Беренсе Континенталь конгресс
Беренсе Континенталь конгресс (5 сентябрь — 26 октябрь 1774 йыл) — Бөйөк Британияның 12 (барлығы 13 колонияның) колонияһы депутаттары съезды. Йыйындң сәбәбе — Британия парламентының америкалағы колонияларында Британияға ҡаршы ҡаршылыҡты туҡтатыу законы. Конгресс ултырышы Филадельфияла Карпентанс Холда үтә. Уның эшмәкәрлегендә, Джорджия, Канада, Бермуд утрауҙары, Багам утрауҙары һәм Кариб диңгеҙе утрауҙарынан башҡа,Британияның бөтә колонияларынан 56 вәкил ҡатнаша. Съезд барышында колонияларға үҙидаралыҡ алыу өсөн документтар ҡабул ителә.
Конгресс эшмәкәрлеге нәтижәләре
үҙгәртергә«Хоҡуҡ һәм ялыу декларацияһы» ҡабул ителә, унда америка колонияларының "Йәшәү, азатлыҡ һәм милек№кә хоҡуғы яҙыла һәм метропалияның маможня һәм һалым сәйәсәтенә протест бирелә.
Метрополияға ҡаршы бойкот иғлан ителә. 1774 йылдың 1 декабренән башлап инглиз тауарҙарын һатып алыу һәм америка тауарҙарын Англияға һатыу тыйыла. Был ҡарар Англия флотының Бостон блокадаһына яуап була.
Шулый уҡ 1775 йылдың 10 майында Икенсе Континенталь конгресс саҡырык тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- 1775 йылда 1774 йыл менән сағыштырғанда Бөйөк Британиянан килтерлгән тауарҙар 97 %-ҡа кәмей.
- Сауҙа бойкоты тәртибен боҙоусыларға дегет буяйҙар һәм тауыҡ йөнөндә бутау язаһы булдырыла.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был АҠШ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |