Ищукова Лидия Петровна (17.3.1925, Городище ауылы, Волынь губернаһы — 5.8.2013, Иркутск) — геология-минералогия фәндәре докторы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1979). Ленин премияһы лауреаты, Ленин ордены (1974) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966) кавалеры.

Ищукова Лидия Петровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 17 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған көнө 5 август 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Иркутск
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

1942 йылда Иркутск университетының геология факультетына уҡырға инә, бишенсе курста Мәскәү дәүләт университетына күсә, уны 1947 йылда тамамлай.

Сосновский экспедицияһында («Сосновгеология» дәүләт предприятиеһы), ә 1993 йылдан (реорганизациянан һуң) — ФГУГП «Читагеологоразведка»ла эшләй.

Уран, флюорит, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш һәм Байкал аръяғының башҡа файҙалы ҡаҙылмалары ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.

Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966) һәм докторы (1980). 80-дән артыҡ фәнни-производство отчеттар һәм мәҡәләләр, ике уйлап табыу авторы. Күп тапҡыр Краснокаменск ҡала советы депутаты итеп һайлана.

Ленин премияһы лауреаты (1970) — Стрельцовский уран ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан өсөн.

Рәсәйҙең атҡаҙанған геологы (1979). СССР геология министрлығының Хеҙмәт Даны Китабына индерелгән. «Почетлы ер аҫты разведчигы» һәм «Ер аҫты разведкаһы отличнигы» исемдәренә лайыҡ була. Краснокаменск ҡалаһының почетлы гражданы (1994).

Лидия Петровна 2013 йылдың 5 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

1. Ленин ордены (1974)

2. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)

3. Ленин премияһы лауреаты (1970)

4. Миҙалдар, шул иҫәптән «Чита өлкәһе алдында ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2000)

5. Рәсәйҙең атҡаҙанған геологы (1979)

6. «Почетлы ер аҫты разведчигы»

7. «Ер аҫты разведкаһы отличнигы»

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

1. Геологические условия формирования высокопродуктивных урановых месторождений в областях континентального вулканизма // Металлогения урана Урало-Монгольского пояса. – Л., 1986 ((авторлыҡта)); 2. Геология Урулюнгуевского рудного района и молибден-урановых месторождений Стрельцовского рудного поля. – М., 1998 (авторлыҡта).

Источник: http://encycl.chita.ru/encycl/person/?id=6067 © Энциклопедия Забайкалья

СығанаҡтарҮҙгәртергә