Приядаршини Индира Ганди (һинд गान्धी इन्दिरा प्रियदर्शिनी[1]; 19 ноябрь 1917 йыл — 31 октябрь 1984 йыл) — һинд сәйәсмәне, «Һиндостан милли конгресы» партияһы етәксеһе, Һиндостандың берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-премьер-министры. Илдең беренсе премьер-министры Джавахарлал Неруның (1889—1964) ҡыҙы. Д. Неру Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң (Һиндостан — элекке Британия колонияһы) 1947 йылдың 15 авгусынан 1964 йылдағы вафатына тиклем премьер-министр вазифаһын биләй.

Индира Приядаршини Ганди
इन्दिरा प्रियदर्शिनी गान्धी
Индира Приядаршини Ганди
Флаг
Һиндостан премьер-министры
14 ғинуар 1980 йыл — 31 октябрь 1984 йыл
Алдан килеүсе: Чаран Сингх
Дауамсы: Раджив Ганди
Флаг
Һиндостандың сит ил эштәре министры
19 июль 1984 йыл — 31 октябрь 1984 йыл
Алдан килеүсе: Памулапарти Венката Нарасимха Рао
Дауамсы: Раджив Ганди
Флаг
Һиндостандың премьер-министры
19 ғинуар 1966 йыл — 24 март 1977 йыл
Алдан килеүсе: Гулзарилал Нанда
Дауамсы: Морарджи Десаи
Флаг
Һиндостандың сит ил эштәре министры
5 сентябрь 1967 — 14 февраль 1969
Алдан килеүсе: Мохомедали Куррим Чангла
Дауамсы: Динеш Сингх
 
Дине: индуизм
Тыуған: 19 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Һиндостан, Уттар-Прадеш, Британия Һиндостаны
Үлгән: 31 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (66 йәш)
Нью-Дели, Һиндостан
Ерләнгән: Радж Гхат[d]
Династия: Династия Неру-Ганди[d]
Атаһы: Джавахарлал Неру
Әсәһе: Камала Неру
Ире: Фероз Ганди
Балалары: улдары:' Раджив һәм Санджай
Партия: Һиндостандың милли конгрессы
Белеме: Сомервилл-колледж[d]
Университет Висва Бхарати[d]
Badminton School[d]
Patha Bhavana[d]
 
Автограф: Indira-Gandhi-Signature-Transparent.png
 
Наградалары:
Бхарат Ратна
Международная Ленинская премия «За укрепление мира между народами» — 1985

Индира Ганди 1966—1977 йылдарҙа һәм 1980 йылдан үлтерелгән көнө 1984 йылдың 31 октябренә премьер-министр була. Шулай итеп, атаһынан ҡала Һиндостан премьер-министры булып хеҙмәт итеү оҙайлығы буйынса ул икенсе урында тора.

1999 йылда «Би-би-си» үткәргән һорау алыу буйынса Индира «Мең йыллыҡ ҡатын-ҡыҙы» исемен[2].

БиографияһыҮҙгәртергә

 
Джавахарлал Неру, Неру Камал, һәм уларҙың ҡыҙы Индира. 1918 йыл
 
Махатма Ганди һәм Индира. 1930-сы йылдар

ЙәшлегеҮҙгәртергә

Индира Неру 1917 йылдың 19 ноябрендә хәҙерге Уттар-Прадеш штатының Аллахабад ҡалаһында Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан ғаиләлә тыуа. 1947 йылда илдең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң Һиндостан премьер-министры буласаҡ атаһы Джавахарлал Неру ул ваҡытта «Һиндостан милли конгресы» партияһында сәйәси өлкәлә тәүге аҙымдарын яһай. Индираның олатаһы — «Һиндостан милли конгресы» партияһы ветерандарының һәм лидерҙарының береһе Мотилал Неру илдә киң билдәле була. Сәйәси көрәштә Неру ғаиләһенең ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡатнаша: Индираның өләсәһе Сваруп Рани Неру һәм әсәһе Камал Неру властар тарафынан бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарамаҫтан Индира әсәһе йортонда түгел, ә бай ҡартатаһының изге ерҙә төҙөлгән йортонда тыуа һәм тыуған урыны хөрмәтенә «Ай иле» — Индира исемен ала[3]

Ике йәшендә Индира Махатма Ганди менән таныша, ә һигеҙ йәшендә уның кәңәше буйынса тыуған ҡаласығында йорт туҡыусылығын үҫтереү буйынса балалар союзын ойоштора. Үҫмер йылдарынан демонстрацияларҙа ҡатнаша, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәргә курьер булыуы бер нисә тапҡыр ғына ҡабатланмай. 1934 йылда Индира күренекле шағир Рабиндранат Тагор ойошторған халыҡ университетында уҡый башлай. Әммә 1936 йылда әсәһе үлгәндән һуң уға уҡыуын туҡтатырға һәм Европаға юлланырға тура килә. 1937 йылда Англияла Оксфордтың Сомервель колледжына уҡырға инә, унда идара итеү серҙәрен, тарихты һәм антропологияны өйрәнә. Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Индира тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә. Өйгә юлды индустар күп йәшәгән Көньяҡ Африка Республикаһы аша үткәнен һайларға тура килә. Илдең баш ҡалаһы Кейптаунда ул беренсе ысын сәйәси телмәр менән сығыш яһай.

 
Джавахарлал Неру ҡыҙы Индира менән һәм Николай Рерих, М. Юнус (Рерихтар имениеһы, Кулу)

1941 йылда Индира Һиндостанға ҡайта, ә 1942 йылда сығыштары менән Ирандан булған һиндтарҙың зороастризм динен тотҡан ҙур булмаған төркөмө — парсиҙар вәкиле Фероз Гандиға кейәүгә сыға. Индира менән Фероз каста һәм дини ҡаршылыҡтарҙы һанға һуҡмай никахҡа инә, сөнки каста-ара никахтар ортодоксаль индустар тарафынан боронғо ҡанундарҙы һәм ғөрөф- ғәҙәттәрҙе мыҫҡыл итеү тип һаналған була[4]. Индира иренең фамилияһын ала. Фероз Гандиҙың ошо фамилиялы билдәле һинд сәйәсмәне Махатма Ганди менән бер ниндәй туғанлығы ла булмай. 1942 йылдың сентябрендә ирле-ҡатынлы йәштәр ҡулға алына, Индира Ганди 1943 йылдың майына тиклем төрмәлә ултыра.

Фероз менән Индираның ике улы: өлкәне Раджив 1944 йылдың 20 авгусында, кесеһе, Санжай 1946 йылдың 14 декабрендә тыуа. Балалар башлыса оләсәләре ҡарауында була һәм даими ҡартаталары йортонда йәшәй[5]. 1947 йылдың 15 авгусында Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, тиҙҙән беренсе милли хөкүмәт ойошторола. Индира Ганди, премьер атаһының шәхси секретары булараҡ, Неруны сит илдәргә барлыҡ сәйәхәттәрендә оҙатып йөрөй. 1955 йылда Индира Ганди атаһы менән бергә Советтар Союзына бара, улар Мәскәү, Сталинград, Ялта, Тбилиси, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Магнитогорск һәм Свердловск ҡалаларында була[6].

1955 йылдан Индира Ганди «Һиндостан милли конгресы»ның Эшсе комитете һәм Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, партияның ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе һәм уның Бөтә Һиндостан комитетының Үҙәк парламент советы ағзаһы. Шул уҡ йылда Ганди атаһы менән бергә Бандунг ҡалаһында үткән һәм Ҡушылмау хәрәкәтенә башланғыс һалған конференцияла ҡатнаша, 1959—1960 йылдарҙа Ганди «Һиндостан милли конгресы» рәйесе була.

1960 йылда Фероз Ганди вафат була. Алдағы йылда Индира «Һиндостан милли конгресы» эшсе комитеты ағзаһы итеп һайлана һәм милли конфликттар тоҡанған урындарға сығып йөрөй башлай.

Беренсе хөкүмәтҮҙгәртергә

1964 йылда Индира Гандиҙың атаһы Джавахарлал Неру вафат була. Шул уҡ йылда Индира «Һиндостан милли конгресы» партияһынан ил парламентының түбәнге палатаһы лок сабхаға депутат итеп һайлана, ә һуңынан премьер-министр Лал Бахадур Шастри Гандиға кабинет составына инергә тәҡдим итә, һәм ул мәғлүмәт һәм радиотапшырыуҙар министры вазифаһын биләй. 1966 йылдың 11 ғинуарында Ташкентта Пакистан менән тыныс һөйләшеүҙәр барышында Шастри вафат булғандан һуң Индира Ганди «Һиндостан милли конгресы» лидеры һәм Һиндостандың премьер-министры булып китә, ул Шри-Ланка премьер-министры Сиримаво Бандаранаикенан ҡала донъяла икенсе ҡатын-ҡыҙ-премьер-министр була.

1969 йылда, уның хөкүмәте Һиндостандың 14 ҙур банкын национализациялағандан һуң, "Һиндостан милли конгресы"ның консерватив лидерҙары уны партиянан сығарырға маташа, әммә был уңышһыҙ була. Һөҙөмтәлә уң фракция вәкилдәре "Һиндостан милли конгресы"нан сыға, был партияның тарҡалыуына килтерә. Бынан һуң Ганди Конгресстың бойондороҡһоҙ партияһын етәкләй, һуңыраҡ ул Һиндостандың үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан рәсми рәүештә "Һиндостан милли конгресы"ның вариҫы тип таныла. Партияның тарҡалыуына Гандиҙың социаль йүнәлештәге сәйәсәт алып барырға һәм СССР менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға ниәтләүе алып килә. 1971 йылда бедность ярлылыҡ менән көрәш лозунгыһы аҫтында парламент һайлауында еңеү яулай. Шул уҡ йылда сираттағы (өсөнсө) һинд-пакистан һуғышы була. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш солғап алған Көнсығыш Пакистанға һинд ғәскәрҙәре ингәндән һуң унда Бангладеш республикаһы иғлан ителә. Был конфликтта Һиндостанды Советтар Союзы яҡлап сығыш яһай, был ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла яҡшыртыуға булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә "СССР менән тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү"гә ҡул ҡуйыла.

Профессор Кристофер Эндрю билдәләүенсә, 1950-се йылдар уртаһында СССР Дәүләт именлеге комитетының сит илдәрҙеге иң ҙурҙарының береһе булған Һиндостандағы резидентураһы Индира Ганди менән Джавахарлал Неруға йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә кеше булараҡ ҡыҙыҡһына. 1955 йылда Ганди бүләккә тун ала[7], ә һуңғараҡ КГБ уның партияһына ярҙамға һәм Һиндостанда Америка Ҡушма Штаттарына ҡаршы пропагандаға ун миллион долларҙан ашыу аҡса бүлә[8]Индира Гандиҙың партияһы фондына бағыусы Нараян Мишра күсергән ҙур суммалар ысынында Мәскәүҙән килә.

Индира Ганди банктарҙы националләштерә; ул идара иткән йылдарҙа илдә сәнәғәт, шул иҫәптән ауыр сәнәғәт тә йылдам темптар менән үҫешә (уның хакимлығына тиклем һәм унан һуңдан әллә ни тиҙерәк булмаһа ла). Махараштра штатында беренсе атом электр станцияһы эшләй башлай; ауыл хужалығында «йәшел революция» тигән исем алған үҙгәрештәр була, уның һөҙөмтәһендә Һиндостан оҙаҡ йылдар дауамында беренсе тапҡыр аҙыҡ-түлекте ситтән индереүгә мохтажлыҡ кисермәй, атап әйткәндә, 1981—1982 ауыл хужалығы йылдарында иген уңышы 133,06 миллион тонна тәшкил итә — был алдағы йылға ҡарағанда 3,5 миллион тоннаға күберәк. Фермер хужалыҡтарының һөҙөмтәлелеге күтәрелә, ерһеҙ крәҫтиәндәргә участкалар бүленә.

Пакистан менән һуғыш эҙемтәләре илдә сыуалыштар тыуҙырған иҡтисади хәлдең насарайыуына һәм эске көсөргәнешлектең үҫеүенә килтерә. 1975 йылда Аллахабадтағы Уттар-Прадеш Юғары суды Индира Гандиҙы 1971 йылда һайлау ваҡытында һайлау ҡануниәтен боҙоуҙа ғәйепле тип таный һәм, уға алты йылға сәйәси эшмәкәрлекте тыйып, отставкаға китергә бойора. Яуап итеп Ганди, Һиндостан Конституцияһының 352-се статьяһын файҙаланып июндә илдә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе тураһында иғлан итә[9]. Ғәҙәттән тыш хәл режимы ваҡытында иҡтисадта бер аз уңышҡа өлгәшелә. Әммә ҡабул ителгән бөтә саралар ҙа, мәҫәлән, халыҡтың үҫешен тотҡарлау өсөн мәжбүри стерилләштереү, популяр булмай. Өҫтәүенә сәйәси азатлыҡ сикләнә, бөтә оппозиция гәзиттәре ябыла.

1977 йылда, үҙенең популярлығын артыҡ баһалап, Ганди парламент һайлауын тәғәйенләй һәм еңелә. Уны һәм ғаиләһен ике тапҡыр ҡулға алалар, коррупцияла ғәйепләйҙәр.

Икенсе хөкүмәтҮҙгәртергә

 
Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты секретары Владимир Щербицкий 1982 йылда Индира Гандиҙы Киевта ҡаршылай. Бормотов Александр Тимофеевич фотоһы.

1978 йылда, үҙенең Һиндостан Милли конгрессы партияһын ойоштороуы тураһында иғлан итеп, Ганди ҡабаттан парламентҡа һайлана, ә 1980 йылғы һайлауҙа премьер-министр вазифаһына кире ҡайта.

1980 йылдың 14 апрелендә Индира Гандиға һөжүм яһала: 37 йәшлек террорсы уға бысаҡ ташлай, ул һаҡсыларҙың береһенә барып ҡаҙала. Үлтерергә маташыусы ҡулға алына.

Тиҙҙән Индира ауыр шәхси юғалтыу кисерә — 1980 йылдың 23 июнендә уның кесе улы һәм баш сәйәси кәңәшсеһе Санжай Ганди авиаһәләкәттә һәләк була.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ганди донъя кимәлендәге эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә, һөҙөмтәлә 1983 йылда Һиндостан Ҡушылмау Хәрәкәтенең рәйесе булып һайлана.

Индира Ганди идара итеүенең икенсе мөҙҙәтен башлыса Пенджаб штатында йәшәгән сикхтар менән конфликт билдәләй. Уларҙың лидеры Джарнаил Сингх Бхиндранвал сикхтарҙы бойондороҡһоҙ үҙидара общинаһы тип иғлан итә. Уның эйәрсәндәре шулай уҡ Пенджабта индустарға һөжүм итеүҙә лә ҡатнаша. Улар Амритсар ҡалаһындағы сикхтарҙың төп изге ҡорамы — Һармандир-Сәһибте (Алтын ҡорамды) биләп ала. Быға яуап итеп Һиндостан хөкүмәте 1984 йылдың июнендә «Зәңгәр йондоҙ» тип исемләнгән ғәскәри операция үткәрә, уның барышында 500-гә яҡын кеше һәләк була. Сикхтарҙың үс алыуы үҙен оҙаҡ көттөрмәй.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Ганди, Индира 2021 йылдың 16 май көнөндә архивланған. // Энциклопедия журнала «Вокруг света».
  2. «Женщина тысячелетия» по версии BBC. Дата обращения: 24 ноябрь 2016. Архивировано 10 октябрь 2017 года.
  3. Һиндостан күренекле дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән Индира Гандиҙың тыуыуына 85 йыл тулыуҙы билдәләй 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған. // РИА Новости
  4. Приход Индиры Ганди на пост премьер-министра Индии (недоступная ссылка). // Институт социально-политических исследований. Дата обращения: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года. 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
  5. Фероз и Индира Ганди (недоступная ссылка). // Институт социально-политических исследований. Дата обращения: 18 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года. 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
  6. Анна Осипова. Этот день в истории Свердловской области — 18 июня. www.oblgazeta.ru. Дата обращения: 19 июнь 2016. Архивировано 28 июнь 2016 года.
  7. АРХИВАЖНЫЙ СВИДЕТЕЛЬ (недоступная ссылка). Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 23 февраль 2014 года. 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
  8. ДИССИДЕНТ С ЛУБЯНКИ ЛОНДОН (недоступная ссылка). Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 14 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
  9. Индийцы против Индиры. Дата обращения: 20 март 2017. Архивировано 21 март 2017 года.