Иҫке Башап (Күперле Башап, Ашап[1]; рус. Старый Ашап) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгүк ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804003.

Ауыл
Иҫке Ашап
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°48′37″ с. ш. 55°39′51″ в. д.HGЯO

Климат тибы

уртаса континенталь

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 026

ОКТМО коды

57 604 403 111

Иҫке Ашап (Рәсәй)
Иҫке Ашап
Иҫке Ашап
Иҫке Башап (Пермь крайы)
Иҫке Ашап

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 14 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 46 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 20 ир һәм 26 ҡатын[2].

2005 йылда ауылда 66 кеше йәшәгән[3].

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 11 йортонда 80 кеше йәшәгән[4]. 1834 йылда үткән VIII ревизия ауылдың 18 йортонда 59 ир-ат һәм 64 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәгән[4]. Ауылда барлыҡ йәшәүселәрҙә милләттәре буйынса башҡорт булғандар[4].

Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4]. 1842 йылда ауылдың 116 аҫабаһы бөтәһе 344 бот икмәк сәскән, 18 йорттоң мөлкәтендә 15 ат, 80 һыйыр, 129 һарыҡ, 20 кәзә, 3 умарта һәм 1 солоҡ иҫәпләнгән[4]. Ул ваҡытта ауылда тирмән дә булған[4]. Шулай уҡ тарихи сығанаҡтарҙа 1861 йылда ауыл мәсет эргәһендә мосолман мәктәбе эшләүе тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4].

Профессор Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә