Илмән тауҙары
Илмән тауҙары (рус. Ильме́нские го́ры) — Рәсәй Федерацияһы Көньяҡ Уралдағы Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһы янындағы тау һырттары.
Илмән тауҙары | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 754 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d] |
Эра | каменноугольный период[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Оҙонлоҡ | 28 km |
Киңлек | 15 km |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (vi)[d], (vii)[d] һәм (viii)[d] |
Илмән тауҙары Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәИлмән һырттары көнсығыштан урманлы-убалы күлдәр менән сиктәш, ә көнбайыштан Мейәс йылғаһы үҙәненең аръяғында Урал тауҙарының төп һырттары китә, шулай итеп Илмән һырттары үҙ географик киңлегендә Урал тауҙарының көнсығыш сиге булып тора.
Иң юғары нөктәһе — Илмәнтау (755 м). Көньяҡта Илмән тауҙары Күмәс Ирәндек һырттары менән дауам итә (Ирәндек - Башҡортостандың Учалы районы территорияһы).
Илмән тауы итәгендә Мейәс ҡалаһының төньяҡ өлөшөндәге торлаҡ массивы, Машҡаласыҡ районы урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТау тоҡомдары төрлөлөгө ҡатмарлы һәм оҙайлы геологик тарихы менән бәйле, был тарих 2,3 миллиард йыл иҫәпләнә.
Иң ҙур ғилми ҡиммәте пегматит юлаҡтары менән бәйле - бында миаскит, гранит, топаз, гранат,сиенит аквамарин, фенакит, циркон, сапфир, турмалин, амазонит һәм башҡалар осрай.
1920 йылда Илмән тауҙары Рәсәйҙә булдырылған минералдар ҡурсаулыҡтарының тәүгеләренең береһе - Илмән ҡурсаулығы биләмәһенә инеп китә[1].
1824 йылда Илмәнгә килгән немец минералогы И. Н. Менге уның тәүге тасуирламаһын яҙа һәм 1825 йылда ул: "Донъяның бөтә минералдары бер ғәжәйеп һыртта йыйылған кеүек һәм алда был йәһәттән күп асыштар көтә әле," - тип күрәҙәләгән[2][3]
Этимологияһы
үҙгәртергәИлмән тау һырты Илмән күленә һәм Илмән ҡурсаулығына үҙенең атамаһын биргән. Илмән күле ҡәҙимдән рус. Ильмень, Эльмень тип аталып килгән (1736 , 1742 йылдағы карталар);Петер Симон Паллас уны Именкуль тип атаған (башҡортса синонимы — «хәүефһеҙ күл») [4].
Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенең географы, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә атаманы башҡорттарҙың тотемы - имән ағасынан килеп сыҡҡандыр тип фаразлай[5].[6]
Галерея
үҙгәртергәШулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ильменские горы 2019 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Летопись (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) Оренбургского края
- ↑ География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 124. — 20000 экз.
- ↑ Озеро Ильменское
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 122. — 20000 экз
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ильменские горы [1] 2019 йыл 29 март архивланған.
- Ильменские горы [2]