Иҫке Ишембай
Иҫке Ишембай (халыҡ телендә — Һул яр) — Ишембай ҡалаһындағы биҫтә[1][2][3], уның көнбайыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Уға яҡын биҫтә — Тимер юл биҫтәһе, унда Ишембай тимер юл станцияһы урынлашҡан.
Иҫке Ишембай | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Тарихы
үҙгәртергәИшембай ауылына беренсе булып 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры — йөҙ башы Ишембай Аҡбирҙин (1770—1831) күсеп ултыра[4]. Ике ҡыҙынан тыш, уның Мөхәмәтйән (1797—1834), Сәлимйән (1806), Исмәғил (1815), Вилдан (1808), Яҡуп (1818), Әйүп (1813), Исхаҡ (1828), Мөхәмәтғәли (1828) тигән улдары була[5].
Ишембай ауылының беренсе теркәлеүе — 1815 йыл. Ул саҡта ауылда 13 кешенән торған бер ихата иҫәпләнә. 1839 йылда ауылда шул 28 кешенән торған бер ихата 105 ат, 79 һыйыр, 20 һарыҡ, 105 кәзә, 24 умарта тотҡан. 48 бот бот ужым һәм 288 яҙғы бойҙай сәскән. Ғаиләнең һәр ағзаһына 12 бот икәмәк тура килгән. XIX быуаттың урталарына Аҡбирҙин Ишембайҙың өйләнгән 7 улы 36 кешенән торған бер ихатаны тәшкил иткән.
Урта хәлле крәҫтиәндәр Аҡбирҙин Ишембай һәм уның балалары йорт һәм кантон идаралығының чиновниктары булған. Бер йорттан торған ауыл властың бөтә атрибуттарына эйә булған — ауылдың начальнигы, административ-полиция функциялары менән йорт десятнигы.
X иҫәп алыуҙар буйынса унда 18 ихатала 50 ир-егет һәм 45 ҡатын-ҡыҙ була. 1920 йыл иҫәбе буйынса — 59 йортта 298 кеше була.
1770 йылда Ишембай ауылы ерҙәрендә Рәсәй География департаментының танылған сәйәхәтсеһе, ғалим И. И. Лепёхин етәкселегендәге экспедицияһы булып китә. Экспедиция Көҫәпҡол ауылында булған сағында, Тәйрүк йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урындан әллә ни алыҫ булмаған урында нефть сығыуына шаһит була[6].
1904-1905 йылдарҙан алып, Ишембай ауылына яҡын ерҙәрҙә бер нисә геологик экспедиция эшләй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән отставкалағы полковник Срослов 1911 йылда Ишембай ауылы менән Көҫәпҡол ауылы араһындағы ерҙәрҙе арендаға ала һәм, Петербургтан геолог саҡыртып, нефть табырға тырыша. Ишембай ауылынан ялланған 3-4 йәш егет 12,7 метр тәрәнлеккә тиклем соҡор ҡаҙа һәм нефть билдәһе булған ҡатламдар булыуын раҫлай. 1913 йылда улар тағы эште дауам итә һәм 16 метр тәрәнлектән 2 биҙрә нефть сығара. 1915 йылда Баҡы нефтселәре ағалы-ҡустылы Нобелдәрҙең вәкиле геолог Андерсен урындағы халыҡтан нефтле ерҙәрҙе һатыуын һорай, әммә урындағы халыҡ был тәҡдимде кире ҡаға[6].
Граждандар һуғышы аҙағында, 1919—1921 йылдар тирәһендә, Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советы башланғысы буйынса, Ишембай ауылы тирәһендәге ерҙәрҙә 57 метрға тиклем тәрәнлектәге 25 скважина быраулана һәм уларҙа нефть эҙҙәре табыла.
1929 йылдың майында тау эштәре бүлеге начальнигы Ф. Н. Курбатов башҡарылған эштәргә анализ яһап, Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан совнархозы ГИНИ (Государственный исследовательский нефтяной институт) һәм Геология комитетына Башҡортостанда нефть разведкалауҙы һорап хат яҙа[7].
1929 йылдың йәйендә Башҡортостан хөкүмәте үтенесен академик И. М. Губкин хуплай һәм нефть институты Ишембай тарафтарына өс геологик партия ебәрә, шуларҙың береһенә геолог А. А. Блохин етәкселек итә[8]. Ишембай ауылында ойошторолған "7 Ноябрь" исемендәге колхозынан 12 кешене нефть эҙләүселәргә ярҙамға бирәләр. Нефть сығарыу эшенә бар тирә-йүндәге ауылдарҙан эшселәр ылыҡтырыла. Эшселәр башта яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәй, һуңыраҡ улар өсөн скважиналарҙан бер саҡырымдай алыҫлыҡта, артабан Ағиҙелдең уң яҡ ярында төҙөлгән эшселәр ҡасабаһына С. М. Киров исеме бирелә.
1932 йылдың 16 майында иртәнге сәғәттәрҙә ғинуар айынан алып әҙләп кенә йә һыу, йә газ атып торған 703-сө скважина яғынан бөтә тирә-йүнгә көслө геүләү тауышы тарала. Халыҡ ауылға бик яҡын урынлашҡан 703-сө скважина яғына йүгерә. 41 метр бейеклектәге вышка башында торған верховой Кәлимулла Сәлимйәнов (Ишембай Аҡбирҙиндың ейәне) бик юғары атылған нефть фонтанын иң беренсе булып күргән һәм был йылы нефть менән ҡойонған тәүге кеше була, аҙаҡ белгестәр фонтандың 60 метр бейеклектә булыуын әйтеп бирә[4]
1940 йылдың 10 февралендә РСФСР Юғары Советының Указы нигеҙендә Киров исемендәге эшселәр ҡасабаһы Ишембай ҡалаһына әйләндерелә[9]. Күл (Озёрная) һәм Гоголь урамдарынан торған боронғо Ишембай ауылы ла уның составына инеп китә һәм 2002 йылға тиклем рәсми документтарҙа «Һул яҡ яр ҡасабаһы», тип атап йөрөтөлә. Ишембай Аҡбирҙиндың вариҫы Йәһүҙә Ишембаевтың юллауы буйынса ауылға боронғо исеме Иҫке Ишембай булып кире ҡайтарыла.
Хәҙерге осоро
үҙгәртергәХәҙер Иҫке Ишембайҙа «Йондоҙ» Мәҙәниәт йорто (элекке кинотеатр), 4-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, медпункт, 2-се һанлы мәркәз мәсете бар. Адресы: Трактовый урамы, 7-се йорт, Ишембай нефть эшкәртеү заводының элекке 6-сы һанлы балалар баҡсаһы (хәҙер алынған)
2010 йылдың 8 майында 4-се һанлы мәктәп янында Иҫке Ишембайҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу тантанаһы үтә[10].
Иҫке Ишембай биләмәһендә мул һыулы һәм балыҡлы күлдәр бар.
Хәҙерге ваҡытта сәнәғәт предприятиеларының сәнәғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлау менән бәйле һауаның бысраныу проблемалары бар[11][12].
Урамдар
үҙгәртергә- Сергей Лазо (урамы) (рус. Сергея Лазо (улица))
- Трактовый (урамы) (рус. Трактовая (улица))
- Нефтепроводный (урамы) (рус. Нефтепроводная (улица))
- Ворошилов (урамы) (рус. Ворошилова (улица))
- Киң тыҡрыҡ (урамы) (рус. Широкий переулок (улица))
- Ҡыҙыл флот (урамы) (рус. Краснофлотская (улица))
- Һыубаҫар (урамы) (рус. Заливная (улица))
- 1-се Көнбайыш (урамы) (рус. 1-я Западная (улица))
- 2-се Көнбайыш (урамы) (рус. 2-я Западная (улица))
- Шевченко (№ 4, 6) (урамы) (рус. Шевченко № 4,6 (улица))
- Беренсе тыҡрыҡ (урамы) (рус. Первый Переулок (улица))
- Икенсе тыҡрыҡ (урамы) (рус. Второй переулок))
- Өсөнсө тыҡрыҡ (урамы) (рус. Третий переулок (улица))
- Йәнәлиф (урамы) (рус. Яналиф (улица))
- Интернациональный (урамы) (рус. Интернациональная (улица))
- Есенин (урамы) (рус. Интернациональная (улица))
- Хеҙмәт (урамы) (рус. Трудовая (улица))
- Толбухин (урамы) (рус. Толбухина (улица))
- Гоголь (урамы) (рус. Гоголя (улица))
- Әтәс (урамы) (рус. Атяшевская (улица))
- Гагарин (урамы) (рус. Гагарина (улица))
- Дуҫлыҡ (урамы) (рус. Дружбы (улица))
- Йылға Аръяғы (урамы) (рус. Заречная (улица))
- Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира (улица))
- Ирек (урамы) (рус. Свободы (улица))
- Төньяҡ (урамы)(рус. Северная (улица))
- Үҙәк (урамы) (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп (урамы)(рус. Школьная (улица)) [13]
Коды ОКАТО ОКТМО - Старый Ишимбай. www.gosspravka.ru
Транспорт
үҙгәртергә- 2-се һанлы ҡала маршрут автобусы «Автовокзал — Иҫке Ишембай биҫтәһе»
Сәнәғәте
үҙгәртергәБиҫтә янында машина эшләү предприятиелары — «„Витязь“ машиналар эшләү компанияһы» һәм яуаплығы сикләнгән «Ишембай станоктар ремонтлау заводы» йәмғиәте урынлашҡан. Индустриаль шоссе «Ишембай „Ағиҙел“ нефть базаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек эре предприятиелар урынлашҡан Һул яҡ яр сәнәғәт зонаһынан Иҫке Ишембай биҫтәһен айырып тора.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Ишембай Аҡбирҙин (1770—1831) — 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры, урыҫ ғәскәренең йөҙ башы[14]. 19 быуатта Ишембай ауылына нигеҙ һалған.
- Хәлилов Венер Рамаҙан улы — КПСС-тың XXV, XXVI съездары делегаты, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Юғары Советы депутаты, Рәсәй сәйәсмәне, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-академик, профессор, хәҙерге Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған.
- Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (1908—1991) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933 й.), Колхозсыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты, Өфө ҡалаһы Киров районының I саҡырылышы Советы депутаты (1936 й.), Өфө ҡалаһының II саҡырылышы Советы депутаты (1939 й.);
- Йосопова Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы (Хаят Сәғит ҡыҙы) (1950), журналист, «Торатау» гәзитенең беренсе мөхәррире, ҡала Советы депутаты (1991—1995), ҡала Советы рәйесе урынбаҫары (1992—1995), «Юрматы» һәм «Юрматы ере» милли хәрәкәтен башлап йөрөүселәрҙең береһе (1989 йылдан алып), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
- Юлдашбаев Абдулла — билдәле ғалим-тарихсы Билал Хәмит улы Юлдашбаевтың олатаһы, Иҫке Ишембай ауылы имамы
- Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы, опера йырсыһы
- Моғаттаров Гәбделғәфүр Мөхәмәтсәғит улы (1947) — дәүләт эшмәкәре, ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары (1969—1975), «Ишембайнефть» НГДУ-һының профсоюз комитеты рәйесе, республика предприятиеларының конкурс идарасыһы (1975—1980), Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһендә тыуған;
- Хәйруллин Наил Валиян улы (1950 йылда тыуған) — табип-энә менән дауалаусы терапевт, Башҡорт ырыуҙары һәм «Юрматы ере» башҡорт милли ырыуҙар хәрәкәтен башлаусыларҙың береһе, 1990 йылдың июль айында Юрматы ырыуының 1-се йыйынын үткәреүгә өлгәшкән шәхес. Ишембай ҡалаһы янындағы Иҫке Ишембай ауылында тыуған;
- Юлдашбаев Билал Хәмит улы (1928—2001), тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы. Профессор. Башҡортостан Республикаһы, башҡорт милли хәрәкәте тарихы буйынса фәнни хеҙмәттәр һәм дәреслектәр авторы. Башҡорт Асср-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Юрматы ауылында (Һул яҡ яр) тыуған
- Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—2010) — яҙыусы, журналист, «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире (1959—1979), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Стәрлетамаҡ районының Ишембай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе) тыуған;
- [[]]
- [[]]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акбердин, Р. Отсюда зародился Ишимбай: Старый Ишимбай / Р. Акбердин // Восход.- 2010.- 29 окт.- С.3.
- Асфандияров "История сел и деревень БАССР"
- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
- К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
- Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы» (Уфа. ИК ВКБ, 2017, стр. 152, 500 экз.)
- М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 126, 400 экз.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Никулочкин Д. В. Ишимбай — это город? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2016. — В. 2. — № 3. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
- ↑ Список депутатов . Официальный интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 19 август 2014.
- ↑ Акбердин Р. Отсюда зародился Ишимбай (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 29 октября. — № 174-175.
- ↑ 4,0 4,1 М. Якупов. Сотник Ишимбай. — Уфа: ГУП "ГРИ Башкортостан", 2005. — С. 8 — 90. — 127 с.
- ↑ Ишимбай . Генеалогия и архивы. Дата обращения: 29 октябрь 2011. Архивировано 11 июль 2012 года.(рус.). Генеалогия и архивы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 июль 2012. 29 октябрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ 6,0 6,1 Юбилейные даты в истории города и района // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — № 16—17.
- ↑ История геологоразведки в Башкортостане (ХХ — начало XXI вв.)
- ↑ Мангушев, Поляков, Уткин, 1985, с. 10
- ↑ Юбилейные даты в истории города и района // Восход : газета. — Ишимбай, 2010. — 5 февраля. — № 21—22.
- ↑ Аюпова Г. Памятник — от слова «Память» (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2011. — 22 февраля. — № 28-29.
- ↑ Ванохина И. Чем пахнет в Старом Ишимбае? (рус.) // Восход : газета. — Ишимбай, 2011. — 25 февраля. — № 30-31.
- ↑ Клугман Т. Синий смог над Белой-рекой (рус.) // Республика Башкортостан : газета. — Уфа, 2011. — 1 октября. — № 190.
- ↑ [1]
- ↑ М. Якупов. Сотник Ишимбай; Уфа. 2005 г.; изд-во: ГУП "ГРИ Башкортостан". т. 400 экз. 127 стр.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Ишембай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.