Кәримов Илгиз Мостафа улы

Кәримов Илгиз Мостафа улы (10 ғинуар 1942 йыл14 март 2019 йыл) — тәржемәсе, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы.

Кәримов Илгиз Мостафа улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Келәш, Ар ауыл Советы (Шишмә районы), Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 март 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Мәскәү өлкәһе
Мытищи
Атаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры
Һөнәр төрө журналист, тәржемәсе, мөхәррир
Эш урыны Литературная газета[d]
Журнал
Телевидение
телерадиовещательная сеть[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Баҫма йәки тәржемә Оҙон-оҙаҡ бала саҡ, Ай тотолған төндә, Ташлама утты, Прометей![d] һәм Радость нашего дома[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Илгиз Мостафа улы Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.

1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1977 йылға саҡлы (өҙөклөк менән) РСФСР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙә сыҡҡан «Литературная Россия» гәзитендә эшләй, шул иҫәптән 1974 йылдан — бүлек мөдире.

1972 йылдан — СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре.

1973 йылдан «Молодой коммунист» журналында бүлек мөдире.

1997—2005 йылдарҙа «Оракул» журналы хеҙмәткәре.

Илгиз Кәримов ауырығандан һуң 2019 йылдың 14 мартында Мәскәү ҡалаһында вафат була[1]. 2019 йылдың 17 мартында Мәскәү өлкәһе Мытищи ҡалаһының Волков зыяратында ерләнгән [2][3].

Тәржемә ижадыҮҙгәртергә

  • 1977 йылда Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», 1989 йылда «Ауыл адвокаттары», 2004 йылда «Ғүмер миҙгелдәре» әҫәрҙәрен тәржемә иткән.
  • 1987 Афзал Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарын һәм хикәйәләрен руссаға әйләндерә.
  • 1988 йылда Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын тәржемәләй.
  • Шулай уҡ балҡар, татар, сыуаш һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтар яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы.

  • Ҡатыны — Нәзифә Харис ҡыҙы Кәримова
  • Улы — Нияз Илгиз улы Кәримов
  • Ҡыҙы — Айгөл Илгиз ҡыҙы Кәримова[4]

ХәтерҮҙгәртергә

  • 2019 йылдың 23 апрелендә Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Илгиз Кәримовтың Хәтер кисәһе уҙҙы. Был көндө Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабы буйынса спектакль күрһәтелде. Инсценировка авторы — Илгиз Кәримов[5].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә