Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы
Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы (рус. ИШБЕРДИН Ахиар (Ахия, Яхия) Исмагу(и)лович 1910 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл[1])[2] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2].
Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 1943 |
Вафат булған урыны | Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | пулемётчик |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәИшбирҙин Әхиәр Исмәғил улы 1910 йылда Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Һабай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 7 гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә[1][2]. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн гвардия рядовой Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы 1943 йылдың 6 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1][2]. 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ССР-ының Полесский өлкәһе Александровка ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала. Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе Малодуша ауылы эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән булырға мөмкин[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Ишбердин Яхия Исмагилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ИШБЕРДИН Ахиар (Ахия, Яхия) Исмагу(и)лович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)