Ишбирҙин Тимерйәр Ғарифулла улы

уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, мәктәп директоры, совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Ишбирҙин Тимерйәр Ғарифулла улы (рус. Ишбердин Тимерьяр Гарифуллович; 1911 йыл1941 йыл, декабрь) — уҡытыусы. 1939—1941 йылғы Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Ишбирҙин Тимерйәр Ғарифулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1941
Вафат булған урыны Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тимерйәр Ишбирҙин 1911 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Иҫән ауылында Вазифа һәм Ғарифулла Ишбирҙиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Иҫән ауылы мәсетендә мәзин булып тора[1]. Шунлыҡтан ғаиләлә балаларҙа белем алыуға ынтылыш көслө була. Өлкән улдары Сәлихйән, Верхнеуральск реаль училищеһын тамамлап, Баймаҡ районында электр үткәреү менән шөғөлләнә. Икенсе улдары Тимерйәр ҙә бәләкәйҙән белемгә тартыла. Шуға ла уның хеҙмәт кенәгәһендәге Тимерйәрҙең 13 йәшенән наҙанлыҡты бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнашыуы тураһындағы яҙма бар. Артабан ул тәүҙә Иҫән башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1930 йылда Өфө Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортондағы төрлө сәйәси һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 1932 йылда коммунистар партияһы сафына алына һәм техникумдың партячейка бюроһы ағзаһы һәм бюроның секретары итеп һайлана[1].

1937 йылда Түбә мәктәбендә физика, математика фәндәренән балаларға белем бирә. 1939 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда демобилизациялана һәм Түбә мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор вазифаларын башҡара. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында Тимерйәр Ишбирҙин үҙ теләге менән фронтҡа китә. Тәүҙә Әлкәләге хәрби гарнизон]а кесе командирҙар курсын тамамлай һәм Мәскәү оборонаһында торған ғәскәргә элемтәселәр взводына командир итеп ебәрелә. Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә дошман снаряды элемтәселәр ултырған блиндажға төшөп шартлай. Тимерйәр Ишбирҙин үҙе командалыҡ иткән яугирҙәр менән бергә һәләк була[1].

Ҡатыны — Ғәйникамал Ишбирҙина (Муллаҡай ауылынан);

улы Тимерғәле — (1941—1975);

ейәнсәрҙәре — Зифа һәм Әминә.

Сәйғәфәров Ә. М. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Өфө. 2019. Т. 350экз. — 300 б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сәйғәфәров Ә. М. «Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы». — Өфө: «Китап», 2019 й. — С. 300 б..