Парсиҙар

Иран сығышлы этноконфессиональ төркөм

Парсиҙар (гудж. પાર્સી [pa: rsi:]) — Көньяҡ Азияла (Һиндостанда һәм Пакистанда) зороастризмға эйәреүсе иран сығышлы этноконфессиональ төркөм. 100 мең самаһы кешенән тора (1973). Тәүҙә Һиндостандың Гуджарат штатында төйәкләнгәндәр, әлеге ваҡытта парсиҙарҙың күпселеге Мумбайҙа йәшәй.

Парсиҙар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: ~ 110 мең
Һиндостан Һиндостан: 70 мең

Пакистан Пакистан: 5 мең

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: ~6,5 — 11 мең
Бөйөк Британия Бөйөк Британия: ~5 мең
Канада Канада
Шри-Ланка Шри-Ланка
Сингапур Сингапур
Австралия Австралия

Тел

гуджарати, инглиз

Дин

зороастризм

Туғандаш халыҡтар

гебрҙар, фарсылар

Дастур М. Н. Дхалла менән туй һүрәте, 1948 йыл
Бомбей парсиҙары ғаиләһе милли кейемдә

Парсиҙар Фарсиянан 720 йылдар тирәһендә, Сәсәниҙәр династияһы ҡолағандан һуң ислам дине тарала башлағас, үҙҙәренең мәҙәни һәм дини асылын һаҡлау маҡсатында ҡаса. Улар Гуджарат ярымутрауына килеп һыйына, артабан көньяҡҡа ҡарай тарала. Яйлап күрше Махараштраға күсенә һәм күпселеге Бомбейҙа төйәк таба.

Парсиҙар Һиндостандың тәүге сәйәси партияһын, беренсе фонд биржаһын, беренсе ҡорос иретеү заводын, беренсе университетын, беренсе йәмәғәт дауаханаһын, гәзитен, баҫма машинаһын, киностудияһын аса.

Парсиҙар араһынан милли-азатлыҡ хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре (Дадабхай Наороджи, Бхайкаджи Камаruen һәм Ферозшах Мехта), эре сауҙа-сәнәғәт концерндары хужалары (Tata Group, Godrej Groupruen) сыҡҡан. Мәшһүр йәҙрәсе физик Хоми Джехангир Баба, 1971 йылда Һиндостан менән Пакистан һуғышы булғанда Һиндостан армияһына етәкселек иткән маршал Сэм Манекшоу, йырсы Фредди Меркьюри парси була.

Хәҙерге заманда

үҙгәртергә

1971 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда парсиҙар һаны 91 226 кеше була. 1981 йылға уларҙың һаны — 71 630, ә 1991 йылға 60 мең кеше ҡала.

Парсиҙар общинаһы ағзалары уртаса һиндтәргә ҡарағанда күпкә хәллерәк. Парсиҙар — Һиндостандың күпкә грамоталыраҡ общинаһы (грамоталылыҡ кимәле — 98 %). Парсиҙарҙа енси нисбәт буйынса, ҡалған Һиндостандағы ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итеүенән айырмалы, 1000 ҡатын-ҡыҙға 1050 ир-ат тура килә.

Парсиҙар күпләп йәшәгән урындарҙа анджумандарға берләшә. Анджумандар хәйриәлек менән шөғөлләнә, община ағзаларына төрлө мәсьәләләрҙә ярҙам итешә, аралашыуҙы ойоштора. Мумбайҙа парсиҙарҙың төп ойошмаһы— Мумбай панчаяты эшләй. Ул биш йылға бер тапҡыр парсиҙар йыйынын йыя.

Тыуым кимәленең түбән булыуы һәм ҡатнаш никахтар арҡаһында община йылдам ҡартая һәм һаны кәмей. Парсиҙарҙың 30 проценттан ашыуы 60 йәштән өлкән. Йәштәр күпләп эмиграциялай. Яҡын йылдарҙа парсиҙар общинаһының юҡҡа сығыу хәүефе бар[1][2].

Хәҙерге парсиҙар элекке туған теле булған фарсыны юғалтҡандар һәм хәҙер гуджарати телендә һөйләшәләр. Ҡануни әҙәбиәттәре — авеста һәм пәһләүи телендә.

 
«Бомбей парсиҙары», ксилография, яҡынса 1878 йыл

Билдәле парсиҙар

үҙгәртергә
  • Фредди Меркьюри (Фаррух Булсара) — музыкант, Британияның «Queen» рок-төркөмө вокалсыһы
  • Зубин Мета — дирижёр.
  • Фероз Ганди — һинд сәйәсмәне, Индира Гандиҙың ире.
  • Джамсетджи Тата — «Тата» индустриаль династияһына нигеҙ һалыусы, Һиндостандың иң эре автомобиль компанияһы Tata Motors хужаһы.
  • Рохинтон Мистри — Канада яҙыусыһы.
  • Кайхосру Сорабджи — британ композиторы,
  • меценат.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә