Илгиз — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Ике төрки һүҙҙән яһалған. Ил[1] + Гиҙ-(сәфәр, сәйәхәт)[2].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Теләүбаев Илгиз Сафи улы (19 апрель 1964 йыл) — уҡытыусы, муниципаль хеҙмәткәр. 2006 йылдан Белорет районы хакимиәте башлығының урынбаҫары, 2011 йылдан — беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.

Кәримов Илгиз Мостафа улы (10 ғинуар 1942 йыл — 15 март 2019 йыл) — тәржемәсе, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мостай Кәримдең улы.

Таһиров Илгиз Тайфур улы (23 июнь 1984 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021), театр актёры. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2019).

Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы (4 ноябрь 1976 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2017 йылдың февраленән 2021 йылдың 25 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры. Физика-математика фәндәре докторы.

Абдуллин Илгиз Ғәли улы (14 июль 1940 йыл — 18 июль 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм инженеры, техник фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Металл конструкцияларҙың коррозия-механик ныҡлығы буйынса 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялары, 14 уйлап табыу патенты бар.

Ирназаров Илгиз Рәшит улы (1963 йыл) — ғалим-генетик-иммунолог, Польша Фәндәр академияһының Ихтиобиология һәм аквакультура институты етәксеһе.

Шәрипов Илгиз Ҡадир улы (31 ғинуар 1960 йыл) — Рәсәй эшҡыуары һәм сәйәси эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының элекке башлығы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Sevortjan, E. V. (1974) Etimologičeskij slovarʹ tjurkskix jazykov [Etymological Dictionary of Turkic Languages] (in Russian), volume 1, Moscow: Nauka, page 339
  2. Redhouse, James W. (1890), “كزمك”, in A Turkish and English Lexicon, Constantinople: A. H. Boyajian, page 1544

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ