Исламғазин Зәбих Хөснөтдин улы
Исламғазин Зәбих Хөснөтдин улы (9 декабрь 1887 йыл — 8 ноябрь 1951 йыл) — матбуғат хеҙмәткәре һәм мөхәррир, Башҡорт АССР-ына Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе башҡорттарын күсереү буйынса вәкәләтле кеше (уполномоченный), йәмәғәт һәм партия эшмәкәре[1].
Исламғазин Зәбих Хөснөтдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1887 |
Тыуған урыны | Таш-Күстән, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы |
Вафат булған көнө | 8 ноябрь 1951 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗәбих Хөснөтдин улы Исламғазин 1887 йылдың 9 декабрендә Һамар губернаһы Николаев өйәҙе Имәләй улусы Ташбулат ауылында (хәҙер — Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Южный муниципаль берәмеге Таш-Күстән ауылы) тыуған.
1901 йылға тиклем башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан 1901—1904 йылдарҙа, Таш-Күстән ауылындағы «Рушди» мәҙрәсәһендә уҡый.
ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Партия мәғарифы (Партпрос) Йорто эргәһендәге сәйәси бүлек гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренең 3 айлыҡ курстары тыңлаусыһы.
Зәбих Хөснөтдин улы зирәк аҡыллы кеше була. Урыҫ, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ телдәрен белгән[2].
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1904—1909 йылдарҙа Имәләй улусында урынлашҡан үҙҙәренең хужалығында эшләй. 1905—1907 йылдарҙа — Һамар губернаһында крәҫтиәндәрҙең власть вәкилдәренә әүҙем ҡаршы сығыуҙарында ҡатнаша.
1909 йылда — батша армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алына.
1909 йылдың ноябренән 1913 йылдың декабренә тиклем — рядовой Исламғазиндың Һарытау ҡалаһындағы хәрби хеҙмәт йылдары.
1913 йылдың декабре — 1914 йылдың июле — Таш-Күстән ауылында, үҙ хужалығында эшләй.
1914 йылдың авгусынан 1917 йылдың апреленә тиклем — Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, рядовой.
1917 йылдың апреле — 1918 йылдың июне — тыуған ауылында үҙ хужалығында эшләй.
1918 йылдың июне — 1919 йылдың 19 феврале — Имәләй улусы ярлылар комитеты секретары.
1919 йылдың 19 феврале — 1920 йылдың 14 июле — Таш-Күстән ауыл Советы секретары. 1920 йылдың 15 июле — 1921 йылдың марты — Имәләй улусы хәрби комиссариатында эштәр башҡарыусы.
1921 йылдан — гәзит хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзаһы.
1921 йылдың марты — 1922 йылдың феврале — Һамар ҡалаһы балалар ҡабул итеү йорто мөдире.
1922 йылдың 1 феврале — 1923 йылдың 1 октябре — Һамар башҡорт-татар педагогия техникумында уҡытыу-административ мөдире ярҙамсыһы.
1923 йылдың 1 октябре — 1924 йылдың 21 ғинуары — Һамар башҡорт-татар педагогия техникумы ятағында хужалыҡ бүлеге һәм ятаҡ мөдире.
1924 йылдың феврале — 1925 йылдың сентябре — Өфө ҡалаһында Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу үҙәк комиссияһының канцелярия хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү курстары мөдире.
1924 йылдың 2 декабре — 1928 йылдың 19 июне — Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе башҡорттарын Башҡорт АССР-ына күсереү буйынса вәкәләтле кеше (уполномоченный).
1925 йылдың 27 марты — Эшсе-крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарының V Советтарҙың Бөтә Башҡорт съезында ҡатнаша.
1925 йылдың сентябре — 1927 йылдың ноябре — БАССР-ҙың Йылайыр кантонында башҡорт телен өйрәнеүҙе тормошҡа ашырыу комиссияһының яуаплы секретары.
1927 йыл — ВКП(б) ағзаһы итеп ҡабул ителә.
1927 йылдың ноябре — 1929 йылдың ноябре — Йылайыр кантоны халыҡ мәғарифы кантон бүлегенең сәйәси мәғрифәтселек инспекторы.
1929 йылдың декабре — 1930 йылдың сентябре — Йылайыр кантоны Таналыҡ улусындағы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы кассиры.
1930 йылдың 1 сентябре — 1931 йылдың 1 июне — Баймаҡ-Таналыҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының сәйәси мәғрифәтселек (политпросвет) хеҙмәткәре.
1931 йылдың 1 июне — 1932 йылдың 1 майы — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының иҫәп (совхозуч) мөдире.
1932 йылдың 1 майы — 1933 йылдың ғинуары — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында директорҙың хеҙмәт һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары.
1933 йылдың ғинуары — 1934 йылдың майы — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының иҫәп мөдире.
1934 йылдың февраль-апреле — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты Партия мәғарифы Йорто эргәһендәге сәйәси бүлек гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренең 3 айлыҡ курстары тыңлаусыһы.
1934 йылдың 2 майы — 1937 йылдың 22 июне — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы сәйәси бүлегенең «Зерновая фабрика» гәзитенең яуаплы мөхәррире[3][4].
1937 йылдың 22 июне — 1942 йылдың 20 ғинуары — БАССР-ҙың Матрай районы Юлдыбай ауылында урынлашҡан «Коммунизм өсөн» район гәзитенең яуаплы мөхәррире.
1938—1939 йылдар — Юлдыбай ауылындағы ВКП(б) тарихын ситтән тороп өйрәнеү юғары мәктәбенең курсанты.
1942 йылдың 20 ғинуары — 1943 йылдың 1 июле — Баймаҡ районы Таналыҡ ит совхозының сәйәси бүлек начальнигы.
1943 йылдың 1 июле — 1944 йылдың 1 марты — Баймаҡ районы 46-сы Ат заводының партия ойошмаһы секретары.
1944 йылдың 1 марты — 1944 йылдың 23 ноябре — Баймаҡ районы 46-сы Ат заводы эргәһендәге Башторгтың баш магазины директоры.
1944 йылдың 1 декабре — 1945 йылдың 1 марты — Баймаҡ ҡалаһындағы Баймаҡ районы ҡулланыусылар союзының (райпотребсоюз) етештереү бүлеге мөдире.
1945 йылдың 1 марты — 1948 йылдың 1 ғинуары — Баймаҡ ҡала советы эргәһендәге аҙыҡ-түлек карточкалары (продкарточка) бюроһы начальнигы.
1948 йылдың ғинуары — 1951 йыл — Баймаҡ ҡалаһында нәшер ителгән «Ҡыҙыл Баймаҡ» район гәзите мөхәррире.
1951 йылдың 8 ноябрендә вафат була, Баймаҡ ҡалаһында ерләнә[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1946 йылдың 23 декабре)[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине XX в./ М. М. Маннапов. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с.
- ↑ Исламгазин Забих Хуснутдинович
- ↑ Башинформ. РФ. В Башкирии издали книгу об истории легендарного совхоза-техникума «Зилаирский»
- ↑ Хадия и Губай: Цикл очерков / Закия Забиховна Исламгазина. Сибай: Изд-е Сибайского института БашГ’У, 2004. — 74 с.
- ↑ Исламгазин Забих Хуснутдинович
- ↑ Исламгазин Забих Хуснутдинович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә1) Статья «К вопросу прохождения ходатайств о переселении башкир Самарской губернии в БАССР».
2) Статья «Землеустроительные работы в Зилаирском кантоне Башреспублики накануне переселения башкир Самарской губернии».
3) Статья «Деятельность Губая Киреевича Давлетшина в Зилаирском зерносовхозе Баймакского района».
4) Историческая справка деревня Узян Баймакского района БАССР.
5) Историческая справка деревня Гайсарово Таналыкской волости Зилаирского кантона.
6) Историческая справка хутора Акирово Хайбуллинской волости Зилаирского кантона.
7) Историческая справка хутора Янгулово Хайбуллинской волости Зилаирского кантона.
8) Список башкир-переселенцев из Пугачевского уезда Самарской губернии.
9) Информация о планируемом проведении в 2018 г. 90-летнего юбилея с момента основания микрорайона Узян села Ургаза Баймакского района Республики Башкортостан[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине XX в./ М. М. Маннапов. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с.
- Хадия и Губай: Цикл очерков / Закия Забиховна Исламгазина. Сибай: Изд-е Сибайского института БашГ’У, 2004. — 74 с.