Икенсе Континенталь конгресс

Икенсе Континенталь конгресс (10 май 1775 — 1 март 1781) — Пенсильвания штатында Бөйөк Британияның 13 колонияһы депутаттары съезды. Икенсе Континенталь конгресс үткәреү тураһында ҡара 1774 йылда Беренсе Континенталь конгресста ҡабул ителә. Икенсе Континенталь конгресс эшендә бөтә америка колонияларынан 65 делегат ҡатнаша, Джорджия вәкилдәре конгресҡа 20 юильдә генә ҡушыла. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә икенсе Континенталь конгресс милли хөкүмәт ролен үтәй.

Джон Трумбулл рәсем «Бойондороҡһоҙлоҡ декларация»[1]

Конгресстың эш нәтижәләреҮҙгәртергә

  • 14 июль 1775 йыл . Конгресс Континенталь армия ойоштороу һәм америка опелчениеһының баш командующийы итеп Джордж Вашингтонда тәғәйенләргә тигән ҡарар ҡабул итә.
  • 10 май 1776 йыл. Конгресс уҙ хөкүмәте булмаған колонияларға хөкүмәт булдырырға тигән резолюция ҡабул итә.
  • 15 май 1776 йыл. Конгресс Англия тажына тоғролоҡтан баш тартырға тигән хоҡук акт сығара.
  • 4 июль 1776 йыл. Конгресс эшмәкәрлегенең мөһим документы −АҠШ бойондороҡһоҙлоғо декларацияһына ҡул ҡуйыла. Декларация колониялар «Америка Ҡушма Штаттары» тип аталған беренсе документ була.
  • 15 ноябрь 1777 йыл. Ҡушма Штаттарҙың беренсе конституцион документы булған «Конфедерация статьялары» ҡабул ителә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. The Declaration of Independence. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 март 2012. 9 август 2006 тикшерелгән. (инг.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә