Ишмөхәмәтов Әхтәм
Әхтәм Ишмөхәмәтов (франц. Arkhtiam Ichmoukametoff; 1880—1946) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында, Францияла Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.
Ишмөхәмәтов Әхтәм | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1880 |
Тыуған урыны | Һөйөндөк, Илсеғол ауыл Советы, Учалы районы |
Вафат булған көнө | 1946 |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхтәм Ишмөхәмәтов 1880 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Ҡара Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Һөйөндөк ауылында тыуған.
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша, Башҡортостан автономияһы хәрби частары составында һуғыша. 1921 йылдан эмиграцияла. 1923 йылда ҡустыһы Мирт менән бергә Францияға күсә. 1930-сы йылдарҙа Версаль кадет училищеһында (франц. Ecole des cadets de Versailles) хәрби стратегия һәм партизан һуғышы дисциплиналарын уҡыта.
Икенсе донъя һуғышы башланғас, фашист Германияһына ҡаршы көрәшкә ҡушылып, Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтенең әүҙем ағзаларының береһе була һәм 1941 йылдан немец исемлектәрендә иң ныҡ эҙәрлекләнгән антифашистар хәрәкәте ағзаһы булараҡ билдәләнә. Союздаштар (АҠШ, Бөйөк Британия, Франция) бүлексәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм матди-техник тәьминәт кураторы була.
1946 йылда вафат булған. 1959 йылда, НАТО-ның 10 йыллығы уңайынан, Әхтәм Ишмөхәмәтовтың тол ҡатыны Исидораға ойошманың хәтер хатында билдәләнә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӘхтәм Ишмөхәмәтовтың бүләһе Джонатан Ишмөхәмәтов (Jonathan Czödör Ichmoukametoff) Францияла Пиреней тауҙарында башҡорт этно-ауылын булдыра. Этно-ауылда «Batyriyya» мәктәбендә боронғо башҡорт йолаларын һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса башҡорттарҙың көрәш алымдарын өйрәнеү ойошторолған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Учалы башҡортоноң Франциялағы эҙе . «Башҡортостан» гәзите (13 ноябрь 2020). Дата обращения: 3 июнь 2022.
- Гульфия Акулова. Правнук эмигранта из Башкирии создал во Франции аул и обучает французов башкирскому бою . ИА «Башинформ» (8 октябрь 2020). Дата обращения: 3 июнь 2022.
- Башкирский этно-аул во Франции . МСОО «ВСЕМИРНЫЙ КУРУЛТАЙ (КОНГРЕСС) БАШКИР» (6 октябрь 2020). Дата обращения: 3 июнь 2022.
- Татьяна Холостых. Личный опыт: француз создал в Пиренеях башкирскую этнодеревню и учит строить юрты . sobaka.ru (24 ғинуар 2022). Дата обращения: 3 июнь 2022.