Ишмәкәй (рус. Ишмекеево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ураҙ ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 251 кеше[1]. Почта индексы — 453741, ОКАТО коды — 80253888002.

Ауыл
Ишмәкәй
Ишмәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Ураҙ

Координаталар

54°12′09″ с. ш. 59°07′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 888 002

ОКТМО коды

80 653 488 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ишмәкәй (Рәсәй)
Ишмәкәй
Ишмәкәй
Ишмәкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Ишмәкәй

Ишмәкәй (Сурағол) ауылына XVIII быуаттың 60-сы йылдарында Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Парижды алыуҙа ҡатнашыусы, 2 көмөш миҙал менән бүләкләнгән Кинйәбулат Ишмәкәев исеме менән аталған. Уның улы Бикташ Ишмәкәев билдәле[2]. V ревизия ваҡытында 19 хужалыҡта 101 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 50 хужалыҡта — 238 кеше, 1866 йылда 45 йортта 288 кеше йәшәгән[3]. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 79 йортта 399 кеше теркәлгән. Ауыл халҡы Ҡолош, Баҙарғол, Ыҫтамғол, ауылдары менән тығыҙ бәйләнештә булған, унан кешеләр йә килгән, йә киткән.

35 йортта 214 кеше йәшәгән, шуларҙан йәй һайын 30 арба йәйләүгә сыҡҡан. 1838 йылда уларҙың 246 аты, 141 һыйыры, 150 һарығы, 10 баш кәзәһе булған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1850 йылда ауыл халҡының бер өлөшө Яңы Ишмәкәй ауылына нигеҙ һалған[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 332
1920 йыл 26 август 399
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 356
1959 йыл 15 ғинуар 360
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 280
2002 йыл 9 октябрь 291
2010 йыл 14 октябрь 251 124 127 49,4 50,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Ҡарағайлы урамы (рус. улица Карагайлы)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Олотау урамы (рус. улица Олотау)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Сурағол урамы (рус. улица Сорагол)[6]

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ураҙ): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 38 км[7].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Кинйәбулат Ишмәкәев — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Фаткуллин Ринат Абдуллович. Край мой учалинский. — Учалы: Панорама, 1999. — 86 с.: ил. ISBN 5-86503-020-5
  3. Ишмәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 20. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Госсправка сайтында урамдар исеме
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә