Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы
Исәнғол ҡояш электр станцияһы, Иҫәнғол станцияһы — Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы ҡояш электр станцияһы Ейәнсура районында, ҡеүәте — 9 мвт. 2017 йылдың 29 ноябрендә сафҡа индерелгән[1].
Иҫәнғол ҡояш электр станцияһы | |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ейәнсура районы |
Выходная мощность | 9 мегаватт |
Дата принятия в эксплуатацию | 29 ноябрь 2017 |
Башы
үҙгәртергәИҫәнғол ҡояш электр станцияһы Башҡортостан территорияһында план буйынса 2015 йылдан алып 2018 йылға тиклем төҙөләсәк дөйөм ҡеүәте 64 мегаваттҡа тигеҙ һигеҙ станцияның береһе. РФ хөкүмәтенең 2013 йылдың 28 май № 449 «Яңыртыласаҡ энергия сығанаҡтарын ҡулланыу механизмын стимуллау тураһындағы» ҡарарына ярашлы рәүештә был проекттар тормошҡа ашырыла. Был ҡарар буйынса яңыртыласаҡ энергетика объекттарына индерелгән инвестициялар, ҡояш электр станциялары төҙөлөп бөткәндән һуң, улар эшләп сығарған ҡеүәттәр менән кире ҡайтарылыуҙы гарантлай. Башҡортостан Республикаһындағы бөтә «Хевел» проекттарына инвестицияларҙы тормошҡа ашырыу 2018 йылға тиклем 6 миллиард һумға баһалана.
Төҙөү
үҙгәртергә2017 йылдың апрелендә ҡояш электр станцияһы төҙөлә башланы. «Хевел» компаниялары төркөмө структуралары (АО «РОСНАНО» һәм «Ренова» Дәүләт компанияһының берләшкән предприятиелары) төҙөлөштө проектлау менән шөғөлләнә. Был проектты тормошҡа ашырыу 17 гектар майҙандағы ер участкаларында алып барыла, унда 36,7 мең фотомодуль урынлашҡан.
Иҫәнғол ҡояш станцияһы — Башҡортостан Республикаһында «Хевел» компанияһы төҙөгән өсөнсө ҡояш электр станцияһы. Хәйбулла районында ул төҙөгән ике Бүребай станцияһы һәм Көйөргәҙе районында өс Бөгөлсән электр станцияһы[2]эшләй. Проект тормошҡа ашырылғандан һуң барлыҡ төбәктәрҙә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 64 мвт тәшкил итәсәк[3].
Башҡортостан Республикаһында ҡояш радиацияһы кимәле юғары. Республиканың көньяҡ районының географик һәм климат үҙенсәлектәре һәр бер ҡуйылған батареяларҙан йылына 1250 квт сәғәт ҡеүәт алырға мөмкинлек бирә, был ҡояш энергетикаһы киң ҡулланылған Үҙәк һәм Көньяҡ Европа күрһәткестәренә тиң.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Зианчуринском районе запускают солнечную электростанцию . resbash.ru. Дата обращения: 28 октябрь 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ bigpowernews.ru/news/document68015.phtml
- ↑ «Солнечная электростанция за 1,5 млрд рублей запущена в Башкирии» // ТАСС