Ирәкте улусы
Ирәкте (Ирәхтә) улусы (олоҫо) (рус. Ирехтинская волость) — 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе ингән административ-территориаль берәмек[1]
Ирәкте улусы | |
Административ үҙәк | Мәлләтамаҡ |
---|
Тарихы
үҙгәртергәНуғайбәк (Бәләбәй өйәҙе), Түбәнге Сөн (Александр-Ҡарамалы]), Нөркәй]], Богодар һәм Пучы улустары менән сиктәш булған (1890). 15 ауылда 9001 кеше яшәгән.[2] 1924 йылда бөтөрөлгән.
Ирәкте улусының үҙәге Мәлләтамаҡ ауылында урынлашҡан булған. Башта ауыл ике өлөштән торған: Мәллә йылғаһының уң яғындағыһы Мәлләшәрип тип аталған һәм унда — башҡорттар, һул яғында типтәрҙәр йәшәгән. Улус үҙәге Мәлләшәрип ауылында булған. Һуңғараҡ ике ауыл берләшә һәм Мәлләтамаҡ булып ҡала.
ХХ быуат башында ауылда Ирәкте улусы идаралығы, 2 мәсет, 3 мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[3].
Ярты быуатҡа яҡын улус старшинаһы булып Шәриф Кейеков эшләгән. Ул Пугачев күтәрелеше ваҡытында батшабикә Екатерина II-гә тоғро хеҙмәт иткән, караттар башлығы булған, бының өсөн миҙалдар менән бүләкләнеп, Ғәйнә һәм Ирәкте улустарының баш старшинаһы итеп тәғәйенләнә. Шағир Ғәли Соҡорой — Шәриф Кейековтың ейәненең ейәне[4].
1924 йылда бөтөрөлгән. Улустың һуңғы старшинаһы Урыҫ Шуганы ауылынан Федор Фролов булған[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 117—118. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
- ↑ 2,0 2,1 45. Уфимская губерния. — 1890. — (Статистика Российской империи; 16. вып. 20).
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 526—528. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1
- ↑ Әхмәдулла Әхмәтгалиев Мөслим төбәге. Тарихи сәхифәләр. Яр Саллы: «Яр Саллы типографияһы» ДУП, 2003. 164-се бит.