 2 торлаҡ, 59 хужалыҡ соҡоро табылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр типологик яҡтан Бахмут мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.
Ҡаласыҡта балсыҡ орсоҡбаштар, таш иген онтағыстар, тимер бысаҡтар, ураҡтар, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары табылған.
Йомаҡай ҡаласығы материалдарыБашҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6]..
Асыш тарихы
үҙгәртергәЙомаҡай ҡаласығы 1956 йылда тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов тарафынан асыла һәм тикшерелә һәм 1957, 1959 йылдарҙа өйрәнелә.
1969—70 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева тикшерә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Йомаҡай ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йомаҡай ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.