Ишбирҙе (Күсей ауыл Советы)

бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауыл Советы cоставындағы элекке эшселәр ҡасабаһы. 1811 йылда барлыҡҡа, 1950 йылда ғәмәлдән сы

Ишбирҙе (рус. Ишберда) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауыл Советы cоставындағы элекке эшселәр ҡасабаһы. 1811 йылда барлыҡҡа, 1950 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Ишбирҙе
Нигеҙләү датаһы 1811
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Башҡортостан Республикаhы
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1950

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Ауылға тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы Ишбирҙе Мөхәмәтшәрипов исеме бирелгән[1].

Географик урыны

үҙгәртергә

Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендә район үҙәге Баймаҡтан — 81 км, Күсей ауыл Советы үҙәгенән 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Иң яҡын тимер юлы станцияһы Әлмөхәмәткә тиклем — 25 км[1].

1811 йылда Иҙрис ауылы башҡорттары (15 ғаилә) Ишбирҙе ауылын нигеҙләгәндәр[2]. Ауылға йорт старшинаһы Ишбирҙе Мөхәмәтшәрипов (1764 йылда тыуған) исеме бирелгән. Уның улдарының исемдәре билдәле: Мөхәмәтйән, Мөхәмәтша, Мөхәмәтрәхим. Шулай уҡ улар менән бергә Ишбирҙенең ағаһы Байғотло күсенгән. 1834 йылда 20 йортта — 142 кеше, 1859 йылда 21 йортта 124 кеше йәшәгән[2]. Ауыл халҡы Урал тауҙары битләүҙәрендә, Ирәндек һырттарында йәйләгән. 1834 йылда йәмғеһе 243 йылҡы малы, 184 һыйыр, 150 һарыҡ һәм 15 кәзә малы теркәлгән[2]. 19-сы быуат аҙағында хәҙерге Баймаҡ районы ерҙәрендә бер нисә сәсмә һәм мәғдән алтын ятҡылыҡтары табыла. Ауыл халҡы алтын йыуыу эшендә ҡатнаша.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡасабала 38 йорт булған, унда 176 кеше йәшәгән[1].

Совет осоронда алтын сығарыу эштәре ҡабаттан тергеҙелә. 1924 йылда алтын йыуыу бегун фабрикаһы төҙөлә[1]. Бынан тыш бер нисә старателдәр артелдәре ойошторола. Ҡасаба күҙгә күренеп үҫешә. Әммә 1940-сы йылдар аҙағында алтын ятҡылыҡтарының запастары бөтөү арҡаһында, рудник ябыла. Ҡасаба халҡы эргә-тирәләге ауылдарға күсә[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

— Ҡылысбай Биккузин — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә