Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы
Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы (25 декабрь 1931 йыл — 24 апрель 2010 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-психиатр. 1959—1980 йылдарҙа Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1931[1] |
Тыуған урыны | Абҙан, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 24 апрель 2010 (78 йәш) |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Иҫәнғол |
Биләгән вазифаһы | дауахананың баш табибы[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт медицина университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Мирсал Зәйнәғәбдин улы Исмәғилев 1931 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Абҙан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа[2].
Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, бер аҙ прокуратурала, район гәзитендә яуаплы секретарь, Байыш урта мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Артабан уҡыу теләге Мирсал Зәйнәғәбдин улын Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килә.
1957 йылда йәш белгес тыуған ауылы Абҙанға табип булып эшкә ҡайта. Участка дауаханаһында хирург булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1959 йылда Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына эшкә күсерелә. 1968—1972 йылдарҙа Красноусол шифаханаһында — бүлек мөдире, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эше — партия ойошмаһы секретары эшен алып бара. 1973—1980 йылдарҙа Ейәнсура районы Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең һуңғы йылдарында район дауаханаһында табип-психиатр булып эшләй[3]. Ейәнсура районының почётлы гражданы (2009).
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны 2010 йылдың 24 апрелендә вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
- Мирсал Зәйнәғбдин улы үҙе ғүмере буйы эшләгән поликлиникаһында музей аса. Бында районда эшләгән һәм эшләп киткән табиптар, һаулыҡ һаҡлау эшенең тәү башлап юлға һалыныуы, күтәрелеше, хәҙерге ваҡыттағы ҡаҙаныштары тураһында күп мәғлүмәт тупланған;
- Генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында һуғышҡан яугир-ейәнсурасылар тураһында материалдар йыя;
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының беренсе рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимовтың тыуған төйәгендә уның етәкселегендә музей асыла.
- 2009 йылда «Ейәнсура районының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте: кисә һәм бөгөн» («Здравоохранение Зианчуринского района: вчера и сегодня») исемле бай мәғлүмәтле китап сығара[3].
КитаптарыҮҙгәртергә
- Исмагилов М.З., Здравоохранение Зианчуринского района: вчера и сегодня [Текст]: очерки о становлении здравоохранения района /М.З. Исмагилов , Исянгулово.- 2009.- С.144
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1966);
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976);
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы ()
ХәтерҮҙгәртергә
- 2012 йылда үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы бинаһында Исмәғилев Мирсал Зәйнәғбдин улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 https://xn--90alp4b.xn--p1ai/index.php/literaturnaya-karta/160-ismagilov-mirsal
- ↑ Литературная карта. МИРСАЛ ИСМӘҒИЛЕВ. МАУК «Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека». Официльный сайт 2021 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Зианчуринский историко-краеведческий музей/ Мидхат Асылбаев (рус.)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Мидхат Асылбаев. Посвятил жизнь медицине. Газета «Зианчуринские зори», 19 марта 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)
- Зианчуринский историко-краеведческий музей/ Мидхат Асылбаев (рус.)
- Литературная карта. МИРСАЛ ИСМӘҒИЛЕВ. МАУК «Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека». Официльный сайт 2021 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)