Ишембай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ишембай — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәИшембай башҡорт һүҙе — ишем + бай һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Ишем һүҙе шулай уҡ башҡорт һүҙе һәм дуҫым, иптәшем тигәнде аңлата[1]. Ишембай — дуҫҡа, иптәшкә бай мәғәнәһен бирә. Ишембай исеменән Ишембаев (Ишембаева) фамилиялары барлыҡҡа килгән.
Фамилия
үҙгәртергәИшембаев Ринат Сәхиулла улы (5 август 1976 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, судья. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара мастер (2001).
Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (8 март 1908 йыл — 18 октябрь 1991 йыл) — I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты (1933).
Ауыл, район, ҡала
үҙгәртергәИшембай (Салауат районы) (рус. Ишимбаево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге.
Иҫке Ишембай (халыҡ телендә — Һул яр) — Ишембай ҡалаһындағы биҫтә, уның көнбайыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Уға яҡын биҫтә — Тимер юл биҫтәһе, унда Ишембай станцияһы урынлашҡан.
Ишембай районы (рус. Ишимбайский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ишембай ҡалаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИшембай нефть эшкәртеү заводы (Ишембай НПЗ-һы, ИНПЗ) — Ишембай ҡалаһында урынлашҡан нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы. Башҡортостанда нефть эшкәртеүҙе беренсе булып юлға һалыусы, СССР-ҙың Көнсығышында тәүге нефть эшкәртеү предприятиеһы.
Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — тарихи-ағартыу эштәрен алып барыу һәм Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының тарихын өйрәнеү өсөн ойошторолған муниципаль учреждениеһы.
Ишембай картина галереяһы — Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |